Ишембай районында совет осорондағы паспорттар табылған

Үҙенсәлекле табыштың хаҡы түгел, ә әһәмиәте юғары. Сөнки унда Советтар союзы граждандарының фоторәсемдәре һаҡланған. Эҙәрмәндәр ошо ҡиммәтле документтарҙы тапшырыр өсөн паспорт хужаларының яҡындарын эҙләй.

Владислав Арыҫлановтың дуҫтары алты йыл элек үҙенсәлекле табышҡа юлыға. Ишембай районында иҫке бер йорттоң нигеҙендә табылған  сумаҙан эсендә элекке документтар менән бергә ошо паспорттар ҙа була. Владислав паспорт хужаларының яҡындарын табырға теләп, эҙәрмәндәр отрядына мөрәжәғәт итте. Шәхесте раҫлаусы документтар 1924 һәм 1925 йылдарҙа тыуғандарҙыҡы, өҫтәүенә “хәрби хеҙмәткә бурыслы” тигән яҙыу ҙа бар. Тимәк, уларҙың Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашыуҙары ихтимал. Ысынлап та, асыҡланыуынса, ике егет 1941 йылда совет армияһына саҡырылған.

Станислав Антипин Курск бәрелешендә һәләк була, ә бына Юрий Опалев фронттан кире әйләнеп ҡайта. Ә ҡалған икәүһе тылда хеҙмәт иткән, шуға улар тураһында хәрби мәғлүмәттәр базаһында бер нимә лә табылманы. Советтар союзы граждандарының паспорттарында уларҙың ниндәй милләт вәкиле булыуы тураһында, башҡорт телендә кириллица һәм латин алфавиттары нигеҙендә яҙыуҙар ҙа бар. Ә шулай ҙа, был документтарҙа иң ҡәҙерлеһе -фоторәсемдәр. Ул осорҙа кешеләрҙең һирәк, йә бөтөнләй фотоға төшмәгәнен иҫәпкә алғанда, яҡындары өсөн улар алтынға бәрәбәр.

Әммә көтөлмәгән бүләкте тапшырыр өсөн тәүҙә паспорт хужаларының туғандарын табырға кәрәк. Уларҙың өсәүһе Башҡортостандан: Антипин Станислав Григорьевич Благовещен районының Удельно-Дуваней ауылында тыуған, Мансур Ғүмәр улы Атласов Стәрлебаш районының Арыҫлан ауылы егете, Юрий Григорьевич Опалев Өфөнән. Ә араларындағы берҙән-бер ҡатын-ҡыҙ — Буркова Евдокия Һарытау өлкәһенең Турков районынан. Совет осорондағы документтар ни өсөн Ишембай районына барып сыҡҡаны әлегә билдәһеҙ. Бәлки унда паспорт өҫтәле, йә саҡырыу пункты булғандыр. Сөнки һалдат хеҙмәткә алынғанда паспортын алып ҡалғандар. Өҫтәүенә, был документтар табыштың өстән бер өлөшө генә.

Ишембай районында табылған был паспорттарҙың хаҡы түгел, ә әһәмиәте ҡиммәтле. Эҙәрмәндәр ҡулына килеп эләккән документтар тарихҡа билдәле булмаған яңы биттәрҙе аса. Әммә был паспорттар янында булған башҡа ҡағыҙҙар ҙа имен булһа, тағы ла тиҫтәләгән ғаиләгә яҡындары тураһында яңы мәғлүмәттәр белергә мөмкин булыр ине.

Хәбәрҙәр

Смотреть видео Былау байрамы | ГТРК «Башкортостан»

Былау байрамы

Ғафури районынында иң тәмле былау бешереүесене билдәләнеләр. онкурстың еңеүсеһе итеп Артур Сәмиғуллин билдәләнде. Күңел йылыһын һалып бешергән ризыҡтан байрамда ҡатнашыусы Табын ауылының социаль приюты тәрбиәләнеүселәре лә ауыҙ итте. Балалар өсөн ойоштороусылар ҡыҙыҡлы, бай йөкмәткеле программа...

11 июля 2019
Смотреть видео Өфөлә ғашиҡтарҙы йыртҡыстарса яндырып үлтергән иргә хөкөм ҡарары сығарылды | ГТРК «Башкортостан»

Өфөлә ғашиҡтарҙы йыртҡыстарса яндырып үлтергән иргә хөкөм ҡарары сығарылды

Константин Вавилов 17 йылға ҡаты режимлы төрмәгә оҙатылды. Хоҡуҡ һаҡсылары енәйәтсенең нисек алдарға маташыуын һәм хөкөмдән ҡасырға тырышыуын да асыҡлаған. Сөнки, үлер алдынан ҡыҙ барыһын да һөйләп бирә. Ике кеше ғүмерен ҡыйған был кешегә тиҙҙән хөкөм ҡарары сығарыласаҡ. Константин Вавилов үҙен бер...

