Кем ғәйепле?

Өфө статистика, информатика һәм иҫәп-хисап техникаһы колледжында белем алыусы ике студент хәҙер психолог ярҙамына мохтаж. Асыҡланыуынса, ҡыҙҙарҙың уҡытыусыһы уларҙы фатирына саҡырып, бәйләнә башлаған. Ҡыҙҙар сығып ҡасҡас, ир уларҙы бурлыҡта ғәйепләй. 16 йәшлек ҡыҙҙар уҡытыусы фатирына ниндәй маҡсат менән барған? Ир кеше был хәлде нисек аңлата?

Беренсе курс студенттарына хәҙер уҡыу программаһын үҙләштерер өсөн өйҙә үҙаллы шөғөлләнергә тура килә. Улар колледжға барыу ғына түгел, ә өйҙән сығырға ла ҡурҡа. Ике әхирәт һүҙҙәренсә, октябрь башында 62 йәшлек оло уҡытыусылары уларҙы фатирына саҡыра һәм бәйләнә башлай. 16 йәшлек ҡыҙҙар уҡытыусы менән тәүҙә яҡшы мөнәсәбәттә булған. Ул студенттарға зачет тапшырыу эше менән һеҙгә ярҙам итәсәкмен, тип тә ышандырып йөрөгән. Фатирына ла ул ҡыҙҙарҙың бер ҡатлы булыуҙарын файҙаланыпмы, уҡыу программаһын ҡарарға тигән маҡсат менән саҡырған.

Балиғ булмаған ҡыҙҙар һөйләүенсә, өйҙән көс хәлгә сығып ҡасҡас, бер нисә минуттан ирҙең ҡатыны шылтыратып, уларҙы бурлыҡта ғәйепләй башлаған. Тәүҙә уҡытыусы үҙе шылтыратып, ҡыҙҙарға нимә булғанын бер кемгә лә һөйләмәүҙе үтенгән. Йөҙ меңдән ашыу һумға биҙәүестәр урлауҙарында ғәйепләнгәнс, ҡыҙҙар был хәлде ата-әсәләренә түкмәй-сәсмәй һөйләп бирә. Студенттар һүҙҙәренсә, 62 йәшлек уҡытыусы колледжда башҡа ҡыҙҙарға ла бәйләнеп йөрөгән. Ә уҡытыусы иһә ул көндө арҡам ауырта ине, шуға ла ҡыҙҙар үҙҙәре машина саҡыртып өйгә тиклем оҙатырға тәҡдим итте, тип белдерә.

Ата-әсәләрҙе иһә уҡытыусының медицина учреждениеһына мөрәжәғәт итмәйенсә, студенттар ярҙамынан баш тартмауы аптырашта ҡалдырҙы. Зыян күреүселәр адвокат яллаған. Улар уҡытыусыға енәйәт эшен ҡуҙғатыуҙарын һорай. Ун алты йәшлек ҡыҙҙар хәҙер психолог ярҙамына мохтаж. Әйткәндәй, улар был колледжтан тиҙ арала документтарын алырға ниәтләй.

Подпишитесь на нас в Facebook

һУҢҒЫ ХӘБӘРҘӘР

Смотреть видео Ауыл биләмәләрен комплекслы үҫтереү | ГТРК «Башкортостан»

Ауыл биләмәләрен комплекслы үҫтереү

Ауыл халҡы иҫәбен кәметмәҫкә, ауылда йәшәү шарттарын ҡаланыҡына тиңләргә, ауыл ерендә кесе эшҡыуарлыҡты үҫтереүгә булышлыҡ итеү. Өфөлә ауыл биләмәләрен комплекслы үҫтереү мәсьәләренә арналған Бөтә Рәсәй кәңәшмәһе асылды. Волга буйы һәм Урал федераль округтарынан йыйылған 200-ҙән ашыу белгестең...

7 февраля 2020
Смотреть видео Йәш аграрийҙар асышы | ГТРК «Башкортостан»

Йәш аграрийҙар асышы

Башҡорт дәүләт аграр университетының студент-аспиранттары ауыл хужалығы өсөн күп йыллыҡ үлән сорты уйлап тапҡан. Мал аҙығы ҡәҙимгенһенә ҡарағанда күпкә өҫтөнөрәк. Күп йыллыҡ мал аҙығы ҡәҙимгеҙенән бейеклеге һәм ҡуйылығы менән айырыла. Шулай уҡ ул төрлө ауырыуҙарға ла бик бирешеп бармай. Ванюша,...

