Слушай Маяк! Болей за наших! - Хоккей на Маяке - 1109052913 | ГТРК «Башкортостан»

Ишембай районында совет осорондағы паспорттар табылған

Үҙенсәлекле табыштың хаҡы түгел, ә әһәмиәте юғары. Сөнки унда Советтар союзы граждандарының фоторәсемдәре һаҡланған. Эҙәрмәндәр ошо ҡиммәтле документтарҙы тапшырыр өсөн паспорт хужаларының яҡындарын эҙләй.

Владислав Арыҫлановтың дуҫтары алты йыл элек үҙенсәлекле табышҡа юлыға. Ишембай районында иҫке бер йорттоң нигеҙендә табылған  сумаҙан эсендә элекке документтар менән бергә ошо паспорттар ҙа була. Владислав паспорт хужаларының яҡындарын табырға теләп, эҙәрмәндәр отрядына мөрәжәғәт итте. Шәхесте раҫлаусы документтар 1924 һәм 1925 йылдарҙа тыуғандарҙыҡы, өҫтәүенә “хәрби хеҙмәткә бурыслы” тигән яҙыу ҙа бар. Тимәк, уларҙың Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашыуҙары ихтимал. Ысынлап та, асыҡланыуынса, ике егет 1941 йылда совет армияһына саҡырылған.

Станислав Антипин Курск бәрелешендә һәләк була, ә бына Юрий Опалев фронттан кире әйләнеп ҡайта. Ә ҡалған икәүһе тылда хеҙмәт иткән, шуға улар тураһында хәрби мәғлүмәттәр базаһында бер нимә лә табылманы. Советтар союзы граждандарының паспорттарында уларҙың ниндәй милләт вәкиле булыуы тураһында, башҡорт телендә кириллица һәм латин алфавиттары нигеҙендә яҙыуҙар ҙа бар. Ә шулай ҙа, был документтарҙа иң ҡәҙерлеһе -фоторәсемдәр. Ул осорҙа кешеләрҙең һирәк, йә бөтөнләй фотоға төшмәгәнен иҫәпкә алғанда, яҡындары өсөн улар алтынға бәрәбәр.

Әммә көтөлмәгән бүләкте тапшырыр өсөн тәүҙә паспорт хужаларының туғандарын табырға кәрәк. Уларҙың өсәүһе Башҡортостандан: Антипин Станислав Григорьевич Благовещен районының Удельно-Дуваней ауылында тыуған, Мансур Ғүмәр улы Атласов Стәрлебаш районының Арыҫлан ауылы егете, Юрий Григорьевич Опалев Өфөнән. Ә араларындағы берҙән-бер ҡатын-ҡыҙ — Буркова Евдокия Һарытау өлкәһенең Турков районынан. Совет осорондағы документтар ни өсөн Ишембай районына барып сыҡҡаны әлегә билдәһеҙ. Бәлки унда паспорт өҫтәле, йә саҡырыу пункты булғандыр. Сөнки һалдат хеҙмәткә алынғанда паспортын алып ҡалғандар. Өҫтәүенә, был документтар табыштың өстән бер өлөшө генә.

Ишембай районында табылған был паспорттарҙың хаҡы түгел, ә әһәмиәте ҡиммәтле. Эҙәрмәндәр ҡулына килеп эләккән документтар тарихҡа билдәле булмаған яңы биттәрҙе аса. Әммә был паспорттар янында булған башҡа ҡағыҙҙар ҙа имен булһа, тағы ла тиҫтәләгән ғаиләгә яҡындары тураһында яңы мәғлүмәттәр белергә мөмкин булыр ине.

Хәбәрҙәр

Смотреть видео

Һаҡ булығыҙ айыуҙар: кушнаренко районының Баҡай ауылына тайыш табандар һөжүм иткән

Урындағы халыҡ урман-ҡырҙарға барырға ҡурҡа. Ауылға айыуҙарҙың яҡынлашыуын Баҡайлылар тәүгегә күҙәтә. Бындай ғәҙәти булмаған хәл урындағы халыҡты хафаға һала. Ауыл ситендә яңғыҙы йәшәгән Ғәзимә Моратова өсөн йыртҡыс хайуандың яҡынға килеүе бигерәк тә хәүефле. Тайыштабан ауылдан бер-нисә генә саҡрым...