11 июля 2019
Смотреть видео Рәсәй һәм донъя хәбәрҙәре | ГТРК «Башкортостан»

Рәсәй һәм донъя хәбәрҙәре

Рәсәй президенты БАМ-ды төҙөүгә 45 йыл тулыу уңайынан магистралде төҙөүселәргә мөрәжәғәт итте. Владимир Путин Байкал-Амур магистрален бөтә халыҡ проекты тип атаны. Әрмәнстанда ер шарындағы берҙән-бер радиооптик телескопты тергеҙергә уйлайҙар. Һауаны ике диапозонда ҡарау мөмкинлеген биргән был...

11 июля 2019
Смотреть видео Балалар - балаларға | ГТРК «Башкортостан»

Балалар - балаларға

Владимир Спиваков фондының  мәрхәмәтлек проекты менән йәш музыканттар Өфөнөң 17-се дауаханаһындағы тиҫтерҙәре алдында сығыш яһаны. Аяҡ-ҡулдарын йәрәхәтләп, йәйге ялдарҙан мәхрүм ҡалған ҡыҙ һәм малайҙар өсөн улар төрлө музыка ҡоралдарында классик, халыҡ көйҙәрен башҡарҙы, йырҙар йырланы....

11 июля 2019
Смотреть видео Хаталанырға хоҡуғы бар | ГТРК «Башкортостан»

Хаталанырға хоҡуғы бар

Өфө дәүләт нефть техник университеты студенттары хәүефле һөнәр эйәләре өсөн виртуаль тренажерҙар эшләй. Хәҙер белгестәр уйын формаһында оҫталыҡ тупларға һәм яңы алымдарға өйрәнә ала. Руслан Миһранов комьютер алдында ғына ултырһа ла, уйҙары менән нефть ятҡылығында йөрөй. Уға һауа өлгөһөн алып,...

11 июля 2019
Смотреть видео Халыҡ-ара балалар уйындарына 1200 спортсы килде | ГТРК «Башкортостан»

Халыҡ-ара балалар уйындарына 1200 спортсы килде

Өфө-Арена майҙанында командалар менән танышыу тантанаһы уҙҙы. Сара концерт номерҙары менән үрелеп барҙы. Йәш спортсыларҙың кәйефе нисек? Улар ҙур ярышҡа әҙерме? Һәр бер команда ҡулында үҙ иленең флагы. Халыҡ-ара Олимпия Комитеты булышлығында 53-сө Халыҡ-ара балалар уйындары сараһында ҡатнашыусы...

11 июля 2019
Смотреть видео Өфөлә 53-сө халыҡ-ара балалар уйындары башланды | ГТРК «Башкортостан»

Өфөлә 53-сө халыҡ-ара балалар уйындары башланды

 Республика етәксеһе Радий Хәбиров Өфөгә килгән олимпия уйындары чемпиондары менән Затон биҫтәһендә яңы сафҡа индерелгән спортсылар әҙерләү үҙәген асыу тантанаһында ҡатнашты. Ҡунаҡтар араһында Рәсәйҙең спорт министры урынбаҫары Сергей Косилов, 5 тапҡыр олимпия уйындары чемпионы, Рәсәйҙең...

11 июля 2019
Смотреть видео Ике йылдан БашӨфөлә кардиология диспансерының яңы корпусына нигеҙ ташы һалынды | ГТРК «Башкортостан»

Ике йылдан БашӨфөлә кардиология диспансерының яңы корпусына нигеҙ ташы һалынды

Ике йылдан Башҡортостан кардиологтары ҡатмарлы операцияларҙы заманса шарттарҙа яһай башлаясаҡ. Республика кардиология диспансерының яңы бинаһына нигеҙ ташы һалынды. Ике йыл эсендә бында заман талаптарына яуап биргән майҙандар файҙаланыуға тапшырылыр, тип көтөлә. Табиптарҙың төп маҡсаты яңы урындар...

11 июля 2019
Смотреть видео Республикала ғаилә, мөхәббәт һәм тоғролоҡ үҙәге барлыҡҡа килде | ГТРК «Башкортостан»

Республикала ғаилә, мөхәббәт һәм тоғролоҡ үҙәге барлыҡҡа килде

Бөрө ҡалаһы йыл да июлдең һигеҙендә ғашиҡтарҙы үҙенең күркәм Сиркәү майҙанына саҡыра. Ғаилә, мөхәббәт һәм тоғролоҡ көнө менән ҡотлап сувенир, шоколад, открытка кеүек бүләк биреү ғәҙәте юҡ. Был датаның төп йолаһы – көндө ғаиләң, яратҡан кешеләрең менән бергә үткәреү. Бүләктең иң ҡәҙерлеһе – ромашка...

