Ишембай районында совет осорондағы паспорттар табылған

Үҙенсәлекле табыштың хаҡы түгел, ә әһәмиәте юғары. Сөнки унда Советтар союзы граждандарының фоторәсемдәре һаҡланған. Эҙәрмәндәр ошо ҡиммәтле документтарҙы тапшырыр өсөн паспорт хужаларының яҡындарын эҙләй.

Владислав Арыҫлановтың дуҫтары алты йыл элек үҙенсәлекле табышҡа юлыға. Ишембай районында иҫке бер йорттоң нигеҙендә табылған  сумаҙан эсендә элекке документтар менән бергә ошо паспорттар ҙа була. Владислав паспорт хужаларының яҡындарын табырға теләп, эҙәрмәндәр отрядына мөрәжәғәт итте. Шәхесте раҫлаусы документтар 1924 һәм 1925 йылдарҙа тыуғандарҙыҡы, өҫтәүенә “хәрби хеҙмәткә бурыслы” тигән яҙыу ҙа бар. Тимәк, уларҙың Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашыуҙары ихтимал. Ысынлап та, асыҡланыуынса, ике егет 1941 йылда совет армияһына саҡырылған.

Станислав Антипин Курск бәрелешендә һәләк була, ә бына Юрий Опалев фронттан кире әйләнеп ҡайта. Ә ҡалған икәүһе тылда хеҙмәт иткән, шуға улар тураһында хәрби мәғлүмәттәр базаһында бер нимә лә табылманы. Советтар союзы граждандарының паспорттарында уларҙың ниндәй милләт вәкиле булыуы тураһында, башҡорт телендә кириллица һәм латин алфавиттары нигеҙендә яҙыуҙар ҙа бар. Ә шулай ҙа, был документтарҙа иң ҡәҙерлеһе -фоторәсемдәр. Ул осорҙа кешеләрҙең һирәк, йә бөтөнләй фотоға төшмәгәнен иҫәпкә алғанда, яҡындары өсөн улар алтынға бәрәбәр.

Әммә көтөлмәгән бүләкте тапшырыр өсөн тәүҙә паспорт хужаларының туғандарын табырға кәрәк. Уларҙың өсәүһе Башҡортостандан: Антипин Станислав Григорьевич Благовещен районының Удельно-Дуваней ауылында тыуған, Мансур Ғүмәр улы Атласов Стәрлебаш районының Арыҫлан ауылы егете, Юрий Григорьевич Опалев Өфөнән. Ә араларындағы берҙән-бер ҡатын-ҡыҙ — Буркова Евдокия Һарытау өлкәһенең Турков районынан. Совет осорондағы документтар ни өсөн Ишембай районына барып сыҡҡаны әлегә билдәһеҙ. Бәлки унда паспорт өҫтәле, йә саҡырыу пункты булғандыр. Сөнки һалдат хеҙмәткә алынғанда паспортын алып ҡалғандар. Өҫтәүенә, был документтар табыштың өстән бер өлөшө генә.

Ишембай районында табылған был паспорттарҙың хаҡы түгел, ә әһәмиәте ҡиммәтле. Эҙәрмәндәр ҡулына килеп эләккән документтар тарихҡа билдәле булмаған яңы биттәрҙе аса. Әммә был паспорттар янында булған башҡа ҡағыҙҙар ҙа имен булһа, тағы ла тиҫтәләгән ғаиләгә яҡындары тураһында яңы мәғлүмәттәр белергә мөмкин булыр ине.

Подпишитесь на нас в Facebook


һУҢҒЫ ХӘБӘРҘӘР

Смотреть видео Тылда яуҙа кеүек | ГТРК «Башкортостан»

Тылда яуҙа кеүек

Башҡортостанда тыл хеҙмәтсәндәре исемдәрен мәңгелләштерәләр. Республика ирекмәндәре “Тылда яуҙа кеүек” тигән китап өҫтөндә эшләй.  Унда Еңеү өсөн фронтта түгел, ә яланда, урманда, завод-фабрикаларҙа тир түккәндәр хаҡында иҫтәлектәр туплана. Әле 15 райондан 60 кешегә бәйле мәғлүмәт йыйылған....

23 мая 2018
Смотреть видео Айсинә Зиндусова эше буйынса суд ултырышы йәнә ике көнгә кисектерелде | ГТРК «Башкортостан»

Айсинә Зиндусова эше буйынса суд ултырышы йәнә ике көнгә кисектерелде

11-се майҙа ҡабул ителгән ҡарарға ярашлы,  ултырыш бөгөн булырға тейеш ине. Әммә, яуап тотоусы яҡ – Һаулыҡ һаҡлау министрлығы һәм 3-сө бала табыу йорто вәкилдәре эш менән ентекләп танышмауға һылтанып, суд ултырышын 25 майға күсереүҙе һораны. Иҫегеҙгә төшөрәбеҙ, 2015-се йылда Мәләүез ҡалаһында...