1 июля 2015
Смотреть видео

Башҡорт Дәүләт опера һәм балет театры янында үҙенсәлекле Ете ҡыҙ фонтанын асыу тантанаһы үтте

Гүйә фонтандан урғылған һыуға шатланғандай, ете ҡыҙҙың шатлыҡ йәштәре күктән ямғыр булып һибелде. Башҡорт дәүләт опера һәм балет театры янындағы башҡорт халҡының фонтанын асыу тантанаһы үтте. Башҡала халҡы түҙемһеҙләнеп көткән ваҡиға – “Ете ҡыҙ” фонтанынан  ниһайәт һыу урғылды.  Олоһо ла...

1 июля 2015
Смотреть видео

“Башҡортостан” Дәүләт телевидение һәм радиотапшырыуҙар компанияһы мәғлүмәт даирәһен киңәйтә

Бөгөн Рәсәй-Культура каналында төбәк тапшырыуҙары яңынан сыға башланы. Театр премьералары, гастролдәр, күргәҙмәләр, концерттар, тамашалар, әҙәбиәт өлкәһендәге яңылыҡтар һәм төрлө фестивалдәрҙән  репортаждар-каналдың төп йүнәлешен билдәләйәсәк.Сағыу алып барыусыларҙан, тәжрибәле мөхәррирҙәр,...

1 июля 2015
Смотреть видео

Рәсәй һәм донъя хәбәрҙәре

Греция Халыҡ-ара валюта фондына 1 миллиард 540 миллион һум аҡса күсермәй дефолт иғлан итте.  Валюта фондында был мәғлүмәтте раҫланылар. Шулай итеп, үҫешкән иҡтисады булған Греция дефолт иғлан иткән тәүге ил. Индонезия хәрби-транспорт самолеты һәләкәтендә 141 кеше һәләк булған. Был турала...

1 июля 2015
Смотреть видео

Республиканың көнъяҡ өлөшөндәге төбәктәрҙә ҡара сиңерткәләр ҡотора

Әбйәлил, Ейәнсура һәм Йылайырҙа саранчалар ауыл хужалығы майҙандарын, көтөүлөктәрҙе ҡыра. Бөжәктәр бөгөнгә утыҙ һигеҙ мең гектарҙы юҡҡа сығарған. Сәселгән  баҫыуҙарҙы тикшереү, зыян күләмен асыҡлау махсус төркөмдәргә йөкмәтелгән. Баймаҡ районында ла сиңерткәгә ҡаршы эҙмә-эҙлекле эш алып барыла...

1 июля 2015
Смотреть видео

Волонтерҙар өсөн тренингтар башланды

Республика башлығы БРИКс журналы хәбәрсеһе менән әңгәмәләшкәндә халыҡ-ара форумдар ваҡытында волонтерҙарға ҙур өмөттәр бағланыуы тураһында ла белдергән. Бөгөн улар өсөн тренингтар башланды. Волонтерҙар штабында бөгөн сағыштырмаса тынлыҡ. Иртәгәнән иһә бында ысын мәғәнәһендә эҫе көндәр башлана....

30 июня 2015
Смотреть видео

Ҡариҙел районы хакимиәте етәкселеге ауылдарының социаль-иҡтисади хәлен яҡшыртыу, төҙөкләндереү эштәре буйынса семинар-кәңәшмә үткәрҙе

2012-се йылдан был крәҫтиән-фермер хужалығы менән өс бер туған Әйүповтар етәкселек итә. Юҡҡа сығып барған хужалыҡты улар аяҡҡа баҫтырған, хәҙер алдынғыларҙың береһе.Ҡариҙел районы хакимиәте етәкселеге йыл башынан бәләкәй эшҡыуарлыҡҡа ярҙам итеү йәһәтенән  урындағы ҡаҙнанан 1 миллион 200 мең...

30 июня 2015
Смотреть видео

Башҡортостан ауылдарында Шос һәм Брикс илдәренең халыҡ көйҙәре яңғырай.

Учалы районында ,,Ауышкүл йәшмәләре,, тип аталған үҙенсәлекле ансамбль биҙрә сиртеп сит ил йырҙарын башҡара. Көнкүрештә ҡулланылған биҙрәләрҙе Иҫке Байрамғол ауылы ағинәйҙәре музыка ҡоралына әйләндергән. Учалы районының Иҫке Байрамғол ауылындағы Ауышкүл йәшмәләре халыҡ ансамбле милли көйҙәрҙе генә...

