Был һөнәргә бөтөү хәүефе янамай

Ауылда ул элиталы хеҙмәттәр иҫәбендә. Дүрт тиҫтә йыл фермала эшләгән Зинаида Сухорева һауынсы хеҙмәтенә тоғро. Хеҙмәт кенәгәһендә бер яҙыу – һауынсы. 1978 йылда һигеҙ класс тамамлап фермаға эшкә килгән 15 йәшлек ҡыҙ бында 40 йылға ҡала. Ул саҡтағы Салауат исемендәге колхоз ошо арауыҡта тиҫтәләгән төрлө үҙгәреш кисерә. 40 йыл элек 25 һауынсыны берләштергән 22 төркөм өс сменаға бүленеп һәр береһе ҡул менән 20 һыйыр һауып ҡына ҡалмай. 40 литрлы фляга менән һыу килтереп мал йыуа, ҡапсыҡлап он ташып уға ашарға һала, көрәкләп тиреҫ ташлай, һөт һауып алғандан һуң быҙау ҡарай. Барыбер күңелле ине, ти Зинаида Николаевна. Бер мәл колхоз тарҡалып һөнәрҙең бәҫе төшөп торҙо, бөгөн иһә барыһы ла яҡшы. Һөткә ихтыяж ҙур, фермала уңайлы. Хужалыҡ етәкселеге хеҙмәт шарттары ғына түгел, эшсәндәрҙең шәхси хужалығы һәм кәйефен дә хәстәрләй. Йыл һайын тиҫтәләгән кешегә шифаханала сәләмәтеген нығытыу мөмкинлеген бирә. Элекке колхоздың исеменә тоғро Салауат йәмғиәтендә 6 мең гектар ер, мең дә дүрт йөҙ баш эре мал, шуның алты йөҙө һауын һыйыр. Ауыл хужалығы тармаҡтарының барыһы ла өҫтөн, ти Василий Иванович. Иң мөһиме эш механизациялы яйға һалынған. Һауынсылар ун йыл инде автомат ҡуллана.  Ҡул менән һауаһыңмы, машинамы, һәр һыйыр үҙенә айырым иғтибар талап итә. Зинаида Николаевна уларҙың иллеһенә лә көн дә ваҡыт таба. Һыйырҙар таҙа, күңелдәре көр, көнөнә 23 ярым литр һөт бирәләр. Зинаида Николаевна шәхси хужалығын да бөхтәлектә тота. Ике һыйыр, ат, ваҡ мал, ҡош-ҡорт, баҡса. Яңғыҙы дүрт бала тәрбиәләп үҫтергән. Улдарының береһе малсы, икенсеһе механизатор, өлкән улы менән ҡыҙы төҙөүселәр. Биш йыл элек бергәләп иркен йорт һалып сыҡҡандар. Бар уңайлыҡтар өйҙә. Ауыл хужалығы хеҙмәткәрҙәренең һөнәри байрамы алдынан Зинаида Сухорева республиканың юғары дәүләт наградаһына лайыҡ. Фиҙәҡәр хеҙмәте өсөн бөгөн ул Башҡортостандың атҡаҙанған ауыл хужалығы хеҙмәткәре исемен алды. Алдынғы һауынсы хаҡлы ялға ашыҡмай. Башҡаларға өлгө күрһәтеп, ауылдағы элиталы һөнәрҙе киң танытып, яңы көс-дәрт менән артабан эшләргә әҙер. Хеҙмәтемде яратам, ти Зинаида Николаевна.

Читайте нас в Яндекс.Дзен

һУҢҒЫ ХӘБӘРҘӘР

Смотреть видео Башҡортостан 24 телеканалы дуҫтарын йыя | ГТРК «Башкортостан»

Башҡортостан 24 телеканалы дуҫтарын йыя

25 ғинуар “Динамо” спорт комплексында студенттар көнө уңайынан ҙур сара ойошторола. Ҡунаҡтарҙы билдәле артистар сығышы, ҡиммәтле бүләктәр, дәртле йырҙар көтә. Әле сараға әҙерлек эштәре нисек бара?  Егерме мең квадрат метр майҙанды биләгән “Динамо” спорт комплексынан бер ваҡытта ла кеше өҙөлмәй...

4 часа 12 минут назад
Смотреть видео Яугирҙарҙың исемдәре эҙһеҙ юғалырға тейеш түгел | ГТРК «Башкортостан»

Яугирҙарҙың исемдәре эҙһеҙ юғалырға тейеш түгел

75 йыл үткәндән һуң Венгрияны азат итеүҙә һәләк булған старшина Исрафил Ибраһимовтың ерләнгән урыны асыҡланған. Уның менән бергә  хәбәрһеҙ юғалған тағы 19 яугирҙың исемдәре табылған. Ибраһимовтар ғаиләһе  күптән  ырыу шәжәрәһен төҙөү менән ҡыҙыҡһына. Нәҫел ағасы әҙер, быуындар ебе...

4 часа 12 минут назад
Смотреть видео Һыу ҙа, канализация ла юҡ | ГТРК «Башкортостан»

Һыу ҙа, канализация ла юҡ

Башҡала үҙәгендә урынлашҡан иҫке йорт 1983-сө йылдарҙа уҡ авария хәлендә тип танылған. Әммә әлегә тиклем Миәс урамы, 42-се йортта йәшәүселәргә яңы торлаҡ бирелмәгән. Йортта бер тапҡыр ҙа капиталь ремонт башҡарылмаған. Зәбирә Хөснийәрованың атаһы Бөйөк Ватан һуғышы ветераны. Бүлмә уға ваҡытлыса...