6 февраля 2020
Смотреть видео Башҡортостанда вируслы инфекция ҡотора | ГТРК «Башкортостан»

Башҡортостанда вируслы инфекция ҡотора

 Рәсәй Ҡулланыусылар хоҡуғын  күҙәтеү хеҙмәтенең төбәк идаралығынан хәбәр итеүҙәренсә, эпидемиологик сик  35  процентты үткән. Республикала балалар баҡсаһы, мәктәптәр карантинға ябыла. Кешеләр инфекцияға ҡаршы препараттар, һаҡланыу сараларын алып ҡуя.   Тулыраҡ Альбина...

6 февраля 2020
Смотреть видео Берҙәмлектә-көс | ГТРК «Башкортостан»

Берҙәмлектә-көс

Тап ошо әйтем Өфө халҡын һәм муниципаль хеҙмәттәре ҡаланы ҡарҙан таҙартыу өмәһендә берләштерҙе. Ихата алдарын, тирә-яҡты таҙартыу өмәһенән “Башҡортостан” дәүләт теле һәм радио компанияһы хеҙмәткәрҙәре лә ситтә ҡалманы. Һуңғы көндәрҙә ҡарҙың күпләп яуыуы беҙҙең өсөн бер ҙә ҡурҡыныс түгел, ти Юлай...

6 февраля 2020
Смотреть видео Инорс ниһәйәт бассейнлы булды | ГТРК «Башкортостан»

Инорс ниһәйәт бассейнлы булды

Башҡортостан хөкүмәте ярҙамы менән яңы объект сафҡа инде. Ә Октябрь Проспектында урынлашҡан республика клиник онкология диспансерының хирургия корпусында төҙөлөш эштәре һүлпәнәйгән. Эштәр был арала мотлаҡ йәнләнәсәк. Подрядсы ойошмалар ошондай вәғәҙәләр бирҙе. Сафҡа индерелергә тейеш республика...

6 февраля 2020
Смотреть видео Башҡортостан студенттары “Өйҙә” | ГТРК «Башкортостан»

Башҡортостан студенттары “Өйҙә”

Өфөлә Республиканан ситтә һөнәри белем алған йәштәрҙең беренсе форумы үтте. Ул йәштәргә тыуған төйәктә эш һәм уҡыу мөмкинлектәре менән бер рәттән үҙ һәләттәрен дә танытырға булышлыҡ итте. Башҡортостандан сыҡҡан студенттарҙың бындай кимәлдә берләшеп аралашыуы беренсе тапҡыр. Мәскәү, Санкт-Петербург...

6 февраля 2020
Смотреть видео Һауанан алынған сир | ГТРК «Башкортостан»

Һауанан алынған сир

 Өфөлә йәшәүселәр үҙ медицина карталарында ысынбарлыҡҡа тура килмәгән ауырыуҙар яҙылыуына зарлана. Берәүҙәр, йәнәһе лә,  табипҡа нервы системаһы ҡаҡшаған, тип мөрәжәғәт итһә, икенселәре иһә картала яҙылған ауырыуҙар тураһында бөтөнләй әйтергә ҡыймай. Өҫтәп яҙылған сирҙәрҙе ҡайҙан...

5 февраля 2020
Смотреть видео Ҡазан ҡалаһында “ТРЭК 2020” конференцияһы үтә | ГТРК «Башкортостан»

Ҡазан ҡалаһында “ТРЭК 2020” конференцияһы үтә

Унда  ҡатнашыусылар Өфө хирургтарының ҡан-тамырына заманса алымдар ярҙамында операция эшләүен тура эфирҙа күҙәтә. Операция бер сәғәт тирәһе дауам итә. Өфө хирургтары хәҙер пациенттың артерияларын эстән күрә ала. Махсус  ҡорамал ярҙамында табиптар хәҙер ҡан тамырҙары ауырыуҙарын алдан...

5 февраля 2020
Смотреть видео Сәләмәтлек һағында тороусы | ГТРК «Башкортостан»

Сәләмәтлек һағында тороусы

3 тапҡыр алтын скальпель алыусы, профессор, медицина фәндәре докторы, Рәсәйҙең атҡаҙанған табибы, Башҡортостандың атҡаҙанған фән эшмәкәре, һаулыҡ һаҡлау алдынғыһы, Салауат Юлаев Ордены Кавалеры Мәжит Нартайлаковҡа 60 йәш. Билдәле хирург республикала иң беренсе бауыр трансплантологияһын башҡара....

5 февраля 2020
Смотреть видео Быуат һөжүме | ГТРК «Башкортостан»

Быуат һөжүме

Башҡортостан диңгеҙселәре Александр Маринеско етәкселегендәге һыу аҫты кәмәһенең батырлығын иҫкә алды. 75 йыл элек 1945 йылдың 30 ғинуарында немецтарҙың иң ҙур лайнеры "Вильгельм Густлофф" торпедо утына тотола. Һөҙөмтәлә 4 меңдән артыҡ немец илбаҫары юҡ ителә. Тарихта ул « быуат һөжүме » тип...

5 февраля 2020
Яндекс.Метрика