Өфөлә Беренсе май урамында газ шартлаған

Һәләк булыусылар һәм йәрәхәтләнеүселәр юҡ. Асыҡланыуынса, хужабикә газды тулыһынса һүндерелмәгән булған. Уяулыҡты юғалтыу шундай күңелһеҙ хәлдәргә килтереүе ихтимал. Бының менән мутлашыусылар ҙа файҙаланып ҡалырға тырыша.

Өфөлә мутлашыусылар үҙҙәрен газ хеҙмәте хеҙмәткәрҙәре итеп танытып оло йәштәге ҡатындың фатирына 6 меңә һумға янғын һәм газ еҫен иҫкәртеүсе 4 махсус ҡоролма ҡуйған. Ә ысыныда иһә бер датчиктың хаҡы яҡынса 200 һум. Ирина хәҙер ҡайҙа мөрәжәғәт итергә лә белмәй. Ике йәш егет Иринаның ҡәйнәһе 83 йәшлек Любовь Николаевнаның фатирына 6 мең һумлыҡ датчиктар ҡуя. Ә ысынында бындай датчиктың береүһе яҡынса 200 һум тора.  Ялған белгестәр бының менән генә туҡтамай. Улар Любовь Николаевнаның күршеһенә лә үҙ хеҙмәтен тәҡдим итә. Әгәр ҙә был датчиктарҙы ҡуймаһағыҙ һеҙгә ҡарата енәйәт эше асыласаҡ, ти тә ҡурҡыта. Ялған          газовиктар ниңәлер фатир хужаһының паспорт һәм башҡа документтарын фотоға төшөрөп ала һәм фатирҙан сығып китә.

Кискә иһә Илдар … ниндәйҙер “Финанс кредит” тигән ойошма вәкилдәре шылтыратып кредит алырға тәҡдим итә. Ялған газовиктар ҡалдырған квитанцияларҙан күренеүенсә, был ойошма ниндәйҙер шәхси эшҡыуар Сибәғәтуллин Руслан Рәзәп улы исеменә теркәләгән. Әгәр ҙә интернетта шәхси эшҡыуар Сибәғәтуллин Руслан Рәзәп улы тип эҙләһәң, уның турала бер-нисә тиҫтә мәғлүмәт сыға. Иң ҡыҙығы ул газ өлкәһенән тыш шулай уҡ финанс һәм кредит, бәләкәй кредит ойошмалары һәм башҡа өлкәләге эштәр менән шөғөлләнә. Асыҡланыуынса, ялған ойошманың офисы төнгө клубта урынлаша. Тик хеҙмәткәрҙәр иһә был хәл буйынса аңлатма биреүҙән баш тартты.

Рәсми газ хеҙмәткәрҙәре әйтеүенсә, һуңғы арала республикала ялған хеҙмәткәрҙәре һан арта. Газ торбалары, махсус датчиктарҙы тик шәхси теркәлгән ойошма ҡуя һәм тикшерелә ала. Ә республикала иһә ундай ойошма берәү генә. Газ датчиктары, төрлө электр ҡоролмалары һәм башҡа хеҙмәттәр. Ҡыҙғанысҡа, республикала халыҡты алдап аҡса эшләүселәр артҡан арта ғына бара. Шуға ла иң мөһиме иғтибарлы булырға ғына ҡала.

Подпишитесь на нас в Google Новости

һУҢҒЫ ХӘБӘРҘӘР

Смотреть видео Өсләтә бәхет | ГТРК «Башкортостан»

Өсләтә бәхет

Башҡортостанда 2020-се йылда тыуған тәүге өс игеҙ балалы ғаилә дәүләттән ярҙам аласаҡ. Сыңғыҙовтарҙың ошо көндәрҙә ике улы һәм ҡыҙы донъяға килде. Мираҫ, Мөхәммәт һәм Гөлли–Сыңғыҙовтар ғаиләһенең өс ҙур бәхете. Исемдәрҙе лә ата-әсә оҙаҡ уйлай, есемдәренә тап килеп, бәрәкәтле булһын тигән теләктә...

21 февраля 2020
Смотреть видео Ғаилә ҡороу өсөн матур дата | ГТРК «Башкортостан»

Ғаилә ҡороу өсөн матур дата

 2020-се йылдың 20 февралендә республика буйынса 332 пар никахтарын законлаштырған. Шулай уҡ, Өфөнөң Киров ЗАГСында 50 һәм 60 йыл бергә иң-иңгә терәп, ғүмер итеүселәрҙе лә ҡотлап үттеләр. Руслан менән Кристина иң матур даталарҙың береһе-2020-се йылдың 20 февралендә никахтарын рәсмиләштереү...

21 февраля 2020
Смотреть видео Бөйөк Ватан һуғышы ветераны Ишҡол Мәхмүтов | ГТРК «Башкортостан»

Бөйөк Ватан һуғышы ветераны Ишҡол Мәхмүтов

Йылдан йыл Бөйөк Ватан һуғышы ветерандары кәмей бара. Әммә, күптән инде 90-ды уҙған ветерандар иҫән әле һәм улар киләсәк быуынға һуғыш афәттәрен, фашистарҙың йыртҡыслығын һөйләргә әҙер. Бөйөк Ватан һуғышы ветераны Ишҡол Мәхмүтов фашистар менән алышып та, 9 ай әсирлектә булып та өлгөрә. Ҡаҙмаш...