4 часа 13 минут назад
Смотреть видео Башҡортостан спиртлы эсемлектәр сауҙаһын үҙгәртә | ГТРК «Башкортостан»

Башҡортостан спиртлы эсемлектәр сауҙаһын үҙгәртә

 Тәүге яңылыҡтарҙың береһе – байрам осоронда араҡы-шарап һатыуҙы сикләү. Суррогатҡа ҡаршы көрәштең һөҙөмтәһе юҡ түгел. Республикалаяңы йыл каникулдары осоронда спиртлы эсемлектәрҙе сикләү тураһындағы ҡанун бығаса көтөлмәгән һөҙөмтәләр биргән. Эш араҡы-шарап менән сауҙа итеүҙең 27 ...

4 часа 13 минут назад
Смотреть видео Йәш балаларҙың үлем осрағы һанын кәметеү күрһәткесе буйынса Башҡортостанда ыңғай һөҙөмтәләр кәрәк | ГТРК «Башкортостан»

Йәш балаларҙың үлем осрағы һанын кәметеү күрһәткесе буйынса Башҡортостанда ыңғай һөҙөмтәләр кәрәк

Был хаҡта Радий Хәбиров сәләмәтлек сәғәтенең сираттағы ултырышында белдерҙе. 2019 йылдың 11 айында республикала тыуған мең баланың һәр бишенсеһе һәләк булған. Сәләмәтлек сәғәтенең Республика клиника перинаталь үҙәгендә ойошторолған күсмә ултырышында яңы тыуған балаларҙың үлем осрағын кәметеү,...

4 часа 13 минут назад
Смотреть видео Өфөлә Төркиәнең почетлы консуллығын асырға планлаштыралар | ГТРК «Башкортостан»

Өфөлә Төркиәнең почетлы консуллығын асырға планлаштыралар

 Был турала Башҡортостан башлығы Радий Хәбиров Төркиәнең Рәсәйҙәге ғәҙәттән тыш һәм тулы хоҡуҡлы вәкиле Мехмет Самсар менән осрашыуҙа белдерҙе. Республикалар тығыҙ хеҙмәттәшлек итә, әммә ике яҡ та был бәйләнеште тағы ла нығытырға кәрәк, тигән фекерҙә. Әлеге мәлдә Башҡортостан менән Төркиә...

4 часа 13 минут назад
Смотреть видео Төҙөп бөтөргә ярамай емерергә... | ГТРК «Башкортостан»

Төҙөп бөтөргә ярамай емерергә...

“Автомобилист” баҡса йорто ҡасабаһында йәшәүселәргә йортһоҙ тороп ҡалыу ҡурҡынысы янай. Асыҡланыуынса, милекселәрҙең ер бүлемдәре ауыл хужалығы ихтыяжы өсөн тәғәйенләнгән. Урындағы халыҡ өй һатып алғанда бөтә документтар ҙа теүәл ине, тип билдәләй.  Купцовтар ғаиләһе йәшәгән йорттоң икенсе...

23 января 2020
Смотреть видео Ауыл медицинаһы | ГТРК «Башкортостан»

Ауыл медицинаһы

Бөтә Рәсәй халыҡ фронты вәкилдәре ил Президенты ҡушыуы буйынса ауыл медицинаһы торошона етди иғтибар итәсәк. Республика был йәһәттән эҙмә-эҙлекле эш бара, быйыл 90 фельдшер-акушерлыҡ пункты төҙөләсәк. Ауыл кешеләре хәҙер ашығыс медицина ярҙамы машинаһын үҙҙәре саҡыра, ә фельдшер-акушер пункттары...

23 января 2020
Смотреть видео Башҡортостанда Милли проекттарҙы бойомға ашырыу барышы Бөтә Рәсәй халыҡ фронты активының республика башҡарма власы вәкилдәре менән осрашыуында тикшерелде | ГТРК «Башкортостан»

Башҡортостанда Милли проекттарҙы бойомға ашырыу барышы Бөтә Рәсәй халыҡ фронты активының республика башҡарма власы вәкилдәре менән осрашыуында тикшерелде

 Беренсе вице-премьер Илшат Тажитдинов белдереүенсә, 2019 йылда проекттарға йүнәлтелгән сығымдарҙың 91,6 проценты үҙләштерелгән. Башҡортостанда 50 мәжбүри, 8 инициативалы проект бойомға ашырыла. Маҡсатҡа ярашлы күрһәткестәргә өлгәшеү даими күҙәтеү аҫтында. Был эштә Бөтә Рәсәй халыҡ фронтының...

23 января 2020
Смотреть видео Көйөргәҙелә ике айҙан яңы бассейн файҙаланыуға ташырыласаҡ, мәҙәниәт йорто биләмәһе йәйгә яңы төҫ алырға тейеш, ә Бөгөлсәндә мәктәпкә капиталь ремонт хәл ителде | ГТРК «Башкортостан»

Көйөргәҙелә ике айҙан яңы бассейн файҙаланыуға ташырыласаҡ, мәҙәниәт йорто биләмәһе йәйгә яңы төҫ алырға тейеш, ә Бөгөлсәндә мәктәпкә капиталь ремонт хәл ителде

 Радий Хәбиров эш сәфәре менән Көйөргәҙе районы һәм Күмертау ҡалаһында булды. Тулыраҡ беҙҙең хәбәрселәр әҙерләгән яҙмала. 175 урынға иҫәпләнгән Бөгөлсән ауылы мәктәбе 1968 йылда төҙөлгән. 50 йыл эсендә белем усағы бер тапҡыр ҙа капиталь ремонт күрмәгән. Даими ремонтты коллектив йыл да үҙ...

23 января 2020
Яндекс.Метрика