Рәсәй һәм донъя хәбәрҙәре

  • Бөйөк Британия һалым түләүселәрҙең 200 миллион евроһын террорсылар менән бәйле төркөмсәләргә ярҙам итеүгә йүнәлткән. Был турала лордтар палатаһы ағзаһы Каролина Кокс белдергән. Рәсәйҙең һәм Сүриәнең экстремистарға ҡаршы көрәшен дөрөҫ тип баһалағас, сәйәсмәндәр һәм киң мәғлүмәт саралары тәнҡит менән ябырылған.
  • Ҡара Диңгеҙ флотының “Адмирал Макаров” фрегаты  Урта диңгеҙҙә хәрби-диңгеҙ флоты төркөмсәһен тулыландырасаҡ. “Калибр НК” ҡанатлы ракеталары менән ҡоралланған карап диңгеҙ биләмәһендә өсөнсө фрегат булып иҫәпләнә.
  • Америка конгрессына  һайлау алдынан Дональд Трамп республикандарҙы яҡлап сәфәргә сыҡҡан. Миссури, Флорида, Индиана штаттарында Америка етәксеһе сығыш яһағанда күп кеше аңын юғалтып йығылған.
  • Приморье крайында коптер ярҙамында киттар төрмәһен видеоға төшөрөп алғандар. Хайуандарҙы яҡлау ойошмаһы вәкилдәре белдереүенсә, хайандар Ҡытай океанариумдарына оҙатылыр алдынан ошонда тотола. Владивостоктың тәбиғәтте һаҡлау прокуратураһы был эш буйынса тикшереү башлаған.

Хәбәрҙәр

Смотреть видео Алдағы өс көндә республикала эҫе һауа торошо һаҡланасаҡ | ГТРК «Башкортостан»

Алдағы өс көндә республикала эҫе һауа торошо һаҡланасаҡ

Бөгөн республикала төндә урыны менән, көндөҙ бер аҙ ҡыҫҡа ваҡытлы ямғыр көтөлә. Һауа температураһы төндә — 12-17 градус, урыны менән 8 градус йылы. Көндөҙ 25-30 градус эҫе. Иртәгә ҡыҫҡа ваҡытлы ямғыр яуыуы көтөлә. Һауа температураһы төндә — 10-15 градус, урыны менән 5 градус йылы. Көндөҙ — 20-25...

14 мая 2019
Смотреть видео 16 районда янғын хәүефе көслө булып ҡала | ГТРК «Башкортостан»

16 районда янғын хәүефе көслө булып ҡала

Республикала янғындарға бәйле хәл тураһында Хөкүмәттә үткән оператив кәңәшмәлә лә һүҙ барҙы. Әле 16 районда янғын хәүефе көслө булып ҡала. Көндәрҙең эҫе тороуы хәлде уғата ҡатмарлаштыра. Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығының Башҡортостан буйынса идаралығы мәғлүмәттәренә ҡарағанда урмандарҙың 45...

14 мая 2019
Смотреть видео Көндәрҙең үтә лә эҫе тороуы сәбәпле республика янғын хәүефе артты | ГТРК «Башкортостан»

Көндәрҙең үтә лә эҫе тороуы сәбәпле республика янғын хәүефе артты

Шуға ла махсус күрһәтмәгә тиклем янғынға ҡаршы режим дауам итәсәк.  Башҡортостан урмандарында апрель башынан ғына 48 янғын осрағы теркәлгән. Уларҙың күбеһе яланда ҡоро үлән үртәгәндә сыҡҡан. Күп осраҡта кешеләрҙең вайымһыҙлығы янғын сығыуға сәбәпсе. Быйыл бындай осраҡтар былтырғы менән...

14 мая 2019
Смотреть видео Өфө сәскәгә күмелде | ГТРК «Башкортостан»

Өфө сәскәгә күмелде

Өфө парктарында, скверҙарҙа һәм урамдарҙа сәскә ултыртыу эштәре дауам итә. План буйынса 12 июнь-Ҡала көнөнә тиклем сәскәлектәр әҙер булырға тейеш. Түтәлдәрҙе петуний, бәрхәт үләне, цинерария сәскәләре биҙәйәсәк. Бынан алдағы көндәрҙә байрам саралары уҙғарылған объекттарҙа- Еңеү паркында, 112-се...

13 мая 2019
Смотреть видео Һаҡ булығыҙ – янғын! | ГТРК «Башкортостан»

Һаҡ булығыҙ – янғын!

