Ишембай районында совет осорондағы паспорттар табылған

Үҙенсәлекле табыштың хаҡы түгел, ә әһәмиәте юғары. Сөнки унда Советтар союзы граждандарының фоторәсемдәре һаҡланған. Эҙәрмәндәр ошо ҡиммәтле документтарҙы тапшырыр өсөн паспорт хужаларының яҡындарын эҙләй.

Владислав Арыҫлановтың дуҫтары алты йыл элек үҙенсәлекле табышҡа юлыға. Ишембай районында иҫке бер йорттоң нигеҙендә табылған  сумаҙан эсендә элекке документтар менән бергә ошо паспорттар ҙа була. Владислав паспорт хужаларының яҡындарын табырға теләп, эҙәрмәндәр отрядына мөрәжәғәт итте. Шәхесте раҫлаусы документтар 1924 һәм 1925 йылдарҙа тыуғандарҙыҡы, өҫтәүенә “хәрби хеҙмәткә бурыслы” тигән яҙыу ҙа бар. Тимәк, уларҙың Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашыуҙары ихтимал. Ысынлап та, асыҡланыуынса, ике егет 1941 йылда совет армияһына саҡырылған.

Станислав Антипин Курск бәрелешендә һәләк була, ә бына Юрий Опалев фронттан кире әйләнеп ҡайта. Ә ҡалған икәүһе тылда хеҙмәт иткән, шуға улар тураһында хәрби мәғлүмәттәр базаһында бер нимә лә табылманы. Советтар союзы граждандарының паспорттарында уларҙың ниндәй милләт вәкиле булыуы тураһында, башҡорт телендә кириллица һәм латин алфавиттары нигеҙендә яҙыуҙар ҙа бар. Ә шулай ҙа, был документтарҙа иң ҡәҙерлеһе -фоторәсемдәр. Ул осорҙа кешеләрҙең һирәк, йә бөтөнләй фотоға төшмәгәнен иҫәпкә алғанда, яҡындары өсөн улар алтынға бәрәбәр.

Әммә көтөлмәгән бүләкте тапшырыр өсөн тәүҙә паспорт хужаларының туғандарын табырға кәрәк. Уларҙың өсәүһе Башҡортостандан: Антипин Станислав Григорьевич Благовещен районының Удельно-Дуваней ауылында тыуған, Мансур Ғүмәр улы Атласов Стәрлебаш районының Арыҫлан ауылы егете, Юрий Григорьевич Опалев Өфөнән. Ә араларындағы берҙән-бер ҡатын-ҡыҙ — Буркова Евдокия Һарытау өлкәһенең Турков районынан. Совет осорондағы документтар ни өсөн Ишембай районына барып сыҡҡаны әлегә билдәһеҙ. Бәлки унда паспорт өҫтәле, йә саҡырыу пункты булғандыр. Сөнки һалдат хеҙмәткә алынғанда паспортын алып ҡалғандар. Өҫтәүенә, был документтар табыштың өстән бер өлөшө генә.

Ишембай районында табылған был паспорттарҙың хаҡы түгел, ә әһәмиәте ҡиммәтле. Эҙәрмәндәр ҡулына килеп эләккән документтар тарихҡа билдәле булмаған яңы биттәрҙе аса. Әммә был паспорттар янында булған башҡа ҡағыҙҙар ҙа имен булһа, тағы ла тиҫтәләгән ғаиләгә яҡындары тураһында яңы мәғлүмәттәр белергә мөмкин булыр ине.

Подпишитесь на нас в ВКонтакте

һУҢҒЫ ХӘБӘРҘӘР

Республика башлығы “Альфа групп” концорсиумы вәкилдәре менән осрашты | ГТРК «Башкортостан»

Республика башлығы “Альфа групп” концорсиумы вәкилдәре менән осрашты

Унда Башҡортостан менән Рәсәйҙәге иң ҙур финанс-инвестиция концорсиумдарының береһе менән хеҙмәттәшлек мәсьәләләре тикшерелде. Осрашыуҙа шулай уҡ берлектәге, торлаҡ-коммуналь хужалыҡ, бюджет, ваҡлап һатыу өлкәһендәге проекттарҙы тормошҡа ашырыу мөмкинлектәре лә ҡаралды.

21 февраля 2018
Башҡортостанда йәшәүсе төркмәндәр Шайморатовҡа герой исемен биреүҙе һорап ҡултамғалар йыя башлай. | ГТРК «Башкортостан»

Башҡортостанда йәшәүсе төркмәндәр Шайморатовҡа герой исемен биреүҙе һорап ҡултамғалар йыя башлай.

Башҡортостанда йәшәүсе төркмәндәр генерал Миңлеғәле Шайморатов етәкселек иткән 112-се Башҡорт кавелерия дивизияһында беренселәрҙән Советтар Союзы геройы исеменә лайыҡ булған Аннаклыч Атаевты иҫкә алды. Сараға Өфө, Һамар, Һарытау ҡалаларынан ҡунаҡтар килде. Байрамда күргәҙмә ойошторолдо, концерт...

