Ишембай районында совет осорондағы паспорттар табылған

Үҙенсәлекле табыштың хаҡы түгел, ә әһәмиәте юғары. Сөнки унда Советтар союзы граждандарының фоторәсемдәре һаҡланған. Эҙәрмәндәр ошо ҡиммәтле документтарҙы тапшырыр өсөн паспорт хужаларының яҡындарын эҙләй.

Владислав Арыҫлановтың дуҫтары алты йыл элек үҙенсәлекле табышҡа юлыға. Ишембай районында иҫке бер йорттоң нигеҙендә табылған  сумаҙан эсендә элекке документтар менән бергә ошо паспорттар ҙа була. Владислав паспорт хужаларының яҡындарын табырға теләп, эҙәрмәндәр отрядына мөрәжәғәт итте. Шәхесте раҫлаусы документтар 1924 һәм 1925 йылдарҙа тыуғандарҙыҡы, өҫтәүенә “хәрби хеҙмәткә бурыслы” тигән яҙыу ҙа бар. Тимәк, уларҙың Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашыуҙары ихтимал. Ысынлап та, асыҡланыуынса, ике егет 1941 йылда совет армияһына саҡырылған.

Станислав Антипин Курск бәрелешендә һәләк була, ә бына Юрий Опалев фронттан кире әйләнеп ҡайта. Ә ҡалған икәүһе тылда хеҙмәт иткән, шуға улар тураһында хәрби мәғлүмәттәр базаһында бер нимә лә табылманы. Советтар союзы граждандарының паспорттарында уларҙың ниндәй милләт вәкиле булыуы тураһында, башҡорт телендә кириллица һәм латин алфавиттары нигеҙендә яҙыуҙар ҙа бар. Ә шулай ҙа, был документтарҙа иң ҡәҙерлеһе -фоторәсемдәр. Ул осорҙа кешеләрҙең һирәк, йә бөтөнләй фотоға төшмәгәнен иҫәпкә алғанда, яҡындары өсөн улар алтынға бәрәбәр.

Әммә көтөлмәгән бүләкте тапшырыр өсөн тәүҙә паспорт хужаларының туғандарын табырға кәрәк. Уларҙың өсәүһе Башҡортостандан: Антипин Станислав Григорьевич Благовещен районының Удельно-Дуваней ауылында тыуған, Мансур Ғүмәр улы Атласов Стәрлебаш районының Арыҫлан ауылы егете, Юрий Григорьевич Опалев Өфөнән. Ә араларындағы берҙән-бер ҡатын-ҡыҙ — Буркова Евдокия Һарытау өлкәһенең Турков районынан. Совет осорондағы документтар ни өсөн Ишембай районына барып сыҡҡаны әлегә билдәһеҙ. Бәлки унда паспорт өҫтәле, йә саҡырыу пункты булғандыр. Сөнки һалдат хеҙмәткә алынғанда паспортын алып ҡалғандар. Өҫтәүенә, был документтар табыштың өстән бер өлөшө генә.

Ишембай районында табылған был паспорттарҙың хаҡы түгел, ә әһәмиәте ҡиммәтле. Эҙәрмәндәр ҡулына килеп эләккән документтар тарихҡа билдәле булмаған яңы биттәрҙе аса. Әммә был паспорттар янында булған башҡа ҡағыҙҙар ҙа имен булһа, тағы ла тиҫтәләгән ғаиләгә яҡындары тураһында яңы мәғлүмәттәр белергә мөмкин булыр ине.

Подпишитесь на нас в Facebook


һУҢҒЫ ХӘБӘРҘӘР

Смотреть видео Форум асҡан мөмкинлек | ГТРК «Башкортостан»

Форум асҡан мөмкинлек

Санкт-Петербургта бөгөн халыҡ-ара иҡтисади фоумдың икенсе көнө. Кисә генә Башҡортостан 11 инвестиция килешеүенә ҡул ҡуйҙы.  Уларҙың дөйөм хаҡы 30 миллиард һумдан ашып китә. Республика башлығы киләсәктә Башҡортостандың социаль-иҡтисади үҫешенә етди этәргес бирәсәк бер-нисә мөһим осрашыу үткәрҙе...

25 мая 2018
Смотреть видео Өфөлә Сипайлово биҫтәһендәге айырым урамдарҙы һыу баҫты | ГТРК «Башкортостан»

Өфөлә Сипайлово биҫтәһендәге айырым урамдарҙы һыу баҫты

Туҡтауһыҙ, ҡойоп тигәндәй ямғыр яуыу сәбәпле, Өфөлә Сипайлово биҫтәһендәге айырым урамдарҙы һыу баҫты. Йорт араларынан автомобилдәрҙә хәрәкәт итеү ҡатмарлашты, тип хәбәр итә социаль селтәрҙә водителдәр. Ҡайһы бер урындарҙа һыу тәгәрмәстең яртыһына тиерлек етә. Синоптиктар алдағы көндәрҙә лә ямғыр...