Башҡортостан Хөкүмәте 30 апрелдән республикала янғынға ҡаршы махсус режим индереү тураһында ҡарар ҡабул иткәйне. Бойороҡ буйынса, халыҡҡа май байрамдарында урамда һәм яландарҙа усаҡ яғыу ҡәтғи тыйылды. Ҡәғиҙәне боҙоусыларҙы ниндәй яза көттө һәм янғынға ҡаршы көрәш буйынса рейдтың һөҙөмтәһе бармы?...

13 мая 2019
Смотреть видео Әхәт Әхмәтйәновтың хәтере мәңгеләштерелде | ГТРК «Башкортостан»

Әхәт Әхмәтйәновтың хәтере мәңгеләштерелде

 Ә Ишембай районы Маҡар ауылында һәйкәл асылды. Яҡташтары, туғандары һәм хеҙмәттәштәре Әхәт Әхмәтйәновтың хәтерен мәңгеләштерҙе. Кем ул? Ниндәй батырлыҡтары өсөн бөгөн уның исемен ҙурлайҙар? Һомғол буйлы, зәңгәр күҙле һәм иҫ киткес аҡыллы ине,  тип хәтерләй яҡташтары Әхәт Абдулхаҡ улы...

13 мая 2019
Смотреть видео Өфөлә Бөйөк Еңеү көнөнә арналған тантаналар йәнә берәүгә артты | ГТРК «Башкортостан»

Өфөлә Бөйөк Еңеү көнөнә арналған тантаналар йәнә берәүгә артты

Байрам уңайынан асыҡ һауала Дмитрий Шостаковичтың Ленинград симфонияһын башҡарыуҙы Республиканың Милли симфоник оркестры  матур йолаға әйләндерергә ниәтләй. Шомло ла, шанлы ла ваҡиғаларҙы тасуирлаған музыка тәьҫиренә күк үҙе һыҡтай. Музыканттар, ямғыр күҙләгәс, уйнауын бер нисә тапҡыр...

13 мая 2019
Смотреть видео Ветерандарға бүләк | ГТРК «Башкортостан»

Ветерандарға бүләк

Еңеү көнө уңайынан “Рәсәй телевидение һәм радиотапшырыуҙар селтәре”нең Башҡортостандағы идаралығы һәм ирекмәндәр 85 йәшен билдәләүсе хеҙмәт ветеранына приставка бүләк итте. Күпте күргән, күпте кисергән 85 йәшлек хеҙмәт Ветераны Надежда Степан ҡыҙы өсөн - Башҡортостан Республикаһының Рәсәй...

13 мая 2019
Смотреть видео Республиканың һәр бер ауылы, һәр ҡалаһы аша “Үлемһеҙ полк” атланы | ГТРК «Башкортостан»

Республиканың һәр бер ауылы, һәр ҡалаһы аша “Үлемһеҙ полк” атланы

Башҡортостан етәксеһе Радий Хәбиров төбәктә  9-сы май байрамын билдәләү иң юғары кимәлдә үтте, тип белдерҙе. Рәсәй өсөн төп тантаналарҙың береһенә республика халҡы ҙур ихтирам һәм теләк менән ҡушылды. Бөйөк Еңеүҙең 74  йыллығына арналған сараларҙы, киләһе йылдың 9-сы май көнө үтәсәк...

13 мая 2019
Ҡала-ауылдарҙа ла янғын хәүефе юғары ҡала | ГТРК «Башкортостан»

Ҡала-ауылдарҙа ла янғын хәүефе юғары ҡала

Ошо көндәрҙә Өфөлә 9 ҡатлы йортта янғын сыҡты һәм ике фатир зыян күрҙе. Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығы вәкилдәре 22 кешене, шул иҫәптән 8 баланы эвакуацияланы. Ут сығыу тураһындағы шылтыратыуҙы ҡабул иткәс тә, янғын һүндереүселәргә билдәләнгән урынға барып етеү өсөн 10 минут ваҡыт бирелә, ти баш...

13 мая 2019
Аҙыҡ-түлек ҡиммәтләнде | ГТРК «Башкортостан»

Аҙыҡ-түлек ҡиммәтләнде

Башҡортостандың статистика хеҙмәте мәғлүмәттәре буйынса, уҙған аҙнала һуғанға хаҡ 13,2 процентҡа артҡан һәм уның бер килограмы хәҙер 40 һум 20 тин менән һатыла. Әлегә тиклем 35 һум 50 тин ине. Шулай уҡ, ҡарабойҙай, сусҡа ите һәм кишер бер-ике һумға ҡиммәтләнгән. Ә бына кәбеҫтә, йомортҡа һәм...

