Хөкүмәт ағзалары алдында яңы бурыстар

Урал аръяғына эш сәфәренә республика етәксеһе Радий Хәбиров Хөкүмәт йортонда үткән оператив кәңәшмәлә йомғаҡ яһаны.

 Башҡортостандың юл предприятиеларына яңы бурыс – ойошмалар яҡын арала заманса техника алырға тейеш. Респуликала кисә яуған тәүге ҡар был өлкәлә хәл ителәһе мәсьәләләр бихисап булыуын күрһәтте. Шуға ла кәңәшмә республика юлдарындағы хәлгә байҡау яһауҙан башланды. Асыҡланыуынса, кисә М5 һәм М7 трассаларының Башҡортостан аша үткән өлөштәрендә, шулай уҡ, райондар һәм ҡалалар араларындағы юлдаҙға тығындар барлыҡҡа килгән, ҡар һырынтылары түшәлеүе һәм водителдәрҙең тиҙлек режимын үтәмәү арҡаһында төбәктә 16 юл-транспорт фажиғәһе теркәлгән. Ғөмүмән, һуңғы туғыҙ ай эсендә аварияларҙа һәләк булыусыларҙың һаны 8 процентҡа артып, 389-ға еткән.

Радий Хәбиров күтәргән тағы ла бер мәсьәлә — ул Башҡортосанда карьерҙарҙы, бигерәк тә, тәбиғәттең файҙалы ҡаҙылмаларын таба торған урындарға һаҡсыл ҡараш. Барлыҡ карьерҙар, ҡом-таш сығара торған урындар һәм уларҙан алынған килем Башҡортостан файҙаһына булырға тейеш. Ошондай ҡарар Рәдий Хәбировтың Урал аръяғына эш сәфәренән һуң ҡабул ителде. Радий Фәрит улы Баймаҡтағы таш руднигына барғанда төшөрөлгән видеояҙманы ла ҡарарға тәҡдим итте. Ундағы емерек юлдар, ташландыҡ ерҙәр, сүплек өйөмдәрен күреп, йылдар буйына барлыҡҡа килгән асыҡтан-асыҡ етди проблема барлығын һыҙыҡ өҫтөнә алып үтте Радий Фәрит улы. Тәбиғәтте ошондай аяныслы хәлгә килтергәнсе, ҡурғандарҙың эшкәртелмәүе күпкә яҡшыраҡ, тине ул. Шуға ла рудниктарҙы эшкәртеүсе компанияларға яңы лицензиялар биреүҙе туҡтатырға, ә булғандарын тикшерергә һәм бының өсөн эшсе төркөм булдырырға ҡушылды.

Кәңәшмәлә күтәрелгән һорауҙар рәтендә тәбиғи яғыуылыҡҡа, торлаҡ-комуналь хужалыҡтарының эшмәкәрлегенә һәм көнкүреш хеҙмәттәренә бурыстарҙы ҡайтарыу. Бюджет өлкәһенә лә ҡағылышлы мәсьәләләр ҡаралды. Атап әйткәндә, республикаға инвестициялар һәм федераль бюджеттан аҡсалар йәлеп итеү. Икенсе йыл рәттән, инвестицияларҙың кәмеүе күҙәтелә. Шуға ла Радий Хәбиров был һорауҙы үҙенең шәхсән күҙәтеү аҫтына алып,  “инвест сәғәт” тип аталған республика башлығы ҡатнашлығында консультациялар ойошторорға тәҡдим итте. Хөкүмәт ултырышында ҡаралған һорауҙарға яуап теүәл бер аҙнанан табылырға тейеш.

Радий Хәбиров министрҙар кабинеты, ведомстволар етәкселәре алдында ошондай ҡәтғи бурыстар ҡуйҙы. Тимәк, теүәл ете көндән Башҡортостандың алдағы ҡышға әҙерлеге, юл-транспорт системаһы приедприятиеларының бөгөнөгө хәленә аныҡлыҡ индереләсәк. Һәм тағы ла мөһим проект “инвест сәғәт” программаһы уҡтары ла үҙ ваҡытын һанай башлаясаҡ.

Смотрите нас в YouTube

һУҢҒЫ ХӘБӘРҘӘР

Смотреть видео Кешеләр элеккесә кредит алып ихтыяждарын ҡәнәғәтләндерергә мәжбүр | ГТРК «Башкортостан»

Кешеләр элеккесә кредит алып ихтыяждарын ҡәнәғәтләндерергә мәжбүр

Бюджет килемдәренең үҫеше халыҡ тормошона аҙ йоғонто яһай. Кешеләр элеккесә кредит алып ихтыяждарын ҡәнәғәтләндерергә мәжбүр. Хөкүмәт Президиумы ултырышында был хаҡта Андрей Назаров белдерҙе.   Финанс министры Лира Иғтисамова иһә былтыр бюджет өлкәһе хеҙмәткәрҙәренең эш хаҡын арттырыу...

26 февраля 2020
Смотреть видео Сифатһыҙ лампа өсөн вазифаңдан алыныуың ихтимал | ГТРК «Башкортостан»

Сифатһыҙ лампа өсөн вазифаңдан алыныуың ихтимал

Республика етәксеһе Хөкүмәттә үткән оператив кәңәшмәлә муниципалитеттарҙың  ауыл урамдарын яҡтыртыу өсөн сифатһыҙ лампалар алыуын ҡаты тәнҡитләне.  Радий Фәрит улы быны яуапһыҙлыҡ тип атаны һәм етди тикшереү буласаҡ, тип вәғәҙәләне. Башҡортостан башлығы Радий Хәбиров илдә Хәтер һәм дан...

