Кем ғәйепле?

Өфө статистика, информатика һәм иҫәп-хисап техникаһы колледжында белем алыусы ике студент хәҙер психолог ярҙамына мохтаж. Асыҡланыуынса, ҡыҙҙарҙың уҡытыусыһы уларҙы фатирына саҡырып, бәйләнә башлаған. Ҡыҙҙар сығып ҡасҡас, ир уларҙы бурлыҡта ғәйепләй. 16 йәшлек ҡыҙҙар уҡытыусы фатирына ниндәй маҡсат менән барған? Ир кеше был хәлде нисек аңлата?

Беренсе курс студенттарына хәҙер уҡыу программаһын үҙләштерер өсөн өйҙә үҙаллы шөғөлләнергә тура килә. Улар колледжға барыу ғына түгел, ә өйҙән сығырға ла ҡурҡа. Ике әхирәт һүҙҙәренсә, октябрь башында 62 йәшлек оло уҡытыусылары уларҙы фатирына саҡыра һәм бәйләнә башлай. 16 йәшлек ҡыҙҙар уҡытыусы менән тәүҙә яҡшы мөнәсәбәттә булған. Ул студенттарға зачет тапшырыу эше менән һеҙгә ярҙам итәсәкмен, тип тә ышандырып йөрөгән. Фатирына ла ул ҡыҙҙарҙың бер ҡатлы булыуҙарын файҙаланыпмы, уҡыу программаһын ҡарарға тигән маҡсат менән саҡырған.

Балиғ булмаған ҡыҙҙар һөйләүенсә, өйҙән көс хәлгә сығып ҡасҡас, бер нисә минуттан ирҙең ҡатыны шылтыратып, уларҙы бурлыҡта ғәйепләй башлаған. Тәүҙә уҡытыусы үҙе шылтыратып, ҡыҙҙарға нимә булғанын бер кемгә лә һөйләмәүҙе үтенгән. Йөҙ меңдән ашыу һумға биҙәүестәр урлауҙарында ғәйепләнгәнс, ҡыҙҙар был хәлде ата-әсәләренә түкмәй-сәсмәй һөйләп бирә. Студенттар һүҙҙәренсә, 62 йәшлек уҡытыусы колледжда башҡа ҡыҙҙарға ла бәйләнеп йөрөгән. Ә уҡытыусы иһә ул көндө арҡам ауырта ине, шуға ла ҡыҙҙар үҙҙәре машина саҡыртып өйгә тиклем оҙатырға тәҡдим итте, тип белдерә.

Ата-әсәләрҙе иһә уҡытыусының медицина учреждениеһына мөрәжәғәт итмәйенсә, студенттар ярҙамынан баш тартмауы аптырашта ҡалдырҙы. Зыян күреүселәр адвокат яллаған. Улар уҡытыусыға енәйәт эшен ҡуҙғатыуҙарын һорай. Ун алты йәшлек ҡыҙҙар хәҙер психолог ярҙамына мохтаж. Әйткәндәй, улар был колледжтан тиҙ арала документтарын алырға ниәтләй.

Подпишитесь на нас в Google Новости

һУҢҒЫ ХӘБӘРҘӘР

Смотреть видео Рәсәй халҡын өҫтәмә ял көнө көтә | ГТРК «Башкортостан»

Рәсәй халҡын өҫтәмә ял көнө көтә

Халыҡ-ара ҡатын-ҡыҙҙар көнөн уңайынан Рәсәй халҡын өҫтәмә ял көнө көтә. Башҡортостандың Хеҙмәт һәм халыҡты социаль яҡлау министрлығынан хәбәр итеүҙәренсә, Хеҙмәт кодексына ярашлы, 8 Март – Халыҡ-ара ҡатын-ҡыҙҙар көнө – байрам көнө. Ул йәкшәмбегә тура килә. Шуға ла ял көнө байрамдан һуң килгән эш...

3 марта 2020
Смотреть видео Республикала ҡоймаҡ байрамдары гөрләне | ГТРК «Башкортостан»

Республикала ҡоймаҡ байрамдары гөрләне

Славян халҡының борондан килгән байрамы бөтә милләт вәкилдәрен берләштерҙе. Башҡорт дәүләт университеты студенттары ла был саранан ситтә ҡалманы.  Афроамерикандар, индустар, колумбиецтар, гректар, марый, урыҫтар - тағы бик күп халыҡ вәкилдәре студенттары  шаян һәм күңелле итеп ҡышты...