13 мая 2019
Уҙған тәүлектә республикала 5 урман янғыны теркәлгән | ГТРК «Башкортостан»

Уҙған тәүлектә республикала 5 урман янғыны теркәлгән

Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығынан хәбәр итеүҙәренсә, уттың дөйөм майҙаны 45 гектарҙан ашып киткән. 3 янғынды һүндереп өлгөргәндәр, тағы ла икәүһен туҡтатырға өлгәшкәндәр. Миҙгел башланыу менән Башҡортостанда 81 тәбиғи янғын булған. Бөгөн дә республикала янғын хәүефһеҙлегенең өсөнсө, урыны менән...

13 мая 2019
Башҡортостанда эҫе көндәр һаҡлана | ГТРК «Башкортостан»

Башҡортостанда эҫе көндәр һаҡлана

Гидрометүҙәк мәғлүмәттәре буйынса, бөгөн көндөҙ һауа температураһы урыны менән 32 градусҡа тиклем күтәрелә. Айырым райондарҙа күк күкрәп бер аҙ ямғыр яуа. Иртәгә лә ошондай уҡ һауа торошо көтөлһә, шаршамбыға ҡарай бер аҙ һалҡынайта. Көндөҙ 20-25 градус, көнсығыш райондарҙа 15 градус йылы булыуы...

13 мая 2019
 Башҡортостандың 42 районында ғәҙәттән тыш хәл режимы иғлан ителде | ГТРК «Башкортостан»

Башҡортостандың 42 районында ғәҙәттән тыш хәл режимы иғлан ителде

Ашығыс саралар күрелеүе ужым культураларының торошона бәйле. Республика хужалыҡтары ҡышлау игене менән арышының юҡҡа сыҡҡан майҙандарын иҫәпләп, зыян суммаһы тураһындағы документтарҙы ауыл хужалығы министрлығына тапшырырға бурыслы. Ужымдарҙағы юғалтыуҙарҙы хужалыҡтар 6 милиард һумға баһалай....

8 мая 2019
9-сы майҙа һауа торошо ниндәй буласаҡ? | ГТРК «Башкортостан»

9-сы майҙа һауа торошо ниндәй буласаҡ?

Гидрометүҙәк белгестәре фаразлауынса, бөгөн Башҡортостандың ҡайһы бер райондарында күк күкрәп ямғыр яуыуы, көндөҙ урыны менән 26 градусҡа тиклем йылытыуы көтөлә. Ә Еңеү көнөндә иһә, һауа торошо 28 градусҡа тиклем күтәрелеп, бер аҙ ямғыр, унынсы майҙа - тағы эҫерәк булып, ваҡыты менән ҡойма ямғырҙар...

8 мая 2019
Башҡортостан Бөйөк Еңеүҙең 74-се яҙын ҡаршылай | ГТРК «Башкортостан»

Башҡортостан Бөйөк Еңеүҙең 74-се яҙын ҡаршылай

9-сы май айҡанлы бөгөн республикала ҙур саралар уҙа. Көндөң икенсе яртыһында Өфөлә, һуғыш һәм хеҙмәт, тыл ветерандары ҡатнашлығында тантаналы ултырыш була. Был кесаҙна баш ҡалала хәрби техника күргәҙмәһе ойошторола. Бөгөн иһә, Ишембай  районындағы Маҡар ауылында Бөйөк Ватан һуғышы ветераны,...

8 мая 2019
Смотреть видео Сибай халҡы өсөн быйылғы май байрамы оҙаҡ хәтерҙә һаҡланасаҡ | ГТРК «Башкортостан»

Сибай халҡы өсөн быйылғы май байрамы оҙаҡ хәтерҙә һаҡланасаҡ

Иҫтәлектәр һауа торошона бәйле түгел. ҡалала Башҡортостандың һәм Рәсәйҙең сәхнә йондоҙҙары тамашаһы үтте. Сибайҙағы концертты Башҡортостан өсөн яңы рекорд тип атарға ла мөмкин. Һигеҙ сәғәт дауамында ҡаланың үҙәк майҙанындағы тамашала республика ғына түгел, ә хәҙер ил кимәлендә танылыу яулаған...

