Ишембай районында совет осорондағы паспорттар табылған

Үҙенсәлекле табыштың хаҡы түгел, ә әһәмиәте юғары. Сөнки унда Советтар союзы граждандарының фоторәсемдәре һаҡланған. Эҙәрмәндәр ошо ҡиммәтле документтарҙы тапшырыр өсөн паспорт хужаларының яҡындарын эҙләй.

Владислав Арыҫлановтың дуҫтары алты йыл элек үҙенсәлекле табышҡа юлыға. Ишембай районында иҫке бер йорттоң нигеҙендә табылған  сумаҙан эсендә элекке документтар менән бергә ошо паспорттар ҙа була. Владислав паспорт хужаларының яҡындарын табырға теләп, эҙәрмәндәр отрядына мөрәжәғәт итте. Шәхесте раҫлаусы документтар 1924 һәм 1925 йылдарҙа тыуғандарҙыҡы, өҫтәүенә “хәрби хеҙмәткә бурыслы” тигән яҙыу ҙа бар. Тимәк, уларҙың Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашыуҙары ихтимал. Ысынлап та, асыҡланыуынса, ике егет 1941 йылда совет армияһына саҡырылған.

Станислав Антипин Курск бәрелешендә һәләк була, ә бына Юрий Опалев фронттан кире әйләнеп ҡайта. Ә ҡалған икәүһе тылда хеҙмәт иткән, шуға улар тураһында хәрби мәғлүмәттәр базаһында бер нимә лә табылманы. Советтар союзы граждандарының паспорттарында уларҙың ниндәй милләт вәкиле булыуы тураһында, башҡорт телендә кириллица һәм латин алфавиттары нигеҙендә яҙыуҙар ҙа бар. Ә шулай ҙа, был документтарҙа иң ҡәҙерлеһе -фоторәсемдәр. Ул осорҙа кешеләрҙең һирәк, йә бөтөнләй фотоға төшмәгәнен иҫәпкә алғанда, яҡындары өсөн улар алтынға бәрәбәр.

Әммә көтөлмәгән бүләкте тапшырыр өсөн тәүҙә паспорт хужаларының туғандарын табырға кәрәк. Уларҙың өсәүһе Башҡортостандан: Антипин Станислав Григорьевич Благовещен районының Удельно-Дуваней ауылында тыуған, Мансур Ғүмәр улы Атласов Стәрлебаш районының Арыҫлан ауылы егете, Юрий Григорьевич Опалев Өфөнән. Ә араларындағы берҙән-бер ҡатын-ҡыҙ — Буркова Евдокия Һарытау өлкәһенең Турков районынан. Совет осорондағы документтар ни өсөн Ишембай районына барып сыҡҡаны әлегә билдәһеҙ. Бәлки унда паспорт өҫтәле, йә саҡырыу пункты булғандыр. Сөнки һалдат хеҙмәткә алынғанда паспортын алып ҡалғандар. Өҫтәүенә, был документтар табыштың өстән бер өлөшө генә.

Ишембай районында табылған был паспорттарҙың хаҡы түгел, ә әһәмиәте ҡиммәтле. Эҙәрмәндәр ҡулына килеп эләккән документтар тарихҡа билдәле булмаған яңы биттәрҙе аса. Әммә был паспорттар янында булған башҡа ҡағыҙҙар ҙа имен булһа, тағы ла тиҫтәләгән ғаиләгә яҡындары тураһында яңы мәғлүмәттәр белергә мөмкин булыр ине.

Подпишитесь на нас в Facebook


һУҢҒЫ ХӘБӘРҘӘР

Смотреть видео Өфөлә  ял итеү, күңел асыу, спорт менән шөғөлләнеү өсөн тағы ла бер матур урын барлыҡҡа киләсәк | ГТРК «Башкортостан»

Өфөлә ял итеү, күңел асыу, спорт менән шөғөлләнеү өсөн тағы ла бер матур урын барлыҡҡа киләсәк

Ул Ағиҙел йылғаһы ярында урынлашҡан. Бөгөн объектта эштәр барышы менән республика башлығы Рөстәм Зәки улы Хәмитов танышты.  Дөйөм оҙонлоғо биш саҡырым буласаҡ был комплекстың Рәсәйҙә тиңе юҡ. Ҡатмарлы конструкция Башҡортостандағы һуңғы йылдарҙа бойомға ашырылған иң ҙур проекттарҙың береһе....

1 июня 2018
Смотреть видео Йылыраҡ кейенегеҙ, йәй етте | ГТРК «Башкортостан»

Йылыраҡ кейенегеҙ, йәй етте

Бөгөн йәйҙең тәүге көнөндә Башҡортостанда ҡар яуҙы.Дүртөйлө, Салауат, Ишембай, Нефтекама, Стәрлетамаҡ ҡалаларында бөгөн төндә ер өҫтөн аҡ юрған ҡаплаған. Дүртөйлө районында еңелсә буран да сыҡҡан. Синоптиктар алдағы көндәрҙә һауа торошонда үҙгәрештәр булмаясаҡ, тип хәбәр итә.