3 марта 2020
Смотреть видео Синоптиктар быйылғы йәйгә яҡынса фараздар яһаны | ГТРК «Башкортостан»

Синоптиктар быйылғы йәйгә яҡынса фараздар яһаны

Синоптиктар быйылғы йәйгә яҡынса фараздар яһап, ул ауыл хужалығы өсөн бик уңай буласаҡ тип белдерҙе. Ҡыш йылы булһа, йәй һыуыҡ киләсәк, тигән фекер инде күптән иҫкерҙе. Һауа торошон 1-3 көнгә генә теүәл күҙаллап була. 5-10 көнгә алдан күҙаллау ҙа теүәллек кәмей. Ә инде бер айға алдан фаразлау тик...

3 марта 2020
Смотреть видео Сүп-сар контейнерҙарын фототеркәү программаһы эшләй башланы | ГТРК «Башкортостан»

Сүп-сар контейнерҙарын фототеркәү программаһы эшләй башланы

Яҙҙың беренсе көнөнән Башҡортостанда сүп-сар контейнерҙарын махсус фототеркәү программаһы эшләй башланы. Ул сүп ташыусы машиналарҙың маршрутын көйләргә ярҙам итәсәк. Контейнер майҙансыҡтарының төбәк мониторингы программаһына ярашлы,  республикала сүп-сар контейнерҙары цифралы иҫәпкә алынған....

3 марта 2020
Смотреть видео 60-та ла матур булғы килә | ГТРК «Башкортостан»

60-та ла матур булғы килә

Өфө дауаханаларының берһендә өлкән йәштәге ханымдарға матурлыҡ серҙәрен өйрәтәләр. Үҙеңә оҡшау һәм матур булыу дауалауҙың бер алымы, ти табиптар. Һигеҙенсе тиҫтәһен тултырып киләгән Рәсилә Рәжәпова тәбиғи матурлыҡ яҡлы. Шулай ҙа визажистар ҡулына эләккән саҡта йөҙ-ҡиәфәтен тәртипкә килтереүҙән баш...

3 марта 2020
Өфөлә “Ҡанатлан” форумы үтте | ГТРК «Башкортостан»

Өфөлә “Ҡанатлан” форумы үтте

Уҡыусы балаларҙың психик һаулығын хәстәрләү, берҙәм мәктәп формаһын индереү, хәүефһеҙ интернет, балалар туҡланыуы. Белем биреү менән бер рәттән уҡыусылар өсөн уңайлы мөхит булдырыу мәсьәләләре Өфөлә икенсе тапҡыр үткән «Ҡанатлан» форумында күтәрелде. Физик, рухи һәм психологик сәләмәтлек – хәҙерге...

3 марта 2020
Смотреть видео Тел байрамы | ГТРК «Башкортостан»

Тел байрамы

Белгестәр билдәләүенсә һуңғы 150 йылда Рәсәй территорияһында 14 тел юҡҡа сыҡҡан, 18 тел хәүеф  аҫтында. Республикала төйәк иткән 130-ҙан ашыу милләт халҡы үҙ телен онотмаһын өсөн төбәктә ҙур эштәр башҡарыла. Өфөнөң Мостай Кәрим исемендәге 158-се  башҡорт гимназияһында үткән туған телдәр...

2 марта 2020
Смотреть видео Борис Лынник хәтирәләре... | ГТРК «Башкортостан»

Борис Лынник хәтирәләре...

Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашҡандарҙың күбеһе иҫән булмаһа ла, уларҙың ҡаһарманлығы бөгөн дә йәшәп килә. Ветерандарҙың яҡындары улар тураһындағы хәтирәләрҙе ҡәҙерләп һаҡлап килә. Благовар районы Языков ауылында йәшәүсе Борис Лынник үҙенең хәтирәләренә һәм архив материалдарына таянып атаһы тураһында...

28 февраля 2020
Смотреть видео Шанлы йылдар ауазы | ГТРК «Башкортостан»

Шанлы йылдар ауазы

Өфө мәктәптәренең береһендә Бөйөк Ватан һуғышына арналған үҙенсәлекле күргәҙмә асылған. Урындағы халыҡ экспозицияны тулыландырып тора. Был һандал төҫтәге итектәргә 78 йыл. БВҺ йылдарында Максимовка аэродромында уларҙы самолет тәгәрмәсенең резинаһынан ҡойғандар.Итектәрҙең хужаһы Анастасия Кирилловна...

28 февраля 2020
Смотреть видео Айыҡ ауыл | ГТРК «Башкортостан»

Айыҡ ауыл

Республикалағы иң “Айыҡ ауылы” исеме март урталарында аталасаҡ. Бөтә донъя башҡорттары Ҡоролтайы тарафынан уҙғарылған конкурс йәмәғәтселектә  ҙур хуплау тапты. Быйылғы ярышта республиканың һәр районынан тиерлек ауылдар ҡатнашҡан. Ярыштың һайлап алыу өлөшөнә 47  райондан ауылдар сыҡһа,...

28 февраля 2020
Яндекс.Метрика