Слушай Маяк! Болей за наших! - Хоккей на Маяке - 1109052913 | ГТРК «Башкортостан»

Ишембай районында совет осорондағы паспорттар табылған

Үҙенсәлекле табыштың хаҡы түгел, ә әһәмиәте юғары. Сөнки унда Советтар союзы граждандарының фоторәсемдәре һаҡланған. Эҙәрмәндәр ошо ҡиммәтле документтарҙы тапшырыр өсөн паспорт хужаларының яҡындарын эҙләй.

Владислав Арыҫлановтың дуҫтары алты йыл элек үҙенсәлекле табышҡа юлыға. Ишембай районында иҫке бер йорттоң нигеҙендә табылған  сумаҙан эсендә элекке документтар менән бергә ошо паспорттар ҙа була. Владислав паспорт хужаларының яҡындарын табырға теләп, эҙәрмәндәр отрядына мөрәжәғәт итте. Шәхесте раҫлаусы документтар 1924 һәм 1925 йылдарҙа тыуғандарҙыҡы, өҫтәүенә “хәрби хеҙмәткә бурыслы” тигән яҙыу ҙа бар. Тимәк, уларҙың Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашыуҙары ихтимал. Ысынлап та, асыҡланыуынса, ике егет 1941 йылда совет армияһына саҡырылған.

Станислав Антипин Курск бәрелешендә һәләк була, ә бына Юрий Опалев фронттан кире әйләнеп ҡайта. Ә ҡалған икәүһе тылда хеҙмәт иткән, шуға улар тураһында хәрби мәғлүмәттәр базаһында бер нимә лә табылманы. Советтар союзы граждандарының паспорттарында уларҙың ниндәй милләт вәкиле булыуы тураһында, башҡорт телендә кириллица һәм латин алфавиттары нигеҙендә яҙыуҙар ҙа бар. Ә шулай ҙа, был документтарҙа иң ҡәҙерлеһе -фоторәсемдәр. Ул осорҙа кешеләрҙең һирәк, йә бөтөнләй фотоға төшмәгәнен иҫәпкә алғанда, яҡындары өсөн улар алтынға бәрәбәр.

Әммә көтөлмәгән бүләкте тапшырыр өсөн тәүҙә паспорт хужаларының туғандарын табырға кәрәк. Уларҙың өсәүһе Башҡортостандан: Антипин Станислав Григорьевич Благовещен районының Удельно-Дуваней ауылында тыуған, Мансур Ғүмәр улы Атласов Стәрлебаш районының Арыҫлан ауылы егете, Юрий Григорьевич Опалев Өфөнән. Ә араларындағы берҙән-бер ҡатын-ҡыҙ — Буркова Евдокия Һарытау өлкәһенең Турков районынан. Совет осорондағы документтар ни өсөн Ишембай районына барып сыҡҡаны әлегә билдәһеҙ. Бәлки унда паспорт өҫтәле, йә саҡырыу пункты булғандыр. Сөнки һалдат хеҙмәткә алынғанда паспортын алып ҡалғандар. Өҫтәүенә, был документтар табыштың өстән бер өлөшө генә.

Ишембай районында табылған был паспорттарҙың хаҡы түгел, ә әһәмиәте ҡиммәтле. Эҙәрмәндәр ҡулына килеп эләккән документтар тарихҡа билдәле булмаған яңы биттәрҙе аса. Әммә был паспорттар янында булған башҡа ҡағыҙҙар ҙа имен булһа, тағы ла тиҫтәләгән ғаиләгә яҡындары тураһында яңы мәғлүмәттәр белергә мөмкин булыр ине.

