Ишембай районында совет осорондағы паспорттар табылған

Үҙенсәлекле табыштың хаҡы түгел, ә әһәмиәте юғары. Сөнки унда Советтар союзы граждандарының фоторәсемдәре һаҡланған. Эҙәрмәндәр ошо ҡиммәтле документтарҙы тапшырыр өсөн паспорт хужаларының яҡындарын эҙләй.

Владислав Арыҫлановтың дуҫтары алты йыл элек үҙенсәлекле табышҡа юлыға. Ишембай районында иҫке бер йорттоң нигеҙендә табылған  сумаҙан эсендә элекке документтар менән бергә ошо паспорттар ҙа була. Владислав паспорт хужаларының яҡындарын табырға теләп, эҙәрмәндәр отрядына мөрәжәғәт итте. Шәхесте раҫлаусы документтар 1924 һәм 1925 йылдарҙа тыуғандарҙыҡы, өҫтәүенә “хәрби хеҙмәткә бурыслы” тигән яҙыу ҙа бар. Тимәк, уларҙың Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашыуҙары ихтимал. Ысынлап та, асыҡланыуынса, ике егет 1941 йылда совет армияһына саҡырылған.

Станислав Антипин Курск бәрелешендә һәләк була, ә бына Юрий Опалев фронттан кире әйләнеп ҡайта. Ә ҡалған икәүһе тылда хеҙмәт иткән, шуға улар тураһында хәрби мәғлүмәттәр базаһында бер нимә лә табылманы. Советтар союзы граждандарының паспорттарында уларҙың ниндәй милләт вәкиле булыуы тураһында, башҡорт телендә кириллица һәм латин алфавиттары нигеҙендә яҙыуҙар ҙа бар. Ә шулай ҙа, был документтарҙа иң ҡәҙерлеһе -фоторәсемдәр. Ул осорҙа кешеләрҙең һирәк, йә бөтөнләй фотоға төшмәгәнен иҫәпкә алғанда, яҡындары өсөн улар алтынға бәрәбәр.

Әммә көтөлмәгән бүләкте тапшырыр өсөн тәүҙә паспорт хужаларының туғандарын табырға кәрәк. Уларҙың өсәүһе Башҡортостандан: Антипин Станислав Григорьевич Благовещен районының Удельно-Дуваней ауылында тыуған, Мансур Ғүмәр улы Атласов Стәрлебаш районының Арыҫлан ауылы егете, Юрий Григорьевич Опалев Өфөнән. Ә араларындағы берҙән-бер ҡатын-ҡыҙ — Буркова Евдокия Һарытау өлкәһенең Турков районынан. Совет осорондағы документтар ни өсөн Ишембай районына барып сыҡҡаны әлегә билдәһеҙ. Бәлки унда паспорт өҫтәле, йә саҡырыу пункты булғандыр. Сөнки һалдат хеҙмәткә алынғанда паспортын алып ҡалғандар. Өҫтәүенә, был документтар табыштың өстән бер өлөшө генә.

Ишембай районында табылған был паспорттарҙың хаҡы түгел, ә әһәмиәте ҡиммәтле. Эҙәрмәндәр ҡулына килеп эләккән документтар тарихҡа билдәле булмаған яңы биттәрҙе аса. Әммә был паспорттар янында булған башҡа ҡағыҙҙар ҙа имен булһа, тағы ла тиҫтәләгән ғаиләгә яҡындары тураһында яңы мәғлүмәттәр белергә мөмкин булыр ине.

Читайте нас в Яндекс.Дзен


һУҢҒЫ ХӘБӘРҘӘР

Смотреть видео Республикала бөгөн ҡырау төшөүе ихтимал | ГТРК «Башкортостан»

Республикала бөгөн ҡырау төшөүе ихтимал

Айырым райондарҙа  ҡар ҡатыш ямғыр, хатта ҡар яуыуы көтөлә. Иртәгә тупраҡта 5 градусҡа тиклем һыуытасаҡ. Быйылғы йәй нисек буласаҡ? Йылы миҙгел  башланыу менән баҡса эштәренә сумып, бар йәйен тиерлек, бында уҙғарырға яратҡан тәжрибәле баҡсасы - Гөлнур Ниғмәтоваға май айында төшкән ҡырау...

29 мая 2018
Смотреть видео Өфөнөң тарихи үҙәгендә йәшәүселәр күсеп китеү тураһында хыяллана | ГТРК «Башкортостан»

Өфөнөң тарихи үҙәгендә йәшәүселәр күсеп китеү тураһында хыяллана

19 быуатта төҙөлгән йорт хужалары харабалар аҫтында ҡалыуҙан ҡурҡа. Стеналар ауышҡан, түбәләр ишелә, әммә мәҙәни мираҫ тип танылған йортто һүтергә лә, төҙөкләндерергә лә ашыҡмайҙар. Уларҙы хатта идарасы компаниялар ҙа хеҙмәтләндереүҙән баш тартҡан. Рәзинә Фәйзуллина тарихи йортта йәшәгәненә...