30 июня 2015
Смотреть видео

Башҡортостандың бик күп ауылдарында тауыҡ, һарыҡтарҙың ҡанын эсеүсе чупакабра тотолған

Ул ике аяҡлы, оҙон моронло хайуан булып сыҡты. Быға тиклем тәбиғәттә билдәһеҙ был хайуанды бер кем дә күргәне юҡ ине. Бығ тиклем республиканың бер-нисә ауылында шәхси хужалыҡтарҙа ҡош-ҡорт, йорт хайуандары күпләп һәләк булғайны.

30 июня 2015
Смотреть видео

Рәсәй һәм Донъя хәбәрҙәре

Викиликс Францияның бер-нисә баҫмаһы менән берлектә Америка махсус хеҙмәттәренең Францияға ҡаршы ҡара эштәрен фаш итте. Милли именлек агентлығының биш хисабынан күренеүенсә, Ҡушма Штаттар 2004-се йылдан 2012-се йылға тиклем Франция етәкселәрен һәм иҡтисадсыларын күҙәткән. Японияла магнит...

30 июня 2015
Смотреть видео

Санкцияларҙың ыңғай яғы

Рәсәйҙең европа илдәренең аҙыҡ-түлек тауарҙарын сикләүе тураһындағы ҡарары, был берлеккә ингән дәүләттәргә йөҙ миллиард евро күләмендәге зыян килтерәсәк. Санкцияларға ҡаршы яуаптар Европала кәм тигәндә лә ике миллион кешене эшһеҙ ҡалдырасаҡ. Илгә ауыл хужалығы тауарҙарын индереүҙе тыйыу урындағы...

29 июня 2015
Смотреть видео

Республиканың юғары уҡыу йорттарында тулҡынландырғыс мәл: белгестәргә дипломдар тапшырыла

Шат йөҙҙәр, ныҡлы аҙымдар һәм киләсәккә ҡыйыу өмөттәр. Өфө дәүләт нефть-техник университетын   ҡыҙыл дипломға тамамлаусы студенттарҙың күбеһен эш урындары көтә лә инде. Йыл һайын йәш белгестәрҙең 90-93%  йүнәлтмә буйынса эшкә урынлаштырыла.Залда алма төшөрлөк тә урын юҡ. Уҡыу йортон...

29 июня 2015
Смотреть видео

Рәсәй һәм донъя хәбәрҙәре

Европа төркөмө Грецияға ярҙам итеү программаһын ғәмәлдән сығарып Европаның үҙәк банкына был илдең банктарын финанслауҙы туҡтатырға тәҡдим итә. Тиҙҙән Греция 1 миллиард 500 миллион евролыҡ  бурысын түләргә тейеш. Шулай итеп, хәҙер Афиндар кредиторҙар менән килешмәйенсә,  дефолт иғлан...

29 июня 2015
Смотреть видео

Өфөлә 4 автомобиль ҡатнашлығында теркәлгән авария сәбәпсеһенә ҡарата енәйәт эше ҡуҙғатылды

Хәҙер уға 7 йылға тиклем иректән мәхрүм итеү янай.Иҫегеҙгә төшөрәбеҙ, йома көнө иртәнге 9-сы ярты тирәһендә Баҡалы урамы буйлап төшөп килгән Ауди автомобиле юғары тиҙлектә боролошҡа инә алмайынса Әй урамы яғынан килгән Лифан машинаһына бәрелде. Ҡытай автмобиле менән идара иткән 31 йәшлек ҡатын...

29 июня 2015
Смотреть видео

Өфөлә күнекмәләр үтте

Башҡорт дәүләт опера һәм балет театрында ғәҙәттән тыш хәл. Бөгөн бында көслө шартлау  яңғыраны һәм янғын сыҡҡан. Был Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығының Башҡортостан идаралығы уҙғарған күнекмәләр сценарийы. Янғын һүндереүселәр, полиция, ашығыс ярҙам хеҙмәте, ҡотҡарыусылар менән берлектә эш итеү...