Хәбәрҙәр

Смотреть видео Спорт-минең өсөн йәшәү мәғәнәһе | ГТРК «Башкортостан»

Спорт-минең өсөн йәшәү мәғәнәһе

11 йәшлек Вадим Савельев грэпплинг көрәше буйынса үткәрелгән ярышта ҡатнашып Рәсәй чемпионы исемен ала. Йөрәгенә операция яһатыуына ҡарамаҫтан, ул яратҡан шөғөлөнә кире әйләнеп ҡайтырға көс һәм рух таба. Әле Вадим яңы үрҙәр яуларға әҙерләнә. Спорт ярыштарында иң мөһим әйберҙәрҙең береһе-махсус...

9 августа 2019
Смотреть видео Республикала район советы ултырыштары башҡорт телендә үтә башланы | ГТРК «Башкортостан»

Республикала район советы ултырыштары башҡорт телендә үтә башланы

Төбәк етәксеһе Радий Хәбиров кәңәшмәләрҙе туған телдә үткәреү тәҡдимен еткергәйне. Был, тәү сиратта, башҡорт телен үҫтереүгә һәм уны популяраштырыуға ҙур үтәргес. Ҡыйғы районы Советы ултырышы ла тәүге тапҡыр башҡорт телендә үтте. Ҡыйғы районы Советының утыҙ алтынсы ултырышы тарихи тип әйтергә...

8 августа 2019
Смотреть видео Ни өсөн түбә таҡтаһы ярыла? | ГТРК «Башкортостан»

Ни өсөн түбә таҡтаһы ярыла?

Башҡортостандың торлаҡ һәм төҙөлөш тармағын күҙәтеү буйынса дәүләт комитеты вәкәләттәре артты. Ведомство вәкилдәре хәҙер күп фатирлы йорттарҙа бүлмәләрҙе йә планировкаларын үҙгәртеүҙе асыҡлау һәм иҫкәртеү менән дә шөғөлләнә ала. Республика парламенты депутаттары ошо турала закон ҡабул итте. Фәнилә...

8 августа 2019
Смотреть видео Яңы уҡыу йылында Өфөлә яңы быуын мәктәптәр асыла | ГТРК «Башкортостан»

Яңы уҡыу йылында Өфөлә яңы быуын мәктәптәр асыла

Тулы уҡыу көнөнә иҫәпләнгән полилингваль белем усағы башҡаланың 44-се мәктәбендә урынлаша. Быйыл 1 мең 300 бала өсөн бында 3 телдә, рус, башҡорт һәм инглиз телдәрендә уҡытыу, төштән һуң спорт фән, мәҙәниәт, заманса технологиялар йүнәлештәрендә түңәрәктәрҙә шөғөлләнең мөмкинлеге буласаҡ. Ошондай уҡ...

8 августа 2019
Смотреть видео Башҡортостан бюджеты йылдың тәүге 6 айында 10 процентҡа артҡан | ГТРК «Башкортостан»

Башҡортостан бюджеты йылдың тәүге 6 айында 10 процентҡа артҡан

Муниципаль берәмектәрҙә үҫеш үткән йылдың ошо уҡ осоро менән сағыштырғанда 10 процентҡа күберәк. Был тәү сиратта ҡайһы бер һалымдарҙы урындағы бюджетҡа ҡайтарыу менән бәйле. Был хаҡта республиканың Финанстар министрлығы коллегияһы ултырышында әйтелде. Ведомство ярты йыллыҡ һөҙөмтәләрҙе барлап...

8 августа 2019
Смотреть видео Республика етәксеһе райондарҙың социаль-иҡтисади үҫеше менән танышты | ГТРК «Башкортостан»

Республика етәксеһе райондарҙың социаль-иҡтисади үҫеше менән танышты

Ураҡ барышы, балалар поликлиникаһы төҙөлөшө, подъездар төҙөклөгө, Башҡортостан ихаталары һәм уңайлы мөхит. Дүртөйлө ҡала һәм районында ошо йүнәлештәр буйынса атҡарылған эштәр барышы менән Радий Хәбиров танышты. Дүртөйлө аграрийҙары ураҡҡа 26 июлдә төшкән. Бөгөнгә майҙандарҙың 10 проценты урып-...