10 июля 2019
Смотреть видео Әр-рәхим мәсете төҙөлөшө тергеҙелә | ГТРК «Башкортостан»

Әр-рәхим мәсете төҙөлөшө тергеҙелә

Башҡортостан етәкселеге яңы инвестор менән Өфөлә Әр-рәхим мәсете төҙөлөшөн дауам итеү тураһында һөйләшеп килеште. Был турала республика етәксеһе Радий Хәбиров белдерҙе. Иман йорто төҙөлөшөнә 100 миллион һумлыҡ инвестиция йәлеп ителә. Башҡа ҙур кампаниялар менән төҙөлөшкә ҡушылыу тураһында...

10 июля 2019
Смотреть видео “Башҡорт ихаталары” проектына 1 миллиард 700 миллион һум аҡса бүленә | ГТРК «Башкортостан»

“Башҡорт ихаталары” проектына 1 миллиард 700 миллион һум аҡса бүленә

“Башҡорт ихаталары” проектын тормошҡа ашырыуға төбәк ҡаҙнаһынан быйыл 1 миллиард 700 миллион һум аҡса бүленә. Граждандар ихаталарҙың ниндәй ҡағиҙә буйынса һайлап алыныуын белмәй. Шуға ла торлаҡ-коммуналь хужалыҡ министрлығы айырым белешмә әҙерләйәсәк. Республика етәксеһе Радий Хәбиров әйтеүенсә,...

10 июля 2019
Смотреть видео Парламент эшмәкәрлегенә йомғаҡ яһалды | ГТРК «Башкортостан»

Парламент эшмәкәрлегенә йомғаҡ яһалды

Башҡортостан депутаттары яҙғы сессия ваҡытында 90-дан ашыу закон ҡабул иткән. Бынан тыш, 3 ултырыш, 13 түңәрәк өҫтәл ойошторолған һәм төрлө министрлыҡ-ведомстволар етәкселәренең 30-ҙан ашыу доклады тыңланған. Ошо турала Дәүләт Йыйылышы-Ҡоролтайҙың эшмәкәрлегенә арналған матбуғат конференцияһында...

10 июля 2019
Смотреть видео Иғтибар үҙәгендә Стәрлетамаҡ ҡалаһы үҫеше | ГТРК «Башкортостан»

Иғтибар үҙәгендә Стәрлетамаҡ ҡалаһы үҫеше

Стәрлетамаҡта алданған өлөшсөләрҙең бер төркөмө 1 октябрҙә яңы фатирҙарының асҡысын аласаҡ. Республика еткәсеһе Радий Хәбиров 4 йыл буйына һуҙылған ошо мәсьәләне хәл итеү юлын күрһәтте. Стәрлетамаҡҡа эш сәфәре барышында төбәк етәксеһе ҡаланың социаль-иҡтисади хәле менән дә танышты. Октябрҙең...

10 июля 2019
Смотреть видео  Йәш татар рассамдары Башҡортостанда | ГТРК «Башкортостан»

Йәш татар рассамдары Башҡортостанда

Ике ай элек Өфөлә Татарстан мәҙәниәте көндәре сиктәрендә ике туғандаш республиканың мәҙәниәт министрлыҡтары уҡыу йорттары араһында хеҙмәттәшлек ептәре булдырырыға килешкәйне. Ошо көндәрҙә Өфө дәүләт сәнғәт институты тәүге ҡунаҡтарҙы ҡаршыланы. Яр Саллы дәүләт педагогия университетының дизайн һәм...

9 июля 2019
Смотреть видео Башҡортостанда иң яҡшы студент һәм мәктәп театрын билдәләнеләр | ГТРК «Башкортостан»

Башҡортостанда иң яҡшы студент һәм мәктәп театрын билдәләнеләр

Баш федераль инспектор «Волга буйы театрҙары» конкурсының төбәк этабы призерҙары менән осрашты.  Межгорье ҡалаһынан “Пауза”төркөмө мәктәп театрҙары араһында беренсе булһа, иң яҡшы студент театры исеменә Башҡорт Дәүләт педагогия университетының “Ҡорос” театры лайыҡ тип табылды. Михаил...

9 июля 2019
Смотреть видео Һамарҙа “Йыйын-2019” башҡорт милли байрамы үтте | ГТРК «Башкортостан»

Һамарҙа “Йыйын-2019” башҡорт милли байрамы үтте

Сара 15-се тапҡыр уҙғарыла. Был юлы ул Башҡортостан республикаһы ойошторолоуының 100 йыллығына арналды. Струков паркында урындағы халыҡ өсөн тирмәләр, төрлө күргәҙмәләр эшләне. Килгән һәр кем башҡорт халҡының тарихы, уның көнкүреше менән таныша, аш-һыуын тәмләп ҡарай алды.  Шулай уҡ ҡунаҡтар...