1 июня 2018
Смотреть видео Хеҙмәт төбө – хөрмәт | ГТРК «Башкортостан»

Хеҙмәт төбө – хөрмәт

Бәләбәй районы Алексеевка ауылы халҡы йәш фельдшер Людмила Сергеева тураһында клип төшөргән. Бер көн эсендә генә төшөрөлгән видеояҙма интернет селтәрендә ҡыҫҡа ваҡыт эсендә үҙ ҡараусыларын йыйған. Кемдер баш ауыртыуы, ә кемдер һыуыҡ тейҙереп табипҡа ярҙам һорап килә. Барлыҡ сирҙәрҙе дөрөҫ...

31 мая 2018
Смотреть видео Дәүләт Йыйылышы-Ҡоролтай ултырышы | ГТРК «Башкортостан»

Дәүләт Йыйылышы-Ҡоролтай ултырышы

Бөгөн Башҡортостан парламенты ултырышында республика хөкүмәтенең дәүләт милкен хосусилаштырыу буйынса хисабы тыңланды. 2017-се йылда ҡаҙна 400 миллион һумға тулыланған. Дәүләт ҡарамағынан шәхси ҡулдарға былтыр 26 предприятие күскән.

31 мая 2018
Смотреть видео Өфөлә «Гражданлыҡ инициативаһы» милли премияһының төбәк этабына йомғаҡ яһалды | ГТРК «Башкортостан»

Өфөлә «Гражданлыҡ инициативаһы» милли премияһының төбәк этабына йомғаҡ яһалды

Изге эштәрҙең иң күләмлеһен күрһәткән яҡташтарыбыҙҙы бүләкләү тантанаһында республика башлығы Рөстәм Хәмитов һәм премия комитеты ағзаһы Юлий Гусман ҡатнашты. Тере тамсы формаһындағы гәлсәр һынды тормошҡа битараф булмаған 13 әүҙем кеше алды. Уларҙың береһе тирә-яҡ мөхиттең сафлығын хәстәрләй,...

31 мая 2018
Смотреть видео Рәсәй полицияһына 300 йыл | ГТРК «Башкортостан»

Рәсәй полицияһына 300 йыл

Ошо уңайҙан бөгөн күләмле сара-Өфө гарнизоны полицияһы хеҙмәткәрҙәренең һәм полицияһының парады үтте.

31 мая 2018
Смотреть видео «Өфө» футбол клубының тиҙҙән яңы стадионы буласаҡ | ГТРК «Башкортостан»

«Өфө» футбол клубының тиҙҙән яңы стадионы буласаҡ

Был турала Республика башлығы “Совет спорты”на интервьюһында белдерҙе. Петербург халыҡ-ара иҡтисади форумы барышында Рөстәм Хәмитов яңы объект үҙенсәлектәрен дә һөйләп үтте. Команда Евролигаға сыҡҡас яңы стадион хаҡында уйлана башланыҡ тине төбәк башлығы. Башта Нефтсе стадионын реконструкциялау...

30 мая 2018
Смотреть видео Һыуыҡ көндәр ҡасан тамамлана? | ГТРК «Башкортостан»

Һыуыҡ көндәр ҡасан тамамлана?

Быйыл йәй Рәсәйҙең күпселек төбәктәрендә һауа температураһының нормаға яҡын булыуы көтөлә. Июндә көндәрҙең 2017 йылдағы кеүек үк һалҡын булыуы көтөлмәй, шулай ҙа алдағы бер нисә көндөң һыуыҡ тороуы ихтимал. Белгестәр июлдә температураның норманан юғары булыуын, августа һәм сентябрҙә иһә нормаға...

30 мая 2018
Смотреть видео Суд приставтары — балаларға | ГТРК «Башкортостан»

Суд приставтары — балаларға

Суд приставтары федераль хеҙмәтенең Башҡортостан буйынса идаралығы Халыҡ-ара балаларҙы яҡлау көнө алдынан «Суд приставтары — балаларға» бөтә Рәсәй мәғлүмәт акцияһында ҡатнаша./ Уның сиктәрендә идаралыҡтың бөтә бүлексәләре алименттар буйынса бурысты түләтеү мәсьәләһе буйынса түңәрәк өҫтәлдәр,...

30 мая 2018
Смотреть видео Рөстәм Хәмитов сеймал булмаған экспортты үҫтерергә саҡырҙы | ГТРК «Башкортостан»

Рөстәм Хәмитов сеймал булмаған экспортты үҫтерергә саҡырҙы

Беҙҙең республикала уның өлөшө 40 процентҡа етә. Быйыл 2 миллиард долларға тауар һатыласаҡ, тине Рөстәм Хәмитов. 2030 йылға экспортлаусы ойошмалар һанын ике, сеймалға ҡарамаған экспортты өс тапҡырға арттырыу бурысы ҡуйылған. Бының өсөн бизнесҡа ярҙам итергә кәрәк. Рөстәм Хәмитов  экспортлаусы...

30 мая 2018
Яндекс.Метрика