29 мая 2018
Смотреть видео 49-сы йәшендә билдәле актер Азамат Хәлилов арабыҙҙан китте | ГТРК «Башкортостан»

49-сы йәшендә билдәле актер Азамат Хәлилов арабыҙҙан китте

49-сы йәшендә билдәле актер, Башҡортостандың атҡаҙанған артисы, Шәйхзада Бабич исемендәге дәүләт йәштәр премияһы лауреаты Азамат Хәлилов арабыҙҙан китте.Ижади эшмәкәрлеген ул башҡорт Дәүләт академия драма театрында башлай. 1992 йылда Стәрлетамаҡҡа урындағы башҡорт драма театрына күсә. Азамат...

28 мая 2018
Смотреть видео Рәсәйҙә Берҙәм Дәүләт имтихандары башланды | ГТРК «Башкортостан»

Рәсәйҙә Берҙәм Дәүләт имтихандары башланды

Бөгөн  Өфөнөң 115-се һанлы гимназияһында Совет районы мәктәптәренән йыйылған уҡыусылар география һәм информатика фәндәренән үҙ белемдәрен тикшерҙе. Имтихандар билдәләнгән ваҡытта башланды. Ғәҙәттәгесә, имтихан эштәре уҡыусылар алдында ҡағыҙға баҫтырылып сығарыла. Бирелгән һорауҙар тест...

28 мая 2018
Смотреть видео Эт-сик һаҡсыһының тоғро дуҫы | ГТРК «Башкортостан»

Эт-сик һаҡсыһының тоғро дуҫы

Уларҙы төрлө командаларҙы теүәл үтәргә ҡайҙа өйрәтәләр?  Ляхов ауылында урынлашҡан кинологтар мәктәбенә Айгиз Йомағужин Сэйлон ҡушаматлы эте менән Өфөнөң Дим районы эске эштәр бүлегенән килгән. Бала сағынан эттәр яратҡан егет, хеҙмәт итеп ҡайтҡас, полицияға кинолог булып эшкә урынлаша....

28 мая 2018
Смотреть видео Сик буйы ғәскәрҙәре ойошторолоуға 100 йыл | ГТРК «Башкортостан»

Сик буйы ғәскәрҙәре ойошторолоуға 100 йыл

Сик буйы ғәскәрҙәре Рәсәй Ҡораллы көстәренең  иң мобиль төркөмдәренең береһе. Йөҙҙәрсә мең саҡырымға һуҙылған сик именлеген тәьмин итеү тап улырҙың бурысы. Был исемлектә ҡоро ер генә түгел. Шулай уҡ диңгеҙ һәм һауа сиктәре лә бар. 

28 мая 2018
Смотреть видео Рәсәй һәм донъя хәбәрҙәре | ГТРК «Башкортостан»

Рәсәй һәм донъя хәбәрҙәре

Урта диңгеҙҙә мигранттарҙы ҡотҡарған “Һыуғояр” судноһы бортында сабый донъяға килгән. Ҡотҡарыусылар хәбәр итеүенсә, Ливиянан ҡасаҡтар һаны ҡырҡа артҡан. Һуңғы арала ике көндә генә улар Сицилияҡа 2 мең кеше килтергән.Санкт-Петербургта билдәле спортсы Рәсүл Абакаров ике минут эсендә күпер секциялары...

28 мая 2018
Смотреть видео Башҡортостандың ауыл хужалығына кәмендә 14 миллиард ярым һум инвестиция йәлеп ителәсәк | ГТРК «Башкортостан»

Башҡортостандың ауыл хужалығына кәмендә 14 миллиард ярым һум инвестиция йәлеп ителәсәк

Петербур халыҡ-ара иҡтисади форумында республика бер нисә эре компания менән  килешеүҙәр төҙөнө. Яңы предприятиелар Баҡалы, Туймазы һәм Асҡын райондарында төҙөләсәк. Республика башлығы Рөстәм Хәмитов эшлекле конгресста Рәсәйҙең сауҙа-сәнәғәт палатаһы етәксеһе менән дә осрашты. Унда Өфөлә...

28 мая 2018
В двух молочных фермах начались восстановительные работы | ГТРК «Башкортостан»

В двух молочных фермах начались восстановительные работы

В Зианчуринском районе возобновила работу сельскохозяйственная ферма. В ее составе: крупная молочно-товарная ферма и сельхозугодия, которые пустовали с 2015 года. Наши корреспонденты не раз выезжали на место. В итоге, к решению проблемы удалось подключить власти региона. Нашелся инвестор, который...

28 мая 2018
Смотреть видео Вьетнам илсеһе тәүге эшлекле сәфәрен Башҡортостандан башланы | ГТРК «Башкортостан»

Вьетнам илсеһе тәүге эшлекле сәфәрен Башҡортостандан башланы

Вьетнам Социалистик Республикаһының Рәсәйҙәге илсеһе үҙ вазифаһындағы тәүге эшлекле сәфәрен Башҡортостандан башланы. Республика башлығы Рөстәм Хәмитов был дәүләт вәкилдәре менән осрашты. Нго Дык Мань әфәнденең Рәсәй субъекттары араһынан беҙҙең төбәкте һайлауының сәбәбе - тәбиғи сығанаҡтарға бай...

28 мая 2018
Яндекс.Метрика