8 августа 2019
Смотреть видео Ҡыйғыла“Башҡорт ихаталары” программаһы нисек тормошҡа ашырыла? | ГТРК «Башкортостан»

Ҡыйғыла“Башҡорт ихаталары” программаһы нисек тормошҡа ашырыла?

Республикала “Башҡорт ихаталары” программаһы буйынса төҙөкләндереү эштәре дауам итә. Ҡыйғы районының Үрге Ҡыйғы ауылында юлдар киңәйтелә, автомобилдәр ҡуйыу урындары булдырыла, йәйәүлеләр юлына асфальт түшәлә, бордюрҙар яңыртыла, яҡтыртҡыс бағаналар ултыртыла, яңы балалар ҡаласығы төҙөлә, урындағы...

7 августа 2019
Инвестор сдержал слово: В Зианчуринском районе заработала современная система орошения | ГТРК «Башкортостан»

Инвестор сдержал слово: В Зианчуринском районе заработала современная система орошения

Уникальная система орошения работает в Зианчуринском районе. Она помогает бороться с засухой. Надо сказать, что современную технику приобрела ферма, которая ещё три года назад находилась в упадке. Тогда в эфире «Вестей» мы рассказывали, как сотни сельчан остались без работы, а помещения простаивали...

7 августа 2019
Смотреть видео Өфөлә “Әр-рәхим” мәсете төҙөлөшө тергеҙелде | ГТРК «Башкортостан»

Өфөлә “Әр-рәхим” мәсете төҙөлөшө тергеҙелде

Әле бинаның беренсе ҡатында һәм тышҡы яғында ремонт башланды. Иҫегеҙгә төшөрәбеҙ, иман йортонда төҙөлөш эштәре дүрт йыл буйы туҡталып торғайны. Салауат Юлаев проспектындағы 16 мең квадрат метр майҙанды биләгән “Әр-рәхим” мәсетенең ишектәре асылыуын республиканың һәр кешеһе түҙемһеҙләнеп көтә....

7 августа 2019
Смотреть видео Ҡатмарлы операция | ГТРК «Башкортостан»

Ҡатмарлы операция

Республика кардиология үҙәгендә ҡорһаҡ өлөшөндәге аортаға эндопротез ҡуйыу буйынса оҫталыҡ дәресе ойошторолдо. Ҡәҙимге операция Мәскәү ҡалаһында ғына яһала, Волга буйы округында беренсе тапҡыр пациентҡа эшләнде. Оҫталыҡ дәресендә  Өфө, Санкт-Петербург, Силәбе, Томск, Чебоксар ҡалаларынан йөрәк...

7 августа 2019
Смотреть видео Тиҙ ярҙам машиналарын үткәрмәгән өсөн яуаплылыҡ көсәйтелде | ГТРК «Башкортостан»

Тиҙ ярҙам машиналарын үткәрмәгән өсөн яуаплылыҡ көсәйтелде

Рәсәйҙә юлда ауырыуҙарға ашыҡҡан тиҙ ярҙам машиналарын үткәрмәгән һәм табиптарҙың эшенә ҡаршылыҡ күрһәткән өсөн яуаплылыҡ көсәйтелде. Хәҙер штрафтар биш мең һумға тиклем арттырылды. Законды боҙған өсөн өс айҙан бер йылға тиклем водитель таныҡлығынан мәхрүм итеү ҙә ҡарала. Элек тиҙ ярҙам машинаһына...

7 августа 2019
Смотреть видео Көйөргәҙеләге Ермолаево спирт-араҡы комбинаты ҡайтанан эш башлаясаҡ | ГТРК «Башкортостан»

Көйөргәҙеләге Ермолаево спирт-араҡы комбинаты ҡайтанан эш башлаясаҡ

Предприятие хәҙер химик спирт, крахмал етештереү менән шөғөләнәсәк. Бынан тыш, завод мөлкәтен район ҡарамағына күсереү юлдары барлана. Республика Йортонда, Башҡортостан етәксеһе Радий Хәбировтың Көйөргәҙе районы хакимиәте башлығы Юлай Ильясов менән, “Башлыҡ сәғәте” сиктәрендәге әңгәмәһе барышында,...