23 мая 2018
Смотреть видео Янғын сәбәптәре күп осраҡта кешеләрҙең яуапһыҙлығына бәйле | ГТРК «Башкортостан»

Янғын сәбәптәре күп осраҡта кешеләрҙең яуапһыҙлығына бәйле

Шуға күрә, ғәҙәттән тыш хәлдәрҙең эҙемтәләре менән көрәшер алдынан уны иҫкәртеү эшен камиллаштырырға кәрәк. Был хаҡта бөгөн парламентта үткән түңәрәк өҫтәл ултырышында әйтелде

23 мая 2018
Смотреть видео Башҡортостандың көнъяғында янғындар сығыуы ихтимал | ГТРК «Башкортостан»

Башҡортостандың көнъяғында янғындар сығыуы ихтимал

Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығы Хәйбулла районында ут сығыу буйынса 5 класс хәүеф тураһында хәбәр итте. Ҡотҡарыусылар был көндәрҙә халыҡҡа асыҡ һауала ут яҡмаҫҡа, янғын таратырҙай сығанаҡтарҙы ҡарауһыҙ ҡалдырмаҫҡа кәңәш итә.  Утты тиҙ арала һүндерергә өмөт булмағанда ярҙам саҡырырға кәрәк....

23 мая 2018
Смотреть видео Рәсәй һәм донъя хәбәрҙәре | ГТРК «Башкортостан»

Рәсәй һәм донъя хәбәрҙәре

Николас Мадуро ҡайтанан Венесуэла президенты итеп һайланды. Һайлау йомғаҡтары буйынса, уның өсөн халыҡтың 68 проценты тауыш биргән. Америка һәм тағы ла бер-нисә дәүләт тауыш биреү йомғаҡтарын танымауҙары тураһында белдерҙе. Аҡ йорт 18 май илдә хакимлыҡ итеүсе фирҡәнең бер-нисә ағзаһына ҡарата...

23 мая 2018
Смотреть видео Бер литр һыу күпме тора? | ГТРК «Башкортостан»

Бер литр һыу күпме тора?

Өфөнөң Черниковка урамындағы күп ҡатлы йортта йәшәүселәр хатта һыуҙы ла һатып алырға ризалар.  Милексе ҡаҙанлыҡты 50 миллион һумға һатырға ҡуйған.  Яҡынса мең ярым кеше хәҙер һыуыҡ һыу биреү туҡталыуынан ҡурҡып йәшәй. Өфөнөң Черниковка урамындағы  51 –се йортта йәшәүселәр эҫе һыу...

23 мая 2018
Смотреть видео

Рәсәйҙә беренсе июлдән акциздарға хаҡ төшөүе ихтимал

Был турала ҡарар яғыулыҡ-энергетика комплексы өсөн яуап биргән вице-премьер Дмитрий Козак үткәргән кәңәшмәлә ҡабул ителгән. Бензиндың бер тоннаһына акциздар 3 мең һумға арзанайыр, тип көтөлә. Яғыулыҡтың бер литры уртаса 2 һум 20 тингә кәмейәсәк.  Һуңғы аҙнала ғына Башҡортостанда бензинға бер-...

23 мая 2018
Смотреть видео Башҡортостан Рәсәйҙә инвесторҙарға уңайлы шарттар тыуҙырған алдынғы төбәк | ГТРК «Башкортостан»

Башҡортостан Рәсәйҙә инвесторҙарға уңайлы шарттар тыуҙырған алдынғы төбәк

Республика, төбәк иҡтисадына финанс ағымдар бүлергә ниәтләгән компанияларға айырым ташламалар яһаясаҡ. Был турала төбәк етәксеһе Рөстәм Хәмитов Өфөлә “Нефть. Газ. Химия” конгрессының пленар ултрышында белдерҙе. Республика башлығы әйтеүенсә, Башҡортостан биләмәһендәге быға тиклем Рәсәйҙә...

23 мая 2018
Смотреть видео Башҡортостан Рәсәй-Ҡазағстан хеҙмәттәшлегенә тос өлөш индергән төбәктәрҙең береһе | ГТРК «Башкортостан»

Башҡортостан Рәсәй-Ҡазағстан хеҙмәттәшлегенә тос өлөш индергән төбәктәрҙең береһе

Был хаҡта Өфөлә Павлодар өлкәһе делегацияһы менән осрашыуҙа әйтелде. Республика башлығы билдәләүенсә, төбәк-ара хеҙмәттәшлек өсөн уңайлы шарттар тыуҙырылған.  Рөстәм Хәмитов әйтеүенсә, нефть эшкәртеү һәм нефть химияһы, машиналар эшләү, ауыл хужалығы, мәғариф һәм мәҙәниәт хеҙмәттәшлектең төп...

23 мая 2018
Смотреть видео Инвалидтар өсөн уңайлы шарттар | ГТРК «Башкортостан»

Инвалидтар өсөн уңайлы шарттар

Республика балалар клиник дауаханаһы менән башҡаланың 17-се клиник дауаханаһында мөмкинлеге сиклеләр өсөн тулыһынса уңайлы шарттар булдырыласаҡ. Төбәк башлығы ҡарары менән был маҡсатта бюджеттан 500 мең һум аҡса бүленә. Хәрәкәте сикле граждандарға һаулыҡ һаҡлау һәм транспорт хеҙмәттәрен...

22 мая 2018
Яндекс.Метрика