Студенттарҙы көсләргә яратҡан уҡытыусы

Ун алты йәшлек ҡыҙҙарға бәйләнгән уҡытыусы буйынса йәнә яңы мәғлүмәттәр билдәле булды. Өфө статистика, информатика һәм иҫәп-хисап техникаһы колледжын тамамлаусы башҡа студенттар ҙа был хәл беренсегә ҡабатланмай, тип белгертте. Әммә күптәр колледжтан ҡыуырҙар тип ҡурҡып, ваҡытында тәфтиш комитетына ғариза яҙмаған. Шулай ҙа уҡытыусының директоры иһә уны тик яҡшы яҡтан ҡылыҡһырлай. Өфө статистика, информатика һәм иҫәп-хисап техникаһы колледжын тамамлаған ун туғыҙ йәшлек ҡыҙҙар таныш уҡытыусыһы тураһында сыҡҡан репортажды күргәс тә, тәфтиш комитетына ғариза яҙырға бара. Студент саҡтарында тап ошо уҡытыусы ҡармағына эләктек, ти улар. Иҫегеҙгә төшөрәбеҙ, үткән көндәрҙә ул алты йәшлек ике ҡыҙ үҙ уҡытыусыһын бәйләнеүендә ғәйепләгән ине. Ҡыҙҙар көс хәлгә уның ҡулынан ысҡынып сығып ҡасҡас, уҡытыусы тәүҙә бер кемгә лә һөйләмәүен һорай, һуңынан уларҙы йөҙ мең һумдан ашыу торған биҙәүестәрҙе урлауҙарында ғәйепләй. Студенттарҙың әсәләре колледжға барып уҡытыусы менән күҙгә-күҙ ҡарашып һөйләште. Әммә алтмыш ике йәшлек ир ҡыҙҙарҙы ҡулым менән дә теймәнем, тип аҡланды. Асыҡланыуынса, уҡытыусы йәш студенттарҙы һәр ваҡыт кафеға йә иһә өйөнә саҡырған. Бынан тыш, студенттар һөйләүенсә, ул, күп осраҡта, ҡыҙҙарҙы массаж эшләүен һораған. Ә студенттар, үҙ сиратында, уҡыуҙа ауырлыҡтар тыуыр тип, уның тәҡдименән баш тартырға ҡурҡҡан. Ә бына колледжта уҡытыусының хеҙмәттәштәре уға тик яҡшы ҡылыҡһырлама бирә. Был хәлдән һуң уҡытыусы Рәмил Хәйрльварин хәлем насар тигән сәбәп табып, үҙ теләге менән уҡытыусы вазифаһын бушатыуын һорап ғариза яҙған. Тәфтиш комитеты тикшереү эшен башланы. Бертоне салонында  ир егеттәр ҙә ҡатын ҡыҙҙар ҙа  үҙҙәренә кәрәкле әйбер таба ала. Төрлө стилдә һәм фасондарҙа күрһәтелгән пальтолар, курткалар  бер кемде лә битараф ҡалдырмаясаҡ. Әйткәндәй, салонда хаҡтар ҙа ҡулайлы. Профессиональ һатыусылар һәр ваҡыт кәрәкле әйбер эҙләп табырға ярҙам итергә әҙер.  Ҡыш етеүе менән үҙегеҙгә йылы кейем эҙләйһегеҙме. Бертоне кейем салонында яңы коллекция. Бында һәр кем үҙе өсөн мотлаҡ матур, юғары сифатлы һәм модалы кейем таба аласаҡ. Бертоне  кейем салонын эҙләп табыуы бик еңел. Үҙәк сауҙа комплексының 2-се ҡатында урынлашҡан сауҙа нөктәһе көн һайын тәнәфесһеҙ эшләй.

Смотрите нас в YouTube


һУҢҒЫ ХӘБӘРҘӘР

Смотреть видео Ауыл тренеры | ГТРК «Башкортостан»

Ауыл тренеры

Башҡортостанда “Ауыл тренеры” программаһы эшләй башланы. Республика етәксеһе Радий Хәбиров белдереүенсә, спорттың 11 төрө буйынса 15 кеше билдәләнгән.  Шулай итеп, спорт көрәше, бокс, көрәш, хоккей, биатлон, ауыр һәм еңел атлетика, йәйәнән атыу, каратэ, спорт ориентиры, тай боксы буйынса...

13 августа 2020
Смотреть видео Батша балығы – Башҡортостан йылғаларында | ГТРК «Башкортостан»

Батша балығы – Башҡортостан йылғаларында

 Республикала тәүгеләрҙән булып асылған бағыр фермаһы уңышлы эшләп килә. Донъяла иң ҡиммәтле балыҡтарҙың бер төрөн – бағырҙы Салауат районындағы Ләүзә йылғаһында төҙөлгән бассейндарҙа үрсетәләр. Бағырҙы йыш ҡына “батша балығы” тип йөрөтәләр. Бөтә донъяла иң ҡиммәтле балыҡтарҙың был төрөн...