7 августа 2019
Смотреть видео Башлыҡ сәғәте | ГТРК «Башкортостан»

Башлыҡ сәғәте

Асҡын районында көкөрт менән дауалау үҙәге төҙөү мөмкинлеге ҡарала. Ошо турала Республика Йортонда, “Башлыҡ сәғәте” сиктәрендә Башҡортостан етәксеһе Радий Хәбиров  һәм Асҡын районы хакимиәте етәксеһе Ришат Дихин осрашыуы барышында билдәләнде. Асҡындағы социаль сәйәсәт тә иғтибарҙан ситтә...

7 августа 2019
Иҙәк йылғаһында хәл Республика хөкүмәтенең иғтибар үҙәгендә ҡала | ГТРК «Башкортостан»

Иҙәк йылғаһында хәл Республика хөкүмәтенең иғтибар үҙәгендә ҡала

Иҙәк йылғаһында хәл Республика хөкүмәтенең иғтибар үҙәгендә ҡала. Радий Хәбиров ҡушыуы буйынса мониторинг буйынса махсус эш төркөмө булдырылды. Уға Республика башлығы хакимиәте етәксеһенең беренсе урынбаҫары Ринат Баширов рәйеслек итә.Белгестәр әйтеүенсә, Иҙәк йылғаһында хәл тоторҡлана бара, ә...

4 августа 2019
Смотреть видео Беренсе халыҡ-ара лагерь | ГТРК «Башкортостан»

Беренсе халыҡ-ара лагерь

Рудольф Нуриев исемендәге Башҡорт хореография колледжында халыҡ-ара лагерь эшләп килә. Әле унда  Японянан килгән 22 бала шөғөлләнә. Һәләтле йәштәр рус балетының үҙенсәлектәренә төшөнөргә хыяллана. Япон телендәге телмәрҙе ишетеү Башҡор хореография колледжы өсөн быйылғы йәйҙә ғәҙәти күренеш....

2 августа 2019
Смотреть видео Оҫтаның ҡулы башҡа | ГТРК «Башкортостан»

Оҫтаның ҡулы башҡа

 Бөрө ҡалаһында йәшәүсе ун бишлек йәшлек Дмитрий Макеров ағастан төрлө йәнлек һындары, көнкүрештә ҡулланылған һауыт-һабалар, ҡумталар эшләү менән мауыға. Уның эштәре менән хәҙер сит ил кешеләре лә ҡыҙыҡһына. Бындай һәләт уға кемдән күскән? Киләсәктә ул ниндәй һөнәр һайлаясаҡ? Эшкә бар...

2 августа 2019
Смотреть видео Донъя һәм Рәсәй хәбәрҙәре | ГТРК «Башкортостан»

Донъя һәм Рәсәй хәбәрҙәре

Геманияның Франкфурт-на-Майне ҡалаһында билдәһеҙ ир ҡатын менән баланы тимер юлына этеп төшөргән. Һөҙөмтәлә, улар станцияға яҡынлашҡан поезд аҫтында ҡала. Һигеҙ йәшлек малай шунда уҡ ғүмерен юғалта. Әсәһен табиптар ҡотҡарып ҡалған. Енәйәтсе ир тағы ла бер кешегә һөжүм итергә йыйынған, тик уны...

2 августа 2019
Смотреть видео Бейек тауҙарға үрләүсе | ГТРК «Башкортостан»

Бейек тауҙарға үрләүсе

Башҡортостандың дәүләт наградаһы - Салауат Юлаев ордены менән Башҡортостан ауыл хужалығы министрлығының бүлек етәксеһе урынбаҫары, хәрби хәрәкәттәр инвалидтарының йәмәғәт ойошмаһы ағзаһы Рафаэль Исхаҡов бүләкләнде. Афған ветераны күптәр өсөн өлгөлө шәхес. Әүҙем спорт менән шөғөллөнеү уға йәшәргә...