7 мая 2019
Смотреть видео 7 май – Радио көнө | ГТРК «Башкортостан»

7 май – Радио көнө

7 май - Радио һәм киң элемтә тармағы хеҙмәткәрҙәре һөнәри байрамын билдәләй.1895 йылдың тап ошо көнөндә  рус физигы Александр Попов тәүге радиоалғыс уйлап таба. Бөгөн республикала тиҫтәнән ашыу радио үҙәктәре эшләп килә. Уларҙың иң олоһо Рәсәй-Башҡортостан радиоһы каналы. Быйыл үҙенең 92...

7 мая 2019
Смотреть видео Мөмкинлеге сикле балаларға һиҙеү-тойоу паспорты | ГТРК «Башкортостан»

Мөмкинлеге сикле балаларға һиҙеү-тойоу паспорты

Был мотлаҡ документ түгел. Рәсәйҙә тиңе булмаған был үҙенсәлекле проектты Башҡортостанда “Кәртәләрҙе емереп” тигән социаль технологиялар үҙәге бойомға ашыра. Ҡул-аяҡ быуындары, кәүҙәгә еңелсә хәрәкәт төрҙәрен был балалар уйын тип ҡабул итә.  Ябай күнегеүҙәрҙең бала үҫешенә етди йоғонто...

7 мая 2019
Смотреть видео Рәсәй һәм донъя хәбәрҙәре | ГТРК «Башкортостан»

Рәсәй һәм донъя хәбәрҙәре

Американың Иллинойс штатында химзавод шартлаған. Был мәлдә бинала 9 кеше булған. Дүртәүһе дауаханаға оҙатылған, һуңғараҡ уларҙың берәүһе ауыр йәрәхәттәрҙән һәләк булған. Фажиғә урынында тағы ла бер эшсенең мәйете табылған. Көслө шартлауҙан эргә-тирәләге биналар ҙа зыян күргән. Буэнос-Айрес, Нью-...

7 мая 2019
Смотреть видео Төбәктә Бөйөк Еңеүгә арналған саралар дауам итә | ГТРК «Башкортостан»

Төбәктә Бөйөк Еңеүгә арналған саралар дауам итә

 Өфөлә Советтар Союзы Геройы Александр Пикунов иҫтәлегенә таҡтаташ асылды. Мемориал Бөйөк Ватан һуғышы ветераны йәшәгән, Гоголь урамы 74 һанлы йортта урынлаштырылды. Уны асыу тантанаһында холоҡ төҙәтеү колонияһында бергә эшләгән хеҙмәттәштәре, кадеттар, туғандары ҡатнашты. Александр Пикунов...

7 мая 2019
Смотреть видео Еңеүҙең 74 –се яҙы | ГТРК «Башкортостан»

Еңеүҙең 74 –се яҙы

Бөгөн Өфөнөң Октябрь проспектында Бөйөк Ватан һуғышында Еңеүҙең 74 йыллығы уңайынан хәрбиҙәр парадының генераль репетицияһы үтә. Был ваҡытта Октябрь проспектында Шәфиев урамынан алып Кольская урамы менән киҫелешенә тиклем киске 9-сы яртынан 11-гә ҡәҙәр транспорт хәрәкәте сикләнә. Быға тиклем 5...

7 мая 2019
Смотреть видео Башҡортостан ҡала-райондарында йәшәү шарттарын яҡшыртыуға 200 миллион һумға яҡын аҡса йүнәлтеү ҡарала | ГТРК «Башкортостан»

Башҡортостан ҡала-райондарында йәшәү шарттарын яҡшыртыуға 200 миллион һумға яҡын аҡса йүнәлтеү ҡарала

 Уның 70 процентын федераль һәм республика ҡаҙнаһынан,30 проценты бюджеттан тыш сығанаҡтарҙан йүнәлтеләсәк. Республика башлығы вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы Радий Хәбиров билдәләүенсә, төбәк проекттарын бойомға ашырыу сиктәрендә был аҡсалар быйыл уҡ эшләй башлаясаҡ. «Владимир Путиндың май...

7 мая 2019
Смотреть видео Радий Хәбиров авиаһәләкәт ҡорбандары һәм яҡындарының ауыр ҡайғыһын уртаҡлашты | ГТРК «Башкортостан»

Радий Хәбиров авиаһәләкәт ҡорбандары һәм яҡындарының ауыр ҡайғыһын уртаҡлашты

Радий Хәбиров Мурманск өлкәһе етәксеһе Андрей Чибисҡа йүнәлтелгән телеграммала Шереметьево аэропортындағы һәләкәт ҡорбандары һәм яҡындарының ауыр ҡайғыһын уртаҡлашыуын белдерҙе. Башҡортостан фажиғә тураһындағы хәбәрҙе тәрән тетрәнеү менән ҡабул итә. Беҙ Мурманск өлкәһе халҡы менән бергә ҡайғырабыҙ...