9 июля 2019
Смотреть видео Ағиҙел йылғаһы ярының тағы ла бер өлөшө сафҡа индерелде | ГТРК «Башкортостан»

Ағиҙел йылғаһы ярының тағы ла бер өлөшө сафҡа индерелде

Ярҙы йәшелләндереү маҡсатында сит илдән килтерелгән ағастар ултыртылды. Яҡтыртҡыстар, ағастар, туҡталыштар. Ағиҙел йылғаһы яры танымаҫлыҡ булып үҙгәрә. Бындағы инфраструктура, тәү сиратта, ял итеүселәр өсөн уңайлы булырға тейеш. “Юность” бассейы яғынан Салауат Юлаев һәйкәленә табан тротуар...

9 июля 2019
Смотреть видео Өфөлә “Авто-шылтыратыу” системаһы эшләй башланы | ГТРК «Башкортостан»

Өфөлә “Авто-шылтыратыу” системаһы эшләй башланы

Баш ҡала урамдарындағы туҡталыш, бағанаға рөхсәтһеҙ йәбештергән реклама хужаларына робот иртәнге сәғәт туғыҙҙан киске алтыға тиклем бер туҡтауһыҙ шылтыратасаҡ. Телефон номерҙарының барыһы ла базаға теркәлеп бара. Инспекторҙар көн дә Өфө райондары буйлап рейдҡа сыға. “Авто-шылтыратыу” системаһындағы...

9 июля 2019
Смотреть видео Иң яҡты урам | ГТРК «Башкортостан»

Иң яҡты урам

Башҡортостанда быйыл урамдарға энергия һаҡлаусы 23 мең лампа ҡуйыласаҡ. Өфөлә Степан Злобин урамында йорттар төҙөлгән осорҙан алып яҡтыртыу бағаналары урынлаштырлмаған. Беҙҙең телеканалда сыҡҡан сюжеттан һуң ҡала хакимиәте мәсъәләне хәл итте. Ниһәйәт,  Степан Злобин урамында ла фонарҙар...

9 июля 2019
Смотреть видео Балаларҙың аттестатһыҙ ҡалыуында кем ғәйепле? | ГТРК «Башкортостан»

Балаларҙың аттестатһыҙ ҡалыуында кем ғәйепле?

Балтаc районында ғәҙәттән тыш хәл. Бында Берҙәм дәүләт имтиханы һөҙөмтәләрен фальсификациялау сәбәпле 16 бала аттестатһыҙ тороп ҡалды. Республика етәксеһе ғәйеплеләрҙе табып тейешле саралар күрергә ҡушты. Был хаҡта  Радий Фәрит улы хөкүмәттә үткән оператив кәңәшмәлә хәбәр итте. “Башҡорт...

9 июля 2019
Смотреть видео Сәхнә йондоҙо булғың килһә... | ГТРК «Башкортостан»

Сәхнә йондоҙо булғың килһә...

9-сы классты тамамлап, ҡулдарына  аттестат алған үҫмерҙәр өсөн ҡыҙыу мәл башланды. Кемдер 10-сы классҡа, кемдәрелер урта-һөнәри белем биреү  учреждениеларына ғаризалар  тапшыра һәм уҡырға инеүе тураһында иғлан көтә. Ә  Өфө сәнғәт училищеһы студенты булырға теләүселәр имтиханға...

5 июля 2019
Смотреть видео Ҡарбуз, ҡауын йәнә һатыуҙа күренә башланы | ГТРК «Башкортостан»

Ҡарбуз, ҡауын йәнә һатыуҙа күренә башланы

Ҡарбуз, ҡауын йәнә баҙар, магазин кәштәләрендә, юл буйҙарындағы сауҙа нөктәләрендә күренә башланы. Кемдер баҡса культураларын йыл әйләнәһенә ашарға мөмкин тей, ә бәғзе берәүҙәр август тыуғанын көтә. Татлы емеште әленән үк тәмләп ҡарарғамы, әллә йәй уртаһын көтөргәме? Эй, яратабыҙ ҙа инде ҡарбузды!...

5 июля 2019
Смотреть видео Күк менән ҡапланған фатирҙар | ГТРК «Башкортостан»

Күк менән ҡапланған фатирҙар

Өфөлә күп ҡатлы йорттарҙың береһендә йәшәүселәр дөрөҫлөк талап итеп идарасы ойошманы алмаштырыуға тиклем барып етте.  Йортта 8 фатирҙа стеналар күк менән ҡаплана башлау менән хужалар саң ҡаға башлай.  Күп тапҡырҙар мөрәжәғәттәр яуапһыҙ ҡалғас, улар хакимиәткә мөрәжәғәт итә. Аксаков...

5 июля 2019
Яндекс.Метрика