2 августа 2019
Смотреть видео Башҡортостан үҫешенә тос өлөш индергән кешеләр | ГТРК «Башкортостан»

Башҡортостан үҫешенә тос өлөш индергән кешеләр

Республика етәксеһе Радий Хәбиров бер төркөм хеҙмәт алдынғыларына дәүләт наградалары тапшырҙы. Улар араһында һаулыҡ һаҡлау, төҙөлөш, иҡтисад, мәҙәниәт, сәнғәт, спорт һәм матбуғат өлкәһендә намыҫлы эшләгән 64 һөнәри оҫтаһы бар. За кадром. “Алдындағы фиҙәҡәр хеҙмәте өсөн” ордены менән 2 кеше...

2 августа 2019
Смотреть видео Ишембай һәм Стәрлетамаҡ райондарында махсус иҡтисади зоналар барлыҡҡа киләсәк | ГТРК «Башкортостан»

Ишембай һәм Стәрлетамаҡ райондарында махсус иҡтисади зоналар барлыҡҡа киләсәк

 Был турала Республика йортонда үткән инвестиция сәғәтендә хәбәр ителде. Дөйөм биләмәнең майҙаны 450 гектарҙан ашыу булыр тип көтөлә. 7 компания был зоналарға дәғүә белдергән дә инде. Уларҙың икәүһе менән килешеү төҙөлдө. Тағы ла бер инвест-проект тормошҡа ашырылырға әҙерләнә. Киләһе аҙанала...

2 августа 2019
Смотреть видео Башҡортостан мәктәптәре яңы уҡыу йылына әҙерләнә | ГТРК «Башкортостан»

Башҡортостан мәктәптәре яңы уҡыу йылына әҙерләнә

 Эштәрҙең барышы менән хөкүмәт йортонда  үткән “Мәғариф сәғәтендә” таныштылар. Белем биреү учреждениеларыныү әҙерлеген баһалау июлдә башланып, август уртаһында тамамланырға тейеш. Профилле комиссиялар составында мәғариф өлкәһе һәм хоҡуҡ һаҡлау хеҙмәте вәкилдәре. Төп иғтибар мәктәптәрҙеү...

2 августа 2019
Смотреть видео Өфөлә балалар баҡсалары берҙәм туҡланыу операторына күсте | ГТРК «Башкортостан»

Өфөлә балалар баҡсалары берҙәм туҡланыу операторына күсте

Мәктәпкәсә йәштәгеләрҙе хәҙер "Балалар диеталы туҡланыу үҙәге" ашатасаҡ. Башҡалала берҙәм балалар менюһы ла барлыҡҡа килде. Уны технологтар ике аҙна һайын яңыртып, бала организмына кәрәкле витаминдарҙы иҫәпкә алып тулыландырып торасаҡ. Ошо көндәрҙә мәктәп һәм балалар  туҡланыу үҙәге ҡайнап...

1 августа 2019
Смотреть видео Республикала оноколоник сирҙәрҙе диагностикалау мөмкинлеге арта | ГТРК «Башкортостан»

Республикала оноколоник сирҙәрҙе диагностикалау мөмкинлеге арта

Өфөлә ПЭТ-технолоджи ядро медицинаһы үҙәгендә икенсе позитрон-эмиссион томографияһы сканеры эшләй башланы. Медицина үҙәге эшмәкәрлеге менән республика етәксеһе Радий Хәбиров танышты. Яңы заманса аппарат ярҙамында һаулыҡ һаҡлау учрежденияһы йылына ике тапҡыр ярымға күберәк, йәғни кәмендә 12 меңдән...

1 августа 2019
Яндекс.Метрика