К 100-летию Мустая Карима - 561786780 | ГТРК «Башкортостан»

Халыҡ риза түгел

Өфө ҡалаһының Менделеев урамында йәшәүселәр коммуналь хужалыҡ хеҙмәткәрҙәрен сәбәпһеҙ аҡса йыйыуҙа ғәйепләй.

Күп ҡатлы йорттарҙың береһендә көн итеүселәр коммуналь хужалыҡ өсөн түләнә торған квитанцияла тик торғандан тағы ла бер пункт барлыҡҡа килгәнгә зарлана.  44 йыл ғүмерен ошо өйҙә үткәргән Зәйтүнә Вәлиева, бындай хәл элек булғаны, юҡ ине, ти. Аптыраған халыҡ ҡайҙа ғына мөрәжәғәт итеп ҡарамай, тик юҡҡа ғына.

Бында йәшәүселәрҙең күбеһе хаҡлы ялдағылар. Әлбиттә яңы графала барлыҡҡа килгән 800 һум ярайһы ғына кеҫәгә һуға, ти улар. Квитанцияларҙа халыҡ менән кәңәшләшеп тормайынса хаҡтарҙың артып килеүе йортта йәшәүселәрҙә ризаһыҙлыҡ тыуҙырҙы.   Сөнки элек был йортта йәшәүселәр газ ҡоролмаларын тикшереүгә йылына 10 мең һум түләһә, хәҙер инде йылына 130 мең һум аҡсаны сығарып һалырға кәрәк.

Торлаҡ-коммуналь хужалыҡ идаралығы хеҙмәткәрҙәре әйтеүенсә, һуңғы йылдарҙа  газ арҡаһында шартлауҙар күбәйеүгә бәйле, ҡағиҙәләр ҙә ҡатылана. Шуға ла бындай тикшереүҙәр  өс йылға бер тапҡыр үткәреләсәк.

Орфографическая ошибка в тексте:
Чтобы сообщить об ошибке, нажмите кнопку "Отправить сообщение об ошибке". Также вы можете добавить свой комментарий.
Яндекс.Метрика