26 февраля 2020
Смотреть видео Өсләтә бәхет | ГТРК «Башкортостан»

Өсләтә бәхет

Башҡортостанда 2020-се йылда тыуған тәүге өс игеҙ балалы ғаилә дәүләттән ярҙам аласаҡ. Сыңғыҙовтарҙың ошо көндәрҙә ике улы һәм ҡыҙы донъяға килде. Мираҫ, Мөхәммәт һәм Гөлли–Сыңғыҙовтар ғаиләһенең өс ҙур бәхете. Исемдәрҙе лә ата-әсә оҙаҡ уйлай, есемдәренә тап килеп, бәрәкәтле булһын тигән теләктә...

21 февраля 2020
Смотреть видео Ғаилә ҡороу өсөн матур дата | ГТРК «Башкортостан»

Ғаилә ҡороу өсөн матур дата

 2020-се йылдың 20 февралендә республика буйынса 332 пар никахтарын законлаштырған. Шулай уҡ, Өфөнөң Киров ЗАГСында 50 һәм 60 йыл бергә иң-иңгә терәп, ғүмер итеүселәрҙе лә ҡотлап үттеләр. Руслан менән Кристина иң матур даталарҙың береһе-2020-се йылдың 20 февралендә никахтарын рәсмиләштереү...

21 февраля 2020
Смотреть видео Бөйөк Ватан һуғышы ветераны Ишҡол Мәхмүтов | ГТРК «Башкортостан»

Бөйөк Ватан һуғышы ветераны Ишҡол Мәхмүтов

Йылдан йыл Бөйөк Ватан һуғышы ветерандары кәмей бара. Әммә, күптән инде 90-ды уҙған ветерандар иҫән әле һәм улар киләсәк быуынға һуғыш афәттәрен, фашистарҙың йыртҡыслығын һөйләргә әҙер. Бөйөк Ватан һуғышы ветераны Ишҡол Мәхмүтов фашистар менән алышып та, 9 ай әсирлектә булып та өлгөрә. Ҡаҙмаш...

21 февраля 2020
Смотреть видео Руслан Мирсәйәпов - Рәсәйҙең Әзербайжандағы сауҙа вәкиле | ГТРК «Башкортостан»

Руслан Мирсәйәпов - Рәсәйҙең Әзербайжандағы сауҙа вәкиле

Рәсәй Хөкүмәте ҡарары менән Руслан Мирсәйәпов Рәсәйҙең Әзербайжандағы сауҙа вәкилләгенең етәксеһе итеп тәғәйенләнде. Иҫегеҙгә төшөрәбеҙ,  Руслан Заһит улы 2017 йылдан Башҡортостандың Тышҡы иҡтисади бәйләнештәр буйынса дәүләт комитеты етәксеһе вазифаһын башҡарҙы. Руслан Мирсәйәпов  сығышы...

21 февраля 2020
Смотреть видео Бөгөн Халыҡ ара-туған телдәр көнө | ГТРК «Башкортостан»

Бөгөн Халыҡ ара-туған телдәр көнө

 Ошо айҡанлы республикабыҙҙың Мәҙәниәт министрлығы Башҡортостан Башлығы грантын тормошҡа ашырыу һөҙөмтәләре буйынса семинар уҙғарҙы. Ике йыл дауамында төрлө йүнәлештәге 42 проект ҡаралған. Шуларҙың 12-һе киң йәмәғәтселеккә сығарылды. Глобалләшеү шарттарында һәм күп милләтле мөхиттә башҡорт...

21 февраля 2020
Смотреть видео Мәктәп туҡланыуына ҡағылған бар тәртип боҙоу осраҡтары | ГТРК «Башкортостан»

Мәктәп туҡланыуына ҡағылған бар тәртип боҙоу осраҡтары

Уҡыусылар өҫтәленә күгәргән татлы эремсек оҙатҡан тәьмин итеүсе менән килешеү туҡтатыла. Мәғариф сәғәтенең сираттағы ултырышында Радий Хәбиров был күрһәтмәне үтәүҙе шәхси күҙәтеүгә алыуы хаҡында белдерҙе. Ғәҙәттән тыш хәл Әбйәлил районы ауыл мәктәптәренең береһендә теркәлгән. Балаларға сифатһыҙ...

21 февраля 2020
Смотреть видео Башҡортостанда йылға пароходсылығы тергеҙеләсәк | ГТРК «Башкортостан»

Башҡортостанда йылға пароходсылығы тергеҙеләсәк

Был турала республика башлығы Радий Хәбировтың Суднолар ремонтлау һәм төҙөү заводына эш сәфәре барышында билдәле булды. Радий Фәрит улы 2020 йылда навигацияла ҡатнашасаҡ иң ҙур судноларҙың береһе - легендар “Чайка” теплоходы менән яҡындан танышты. 150 пассажирға иҫәпләнгән транспорт Өфө тирәләй...

21 февраля 2020
Смотреть видео Йәш быуынға өлгө | ГТРК «Башкортостан»

Йәш быуынға өлгө

84 йәш булыуына ҡарамаҫтан, Өфө ҡалаһында йәшәүсе Наил Яушев әлегә тиклем саңғыла йөрөй һәм саңғы ярыштарында ҡатнаша. Үҙенең балаларында ла спортҡа һөйөү уята. Наил Яушев өсөн был кубок “Рәсәй саңғыһы” ярышынан иң ҡәҙерлеләренең береһе. Уның коллекцияһында бүләктәр, грамота-дипломдар күп. Ә...

20 февраля 2020
Яндекс.Метрика