7 мая 2019
Смотреть видео Урман мәңгелекме? | ГТРК «Башкортостан»

Урман мәңгелекме?

Ошо көндәрҙә республиканың урмандарында һәмурман хужалыҡтарында ла эш ҡайнай. Орлоҡ,үҫентеләр әҙерләнә, питомниктар ултыртыла, янғынға ҡаршы көрәш һәм башҡа мәшәҡәттәр. Башҡортостан урманы, йәғни йәш ҡарағай, шыршы ағастары тап ошо урында башланғыс ала. Тубырсыҡ киптереү цехы уҙған быуаттың 70-се...

7 мая 2019
Смотреть видео Башҡорт дәүләт опера һәм балет театрында донъяуи әҫәрҙең премьераһы тамаланды | ГТРК «Башкортостан»

Башҡорт дәүләт опера һәм балет театрында донъяуи әҫәрҙең премьераһы тамаланды

Кисә был миҙгелдә һуңғы тапҡыр тамашасылар Башҡортостандың халыҡ артисы Илдар Абдразаҡов сәхнәгә ҡуйған Джузеппе Вердиның «Аттил»а операһын ҡараны. Итальян композиторы Вердиның һундар батшаһының яулап алыу һәм мөхәббәт тарихын сағылдырған үлемһеҙ әҫәре, быуат ярым ваҡыттан һуң Башҡорт дәүләт опера...

6 мая 2019
Смотреть видео Татлы ризыҡтан баш тартмай ябығыу өсөн нимә ашарға? | ГТРК «Башкортостан»

Татлы ризыҡтан баш тартмай ябығыу өсөн нимә ашарға?

Ә диабет һәм аллергия менән яфаланыусылар туҡланыу рационына айырыуса иғтибарлы булырға тейеш. Башҡортостанда ғына 103 меңдән ашыу кеше шәкәр диабетының 2-се тибы, 7 меңдән ашыу 1 тибы менән сирләй, тип иҫәпләнә. Улар араһында ғүмерҙә лә татлы ризыҡ ашап ҡарамаған сабыйҙар бар. Кем генә тәмлекәстәр...

6 мая 2019
Смотреть видео Иҫке тимергә йән өрөүсе | ГТРК «Башкортостан»

Иҫке тимергә йән өрөүсе

Боронғо һөнәр беҙҙең заманда тимерсенең көслө беләге менән генә түгел, уның аҡылы менән дә хөрмәт һәм ихтирам яуланы. Иглин районының Балтика ауылында көн итеүсе Сергей Фрик иҫке тимергә йән өрә.  Сергей Фриктың һәр иртәһе мейескә ут яғып, тимер ҡыҙҙырыуҙан башлана. Ир был эше менән биш йыл...

6 мая 2019
Смотреть видео Рәсәйҙең язаны үтәү федераль хеҙмәте музейы | ГТРК «Башкортостан»

Рәсәйҙең язаны үтәү федераль хеҙмәте музейы

Рәсәйҙең язаны үтәү федераль хеҙмәте енәйәт-башҡарыу системаһының барлыҡҡа килеүе һәм үҫеше тарихы тураһындағы мәғлүмәттәр тупланған интернет портал асылыуы тураһына хәбәр итә. Электрон ресурс баҫма мәғлүмәттән тыш, уларҙың музейындағы экспозицияларҙың фотоларын да үҙ эсенә ала. Ҡалаҡ-бысаҡ, китап...

6 мая 2019
Смотреть видео Буласаҡ һөнәр – тимер юлы транспорты хеҙмәткәре | ГТРК «Башкортостан»

Буласаҡ һөнәр – тимер юлы транспорты хеҙмәткәре

Өфө балалар тимер юлында 5 йыл дауамында малай һәм ҡыҙҙар тепловоз машинисы, тимер юл монтеры, вагондар тикшереүсе, контролер-ревизор, станция буйынса дежурный,проводник кеүек һөнәрҙәр хеҙмәте менән таныша. Киләсәктә күптәре эш урыны итеп тимер юлы транспортын һайлаған. Әле 4-се һәм 5-се курс...

6 мая 2019
Орфографическая ошибка в тексте:
Чтобы сообщить об ошибке, нажмите кнопку "Отправить сообщение об ошибке". Также вы можете добавить свой комментарий.
Яндекс.Метрика