25 мая 2018
Смотреть видео Өфөлә сик һаҡсыларының дан музейы асылды | ГТРК «Башкортостан»

Өфөлә сик һаҡсыларының дан музейы асылды

Ил тарихын ихтирам иткәндәр сик буйы ғәскәрҙәренең 100 йыллыҡ юбилейына бағышланған тантанаға 37-се мәктәптә йыйылды. Яңы музей илһөйәрлек тойғоһо таныш һәр кем өсөн кәрәк һәм ҡиммәт. Илебеҙҙең төрлө мәлдәрендә сик һағы ғәскәрҙәрендә хеҙмәт иткән ватандаштарыбыҙ был тантананы тулҡынланып көтөп алды...

24 мая 2018
Смотреть видео Парламент рәйесе фирҡәләрҙе әүҙемерәк булырға саҡырҙы | ГТРК «Башкортостан»

Парламент рәйесе фирҡәләрҙе әүҙемерәк булырға саҡырҙы

Башҡортостанда теркәлеү үткән сәйәси фирҡәләрҙең күбеһе эшләмәй. Йәғни, ҡағыҙҙа ғына ҡала. Был турала бөгөн Дәүләт Йыйылышы-Ҡоролтайҙа үткән осрашыуҙа Константин Толкачев белдерҙе. Парламент рәйесе Башҡортостанда һәр фирҡә өсөн уңайлы һәм ғәҙел шарттар тыуҙырылыуын билдәләп уларҙы хеҙмәттәшлеккә...

24 мая 2018
Смотреть видео Рәсәй һәм донъя хәбәрҙәре | ГТРК «Башкортостан»

Рәсәй һәм донъя хәбәрҙәре

Краснодар крайында “Таҙа һауа-2018” конкурсы үтте. Уның сиктәрендә күсереп йөрөтмәле “Игла” зенит комплекстары бүлексәләре шартлы дошманды юҡ иткән. Конкурста шулай уҡ механик-водителдәр араһында ла ярыш ойошторолған. Дональд Трамп менән Ким Чен Ындың 12-се июнгә тәғәйенләнгән осрашыуы...

24 мая 2018
Смотреть видео Башҡортостан делегацияһы  халыҡ-ара иҡтисади форумда ҡатнашыу өсөн Санкт-Петербургҡа юлланды | ГТРК «Башкортостан»

Башҡортостан делегацияһы халыҡ-ара иҡтисади форумда ҡатнашыу өсөн Санкт-Петербургҡа юлланды

Башҡортостан башлығы Рөстәм Зәки улы Хәмитов етәкселегендәге рәсми делегация халыҡ-ара иҡтисади форумда ҡатнашыу өсөн Санкт-Петербургҡа юлланды. Рөстәм Зәки улы форумдың пленар ултырышында, энергетика сессияһында ҡатнашасаҡ, шулай уҡ “Рәсәй төбәктәре экспорты” на арналған ултырышта сығыш яһаясаҡ....

24 мая 2018
Смотреть видео Башҡортостан социаль инфраструктураны үҫтереүгә инвестицияларҙы ҡырҡа арттыра ала | ГТРК «Башкортостан»

Башҡортостан социаль инфраструктураны үҫтереүгә инвестицияларҙы ҡырҡа арттыра ала

Башҡортостандың “Башнефть” компанияһы акциялары өсөн  7 миллиард һумдан ашыу дивидент алыуы ихтимал. Нефть компанияһының директорҙар советы үткән йылдағы эшмәкәрлеккә йомғаҡ яһаны һәм ыңғай динамика булыуын билдәләне. 2017 йыл йомғаҡтары буйынса дивиденттар Башҡортостанға социаль...

24 мая 2018
Смотреть видео Ни өсөн бензинға хаҡ арта? | ГТРК «Башкортостан»

Ни өсөн бензинға хаҡ арта?

Был көндәрҙә был халыҡты иң борсоған һорауҙарҙың береһе. Бер ай эсендә генә яғыулыҡҡа хаҡтың бишенсе тапҡырға ҡиммәтләнеүе водителдәрҙе аптырашта ҡалдырҙы. Наил Йомағужин ай самаһы таксист булып эшләй. Әммә көнөн 12 сәғәт буйы эш урынында үткәрһә лә, бер ниндәй ҙә килем юҡ, тип зарлана. Бензинға...

24 мая 2018
Смотреть видео Тағы ла бер үлемесле авария | ГТРК «Башкортостан»

Тағы ла бер үлемесле авария

Көйөргәҙе районында еңел автомобиль КАМАЗ менән бәрелеште. Бер кеше һәләк булды. Яҡынса мәғлүмәттәр буйынса, Магнитогорс-Ира юлында ВАЗ водителе һул яҡҡа боролған йөк машинаһына барып бәрелә һәм юл ситенә сығып бер-нисә тапҡыр түңкәрелә. Еңел автоомбилдәге бер пассажир урында уҡ һәләк була, 3 кеше...

24 мая 2018
Смотреть видео Июндә ял көндәре | ГТРК «Башкортостан»

Июндә ял көндәре

Июндә республика халҡын 12 июндә — Рәсәй көнөн һәм 15-дә Ураҙа байрамын билдәләү уңайынан оҙайлы ялдар көтә.Рәсәй көнө шишәмбегә тура килә. Шуға күрә шәмбе 9 июндәге ял көнө дүшәмбе 11 июнгә күсерелә. Башҡортостан халҡын Ураҙа байрамы көтә, быйыл ул йомаға, 15 июнгә, тура килә. Республика хөкүмәте...

23 мая 2018
Яндекс.Метрика