К 100-летию Мустая Карима - 561786780 | ГТРК «Башкортостан»

Ҡоралланған, етмәһә иҫерек

Өфөлә төнгө уҙыш иҫерек водителдән граната тартып алыу менән тамамланды.

Юл хәрәкәте хәүефһеҙлеге дәүләт инспекцияһы хеҙмәткәрҙәре БМВ водителенә туҡтарға ҡуша әммә ул газға баҫып ҡаса башлай. Өфөлә боевик төшөрәләрме ни. Инспекторҙар сит ил машинаһын баҫтыра. Тәүмәғлүмәттәр буйынса, иҫерек водитель ҡоралланған. Тәүҙә ул авария урынын ҡалдырып китә. Тәртип боҙоусыны ҡыуалай башлағас ул инспекторҙарға граната менән янай.

БМВ автомобилен 3 экипаж баҫтыра. Граната менән ҡоралланған иҫерек водителдең уйында нимә икәнен кем белә? Хәүеф башҡа кешеләргә лә янай. Әммә, элек махсус тәғәйенләнештәге отрядта хеҙмәт иткән Альберт Талипов ҡурҡмайынса иҫерек водитель менән әңгәмә башлай.

Бушҡа руль артындағы инспектор заманында Ҡаһарманлыҡ өсөн орден менән бүләкләнмәгән! Бер-нисә минут әңгәмәләшкәс, капитан Талипов гранатаны тартып алырға өлгәшә. Шунда уҡ, иҫерек водителде башҡа инспекторҙар ҡулға ала.

Гранатаның ысын түгел, ә пиротехника өсөн тәғәйенләнеүе асыҡлана. Әммә, барыбер хәүеф тыуҙыра. Шулай уҡ, автомобиль эсендә пневматик мылтыҡ һәм электрошокер табыла.

Орфографическая ошибка в тексте:
Чтобы сообщить об ошибке, нажмите кнопку "Отправить сообщение об ошибке". Также вы можете добавить свой комментарий.
Яндекс.Метрика