26 июня 2015
Смотреть видео

Шанхай хеҙмәттәшлек ойошмаһы һәм Брикс илдәре самиттарына Өфө тулыһынса төҙөкләндерелде

Мәҫәлән, аэропорт юлында йәйәүлеләр һәм автомобилдәр өсөн бер нисә күпер файҙаланыуға тапшырылды. Шулай уҡ, яҡын тирәлә йәшәүселәрҙе борсомаҫ өсөн машиналар тауышын кәметеүсе стеналар эшләнде. Быға тиклем Чесноковка ауылында йәшәүселәр Өфөгә барыр өсөн күпмелер ваҡытта тығындарҙа  ултыра ине....

26 июня 2015
Смотреть видео

Бөгөндән Учалы районында ҡара сиңерткәгә ҡаршы көрәш буйынса махсус әҙерлек режимы индерелә

Был ҡоротҡостарҙың таралыуына юл ҡуймау маҡсатында эшләнә. Әле район хужалыҡтары үҙ көстәре менән 40 гектарҙан ашыу майҙанда эшкәртәкән. Тәү сиратта сиңерткәләрҙең ҡарышлауыҡ һалған ерҙәре эшкәртелә. Унда баҫыуҙар ғына түгел, урман һырттары, көтөүлектәр ҙә инә.Иҫегеҙгә төшөрәбеҙ, был аҙнала Әбйәлил...

26 июня 2015
Смотреть видео

Рәсәй һәм донъя хәбәрҙәре

Рәсәй президенты Владимир Путин һәм Америка президенты Барак Обама телефон аша ике аралағы мөнәсәбәттәрҙе тикшергән. Рәсәй етәксеһенең матбуға секретары  Дмитрий Песков хәбәр итеүенсә, шулай уҡ ике президент Сүриәләге хәлдәр, Иран атом ҡоралы буйынса ла фекер алышҡан. Сочи ҡалаһында көслө...

26 июня 2015

Бөгөн һәм иртәгә республикала эскән килеш руль артына ултырыусы водителдәрҙе асыҡлау буйынса операция үткәрелә

Республиканың юл хәрәкәте именлеге дәүләт инспекцияһынан хәбәр итеүҙәренсә, көн һайын тиерлек юлдарҙа иҫерек водителдәр ғәйебе менән бер-нисә авария теркәлә. Инспекторҙар шундай водителдәрҙе күргән осраҡта Республика буйынса эске эштәр министрлығының дежур бүлегенә шылтыратыуҙы һорай. 

26 июня 2015
Смотреть видео

Бөгөн Өфөнөң Баҡалы һәм Әй урамдары ялғанышында 4 машина ҡатнашлығында авария теркәлде

Әлеге ваҡытта ваҡиға урынында авария сәбәптәрен асыҡлау эштәре бара. Шаһиттар билдәләүенсә, Ауди автомобиле юғары тиҙлектә юлдың ҡаршы һыҙатына килеп сыҡҡан. Әй һәм Баҡалы урамдары киҫелешендәге был авария баш ҡаланың үҙәк өлөшөнән Йәшел сауҡалыҡ биҫтәһенә барыусы юлдағы автомобиль хәрәкәтен...

26 июня 2015
Смотреть видео

Умартанан - солоҡҡа

Бал ҡорто өсөн ҡырағай шарттар үлемеслеме, әллә юғары үҫеш алған был йән эйәләре теләһә ниндәй ҡатмарлыҡтарҙы ла еңеп сығырға әрһеҙләшкәнме. Тәтешленән Өфөгә ике күс алып килеп ҡалыпҡа ултыртырға йөрьәт иткән мөкиббән умартасы  бал ҡорттарының һәләтендә шикләнмәй. Ул күптән инде башҡалала...

25 июня 2015
Смотреть видео

Йылдан-йыл ураҙа тотоусылар арта

Рамаҙан айының бөгөн һигеҙенсе көнө. Йылдан-йыл ураҙа тотоусылар арта. Уларҙың араһында йәштәр ҙә бик күп. Башҡортостан мосолмандары диниә назаратынан хәбәр итеүҙәренсә, эҫе көндәрҙе күптәр һынау ҡабул итә.  Башҡортостандың артҡаҙанған артисы Сәғиҙулла Байегет таң менән концертҡа йыйынмай, ул...

25 июня 2015
Смотреть видео

Бөгөн төндә республика халҡы күктә ялағай уйнағанын күҙәтә алды

Стәрлетамаҡтан фотограф Станислав Ғиләжев тәбиғәттең был күренешен видеоға төшөрөп алған.

25 июня 2015
Яндекс.Метрика