19 февраля 2018
Смотреть видео Рәсәй һәм Донъя хәбәрҙәре | ГТРК «Башкортостан»

Рәсәй һәм Донъя хәбәрҙәре

Еврокомиссия союздың бюджет проектын тикшерә. Брекситтан һуң 13 миллиард евролыҡ дефицит барлыҡҡа килгән. Киләһе аҙнала союз илдәре етәкселәре ҡайҙан аҡса алыу мәсьәләһен тикшермәксе. Дональд Трамп-балыҡ, Ангела Меркель-русалка. Португалияла йәшәүселәр йыл да үткәрелгән карнавалға йыйылды....

19 февраля 2018
Башҡортостанда 13 балалар баҡсаһы файҙаланыуға тапшырыласаҡ | ГТРК «Башкортостан»

Башҡортостанда 13 балалар баҡсаһы файҙаланыуға тапшырыласаҡ

Башҡортостанда былтыр  3 мең  700 урынлыҡ мәктәпкәсә учреждениелар файҙаланыуға тапшырылған. Был 2016 йылға ҡарағанда 900-гә күберәк. Былтыр республикала 237 мең самаһы бала балалар баҡсаларына йөрөгән. 

19 февраля 2018
Смотреть видео Йыл аҙағына Башҡортостанда 20 “Һаҡсыл поликлиника” эшләй башлаясаҡ | ГТРК «Башкортостан»

Йыл аҙағына Башҡортостанда 20 “Һаҡсыл поликлиника” эшләй башлаясаҡ

“Росатом”дың пилот проекты республиканың 4 медицина учреждениеһында ыңғай һөҙөмтә бирә. Шул иҫәптән Белоретта. Рөстәм Хәмитов Белоретҡа эш сәфәрендә дауаханала барған капиталь төҙөкләндереү эштәре менән ҡыҙыҡһынды. Белорет үҙәк район дауаханаһы хәҙер тыштан да эстән дә яңы төҫ ала. “Һаҡсыл...

19 февраля 2018
Майлы ҡоймаҡ аҙнаһы аҙағына яҡынлаша | ГТРК «Башкортостан»

Майлы ҡоймаҡ аҙнаһы аҙағына яҡынлаша

Киләһе ял көндәрендә Масленица уңайынан парк-майҙандарҙа күмәк саралар ойошторола. Йоморо алтын ҡояшты һынландырған ҡоймаҡ милләтте айырмай – был көндәрҙә уны һәр ғаиләлә яратып бешерә, тәмләп ашайҙар. Өҫтәлдәр һый-хөрмәттән һығыла – халыҡта белен-ҡоймаҡ эргәһенә ҡыҙыл ыуылдырыҡ, еләк-емеш...

16 февраля 2018
Смотреть видео Тормошта, эштә, ялда ... гел алда | ГТРК «Башкортостан»

Тормошта, эштә, ялда ... гел алда

Башҡортостанда йәштәр гәзите сыға башлауға 95 йыл. Республикала иң ҙур дана менән таратылған “Йәшлек”те бөгөн олоһо ла кесеһе лә яратып уҡый, уға яҙыша, фекерен уртаҡлаша, зарын һөйләй. “Йәшлек”тең исеменә килгән тиҫтәләгән хат уҡыусының тоғролоғон дәлилләй. Аҙнаһына утыҙлаған хат килә, интернеттан...

16 февраля 2018
Смотреть видео Урындағы башланғыстарҙы хуплау программаһы | ГТРК «Башкортостан»

Урындағы башланғыстарҙы хуплау программаһы

Дыуан районы Иҫке Хәлил ауылында тәүге балалар баҡсаһы асылды. Бында әлегә тиклем мәктәпкәсә учреждение бер ваҡытта ла булмаған. Дөйөм эшкә ауыл халҡы 170 мең һумдан ашыу аҡса ла йыйып тапшырған. Уйынсыҡ-конструкторҙар, машина, трактор, ҡыҙҙар өсөн ҡурсаҡ, уйынсыҡ һауыт-һабалар. Көндө күңелле һәм...

16 февраля 2018
Смотреть видео Бөгөн Сочи форумының икенсе көнө | ГТРК «Башкортостан»

Бөгөн Сочи форумының икенсе көнө

Башҡортостан  уның тәүге йомғаҡтарын барлай. Республика өсөн быйылғы сара ҙур әһәмиәткә эйә. Инвестициялар традицион тармаҡтар үҫешенә генә түгел,  ә яңы йүнәлештәргә лә этәргес бирергә тейеш. Һалым системаһының тотороҡлоғо һәм эшҡыуарлыҡ өсөн мөхиттең  уңайлы булыуы-төп бурыстар...

16 февраля 2018
Ял көндәре иғлан ителде | ГТРК «Башкортостан»

Ял көндәре иғлан ителде

Рәсәй Федерацияһының Хеҙмәт кодексына ярашлы, 23 февраль — Ватанды һаҡлаусылар һәм 8 март — Халыҡ-ара ҡатын-ҡыҙҙар көнө байрам көндәре булып тора. Башҡортостан Ғаилә, хеҙмәт һәм халыҡты социаль яҡлау министрлығынан хәбәр итеүҙәренсә, 6 ғинуарҙағы ял көнө йома — 9 мартҡа күсерелде. 22 февралдә һәм 7...

15 февраля 2018
Яндекс.Метрика