21 февраля 2020
Смотреть видео Руслан Мирсәйәпов - Рәсәйҙең Әзербайжандағы сауҙа вәкиле | ГТРК «Башкортостан»

Руслан Мирсәйәпов - Рәсәйҙең Әзербайжандағы сауҙа вәкиле

Рәсәй Хөкүмәте ҡарары менән Руслан Мирсәйәпов Рәсәйҙең Әзербайжандағы сауҙа вәкилләгенең етәксеһе итеп тәғәйенләнде. Иҫегеҙгә төшөрәбеҙ,  Руслан Заһит улы 2017 йылдан Башҡортостандың Тышҡы иҡтисади бәйләнештәр буйынса дәүләт комитеты етәксеһе вазифаһын башҡарҙы. Руслан Мирсәйәпов  сығышы...

21 февраля 2020
Смотреть видео Бөгөн Халыҡ ара-туған телдәр көнө | ГТРК «Башкортостан»

Бөгөн Халыҡ ара-туған телдәр көнө

 Ошо айҡанлы республикабыҙҙың Мәҙәниәт министрлығы Башҡортостан Башлығы грантын тормошҡа ашырыу һөҙөмтәләре буйынса семинар уҙғарҙы. Ике йыл дауамында төрлө йүнәлештәге 42 проект ҡаралған. Шуларҙың 12-һе киң йәмәғәтселеккә сығарылды. Глобалләшеү шарттарында һәм күп милләтле мөхиттә башҡорт...

21 февраля 2020
Смотреть видео Мәктәп туҡланыуына ҡағылған бар тәртип боҙоу осраҡтары | ГТРК «Башкортостан»

Мәктәп туҡланыуына ҡағылған бар тәртип боҙоу осраҡтары

Уҡыусылар өҫтәленә күгәргән татлы эремсек оҙатҡан тәьмин итеүсе менән килешеү туҡтатыла. Мәғариф сәғәтенең сираттағы ултырышында Радий Хәбиров был күрһәтмәне үтәүҙе шәхси күҙәтеүгә алыуы хаҡында белдерҙе. Ғәҙәттән тыш хәл Әбйәлил районы ауыл мәктәптәренең береһендә теркәлгән. Балаларға сифатһыҙ...

21 февраля 2020
Смотреть видео Башҡортостанда йылға пароходсылығы тергеҙеләсәк | ГТРК «Башкортостан»

Башҡортостанда йылға пароходсылығы тергеҙеләсәк

Был турала республика башлығы Радий Хәбировтың Суднолар ремонтлау һәм төҙөү заводына эш сәфәре барышында билдәле булды. Радий Фәрит улы 2020 йылда навигацияла ҡатнашасаҡ иң ҙур судноларҙың береһе - легендар “Чайка” теплоходы менән яҡындан танышты. 150 пассажирға иҫәпләнгән транспорт Өфө тирәләй...

21 февраля 2020
Смотреть видео Йәш быуынға өлгө | ГТРК «Башкортостан»

Йәш быуынға өлгө

84 йәш булыуына ҡарамаҫтан, Өфө ҡалаһында йәшәүсе Наил Яушев әлегә тиклем саңғыла йөрөй һәм саңғы ярыштарында ҡатнаша. Үҙенең балаларында ла спортҡа һөйөү уята. Наил Яушев өсөн был кубок “Рәсәй саңғыһы” ярышынан иң ҡәҙерлеләренең береһе. Уның коллекцияһында бүләктәр, грамота-дипломдар күп. Ә...

20 февраля 2020
Смотреть видео Бөйөк Еңеүҙең 75 йыллығына арнап Өфө тирәләй саңғы походы ойошторола | ГТРК «Башкортостан»

Бөйөк Еңеүҙең 75 йыллығына арнап Өфө тирәләй саңғы походы ойошторола

 75 саҡырымлыҡ походҡа 22 февралдә старт бирелә. Тәүге көндә саңғысылар Өфөнөң Орджоникидзе районы Иҫке Турбаҫлы ауылынан  Тимашев ҡасабаһына тиклем юл үтергә ниәтләй. Артабан, Тимашев, Максимовка ҡасабаларында, Николай Гастелло һәйкәлендә, Димдә, Затонда һәм Еңеү паркында Мемориаль...

20 февраля 2020
Смотреть видео Ата-әсәләр менән бергә Берҙәм Дәүләт Имтиханы | ГТРК «Башкортостан»

Ата-әсәләр менән бергә Берҙәм Дәүләт Имтиханы

Бөтә Рәсәй акцияһына Башҡоростан да ҡушылды. Эшлекле уйын формаһында һынау тотоу өсөн ата-әсәләр сығарылыш уҡыусылары менән берлектә Ҡасим Дәүләткилдиев исемендәге Республика һынлы сәнғәт интернат-гимназияһына йыйылды. Флүрә ханым Леонид Гайдайҙың геройы менән тулыһынса килешә. «Имтихан - ул һәр...

20 февраля 2020
Яндекс.Метрика