К 100-летию Мустая Карима - 561786780 | ГТРК «Башкортостан»

Хеҙмәтенә күрә хөрмәте

Ураҡ тамам, ауыл эшсәндәре миҙгел эшмәкәрлегенә йомғаҡ яһай. Республика аграрийҙары һөнәри байрамын мул уңыш һәм күтәренке кәйеф менән ҡаршылай. Республика башлығы вазифаһын башҡарыусы Радий Хәбиров иң яҡшы 10 комбайнсыны Нива автомобилдәре менән бүләкләне. Бер ураҡ миҙгеле һөҙөмтәһе – автомобиль. 21 йәшлек Айгиз Сәләмов студент каникулында ошондай уңышҡа өлгәшә. Аграр университетта инженер һөнәрен үҙләштергән егет баҫыу эшенә бәләкәйҙән ғашиҡ.  Ауылда йәштәргә мохтажлыҡтың юғары булыуын Самат Ғәлиуллин да таный. Иң яҡшы ураҡсы бәйгеһендә йөк машинаһы водителе номинацияһында еңеп ул да Туймазыға Өфөнән өр-яңы Нивала юл ала. Ерен һөйгән, һөнәрен яратҡан эшсәндәрҙең ауыл хужалығында уңышҡа өлгәшеүе тәбиғи. Республика башлығы вазифаһын башҡарыусы Радий Хәбиров ураҡты юғары уңыштар менән тамамлаған Әбйәлил, Стәрлетамаҡ, Балтас, Ҡыйғы, Саҡмағош райондары эшсәндәрен Башҡортостан Хөкүмәте дипломдары менән бүләкләне. Ауыл хужалығы һәм эшкәртеү сәнәғәте хеҙмәткәрҙәренең һөнәри байрамы уңайынан быйыл беренсе тапҡыр илһөйәр үҫмерҙәргә лә бүләктәр әҙерләнгән. Тыуған төйәген рәсемдәрендә данлап “Ерем-байлығым” конкурсында еңеүселәргә ошо велосипедтар тапшырыла.  Ауыр әммә изге хеҙмәт емештәрен республика аграрийҙары ойошторған күргәҙмә дәлилләй. Ит, һөт, икмәк ризыҡтарының ғәҙәти төрҙәре һәм милли үҙенсәлеклеләре, бал һәм унан әҙерләнгән тәмлекәстәр. Радий Хәбиров хужалыҡ һәм фермерҙарҙы иғтибар менән тыңлай. Башҡортостан илдең алдынғы аграр төбәге данына тап төшөрмәй. Быйыл ауыл хужалығы тауарҙарын етештереү күләме 120 миллиард һум. Мәскәүҙә йыл да ойошторолған “Алтын көҙ” күргәҙмәһендә республика быйыл 166 миҙал яуланы, шуларҙың яртыһынан күбе – алтын дәрәжәле. Радий Хәбиров артабан үҫеш өсөн беҙҙең мөмкинлектәр киң, тип белдерҙе. 2018 йылда ғына аграр комплексҡа 5 миллиард 800 миллион һум аҡса бүленгән. Республика ил күләмендә тәбиғи һәм саф аҙыҡ етештереүсе төбәк булараҡ үҙ позицияһын нығыта. Республика етәксеһе фекеренсә, бының өсөн аграр бизнестың заманса алымдарын киң ҡулланырға, фермер проекттарына ярҙам итергә, юғары ихтыяж файҙаланған культураларҙы күберәк үҫтерергә, ерҙе тәрән эшкәртеү ысулдарын файҙаланырға, етәкселек, бизнес һәм фән вәкилдәрен теләктәшлегенә өлгәшергә һәм ауыл кешеләренең хеҙмәт һәм тормош шарттарын яҡшыртырға кәрәк.

Орфографическая ошибка в тексте:
Чтобы сообщить об ошибке, нажмите кнопку "Отправить сообщение об ошибке". Также вы можете добавить свой комментарий.
Яндекс.Метрика