К 100-летию Мустая Карима - 561786780 | ГТРК «Башкортостан»

23 йәшлек ҡыҙҙы көсләүгә бәйле яңы мәғлүмәттәр

Өфө полицияһында эшләгән һәм мине полицияла юғары вазифа биләгән өс кеше көсләне тип белдергән ҡыҙ был ваҡытта иҫерек булған.  Ул хатта кисен нимә булғанын да хәтерләй алмаған.

Был турала бөгөн республиканың тәфтиш органына һылтанып РИА новости агентлығы хәбәр итте. Октябрь аҙаҡтарында 23 йәшлек ҡыҙ көсләү тураһындағы ғариза менән полицияға мөрәжәғәт иткәйне. 

Был хәлдән һуң башҡортостан буйынса эске эштәр министрлығы Өфө һәм Ҡырмыҫҡалы райондары буйынса полиция бүлеге етәкселәрен һәм миграция мәсьәләләре буйынса бүлек етәксеһен эшенән бушатҡайны. Көсләү тураһында енәйәт эше ҡуҙғатылды.

Полицияның элекке етәкселәре суд ҡарары менән 31 декабргә тиклем һаҡ аҫтында ҡаласаҡ.

Орфографическая ошибка в тексте:
Чтобы сообщить об ошибке, нажмите кнопку "Отправить сообщение об ошибке". Также вы можете добавить свой комментарий.
Яндекс.Метрика