13 августа 2020
Смотреть видео Альтаир һауаға күтәрелде | ГТРК «Башкортостан»

Альтаир һауаға күтәрелде

Тәүге тапҡыр. ,,Первушино,, аэродромында яңы самолет менән таныштырыу сараһы үтте. Яңы ғына файҙаланыуға тапшырылған самолетта осорға йыйынабыҙ. Ул ике кешегә иҫәпләнгән. Ерҙән 2000 метрға күтәрелә ала һәм сәғәтенә 150 км юл үтә.,,Альтаир,, тип исемләнгән самолет ғәрәп теленән тәржемә иткәндә –...

13 августа 2020
Смотреть видео Баланы мәктәпкә әҙерләү күпмегә төшә? | ГТРК «Башкортостан»

Баланы мәктәпкә әҙерләү күпмегә төшә?

 Ата-әсәләр, әлбиттә, балаларын мәктәпкә әҙерләй башланы.Беренсе класҡа әҙерлек иң тәүҙә костюмдан башлана. Был Артемдың тәүге классик кейеме – пиджак, салбар, күлдәк, галстук – һәр береһен кейеп ҡарарға тура килә. Килешле костюмдың  еңе лә, балағы ла әҙерәк оҙонораҡ булыуы шарт, ни тиһәң...

13 августа 2020
Смотреть видео Мәктәптәрҙә санитар талаптар | ГТРК «Башкортостан»

Мәктәптәрҙә санитар талаптар

Республиканың мәғариф министрлығы 1 сентябрь-Белем көнөнә бәйле асыҡлыҡ индерҙе.Коронавирусҡа бәйле хәл тотороҡло ҡалһа, балалар мотлаҡ мәктәптәргә барасаҡ. Хәл үҙгәрә  икән, өлкәндәрҙең һәм балаларҙың һаулығын һәм именлеген һаҡлау маҡсатында башҡа ҡарар ҡабул ителәсәк, тип хәбәр иттеләр...

13 августа 2020
Смотреть видео Башҡортостанда Ковид-19 сирен йоҡтороусылар 7 мең 127-гә етте | ГТРК «Башкортостан»

Башҡортостанда Ковид-19 сирен йоҡтороусылар 7 мең 127-гә етте

5 мең 424 кеше һауығып сыҡҡан.  Пандемия башланғандан алып коронавирустан 25 кеше һәләк булған. Белгестәр тағы ауырыуҙан һаҡланыу өсөн битлектәр кейеү кәрәклеге тураһында иҫкәртә. Башҡортостанда әле коронавирус менән симптомһыҙ һәм еңел формала ауырыу осраҡтарының артыуы күҙәтелә. Был турала...

13 августа 2020
Смотреть видео Луиза Хәйруллина суд алдында яуап тота  | ГТРК «Башкортостан»

Луиза Хәйруллина суд алдында яуап тота

Банктан 23 миллион һум аҡса урлаусы Луиза  Хәйруллина  эше буйынса суд ултырышы башланды.  Ултырыштар залына уның ире лә килтерелде. Тап уның уйын ҡомарына бирелеп, ҡатынын аҡса урлауға этәреүе ихтимал.

13 августа 2020
Мәктәптә коронавирусҡа ҡаршы яңы алымдар индерелә | ГТРК «Башкортостан»

Мәктәптә коронавирусҡа ҡаршы яңы алымдар индерелә

Төбәктә коронавирус менән бәйле хәл үҙгәрешһеҙ ҡалһа өс аҙнанан урта белем биреү йорттары уҡыусыларҙы ҡабул итергә әҙерләнә. Мәскәүҙә үткән “Рәсәй именлеге нигеҙе – милләт сәләмәтлеге” Бөтә Рәсәй форумында Башҡортостан Хөкүмәте рәйесенең беренсе урынбаҫары Андрей Назаров “Төбәк уҡыу йорттарында...

12 августа 2020
Көндәр һыуыта | ГТРК «Башкортостан»

Көндәр һыуыта

Башҡортостанда киләһе төндә һалҡынайта. Таулы райондарҙа һауа температураһының ике градус йылыға ҡалыуы ихтимал. Гидрометеорология һәм тирә-яҡ мөхитте күҙәтеү үҙәгенең Башҡортостан идаралығы белгестәре республика райондарында төндә һауа температураһының тик 7-12 градус йылы булырын күҙаллай. 13...

12 августа 2020
“Ауыл тренеры” старт ала | ГТРК «Башкортостан»

“Ауыл тренеры” старт ала

“Ауыл тренеры” программаһы сиктәрендә быйыл спорттың 11 төрө буйынса күнегеүҙәр биргән тәүге 15 кеше 600 мең һум күләмендәге аҡсалата ярҙам аласаҡ. Был хаҡта Республика башлығы Радий Хәбиров социаль селтәрҙәге сәхифәһендә белдерҙе. Дәүләт ярҙамына лайыҡ беренсе ауыл тренерҙары Архангел, Бәләбәй,...

12 августа 2020