К 100-летию Мустая Карима - 561786780 | ГТРК «Башкортостан»

Рәсәй һәм донъя хәбәрҙәре

  • Бөйөк Британия һалым түләүселәрҙең 200 миллион евроһын террорсылар менән бәйле төркөмсәләргә ярҙам итеүгә йүнәлткән. Был турала лордтар палатаһы ағзаһы Каролина Кокс белдергән. Рәсәйҙең һәм Сүриәнең экстремистарға ҡаршы көрәшен дөрөҫ тип баһалағас, сәйәсмәндәр һәм киң мәғлүмәт саралары тәнҡит менән ябырылған.
  • Ҡара Диңгеҙ флотының “Адмирал Макаров” фрегаты  Урта диңгеҙҙә хәрби-диңгеҙ флоты төркөмсәһен тулыландырасаҡ. “Калибр НК” ҡанатлы ракеталары менән ҡоралланған карап диңгеҙ биләмәһендә өсөнсө фрегат булып иҫәпләнә.
  • Америка конгрессына  һайлау алдынан Дональд Трамп республикандарҙы яҡлап сәфәргә сыҡҡан. Миссури, Флорида, Индиана штаттарында Америка етәксеһе сығыш яһағанда күп кеше аңын юғалтып йығылған.
  • Приморье крайында коптер ярҙамында киттар төрмәһен видеоға төшөрөп алғандар. Хайуандарҙы яҡлау ойошмаһы вәкилдәре белдереүенсә, хайандар Ҡытай океанариумдарына оҙатылыр алдынан ошонда тотола. Владивостоктың тәбиғәтте һаҡлау прокуратураһы был эш буйынса тикшереү башлаған.
Орфографическая ошибка в тексте:
Чтобы сообщить об ошибке, нажмите кнопку "Отправить сообщение об ошибке". Также вы можете добавить свой комментарий.
Яндекс.Метрика