К 100-летию Мустая Карима - 561786780 | ГТРК «Башкортостан»

Тыуған төйәк мәҙәниәте

Ишембай районы Көҙән ауылында төҙөкләндерелгәндән һуң мәҙәниәт йорто асылды. Көҙән ауылын район кимәлендә танытҡан коллективтар хәҙер сығыштарға зауыҡ менән биҙәлгән бүлмәләрҙә әҙерләнә, сәхнәгә өр-яңы костюмдарҙа сыға, йыр-бейеүҙәрҙе башҡарғанда заманса тауыш йыһаздарын файҙалана. Бында барыһы 10 коллектив әүҙем эшләй.

 Сирек быуат тирәһе элек асылған бина ошондай күләмдә  тәүге тапҡыр төҙөкләндерелде, ти мәҙәниәт йорто мөдире Айгөл Хәйретдинова. Көҙән халҡы күмәк ял ғына түгел, күмәк эшкә лә әүәҫлеген бер йыл элек “Берҙәм Рәсәйҙең” “Урындағы башланғыстарға ярҙам итеү” проектында ҡатнашып раҫлай. Миллион һум аҡса йыйып мәҙәниәт йортон үҙ-аллы төҙөкләндерергә тотоналар. Хакимиәт, ауыл советы депутаттары активистар менән берләшеп “Тыуған төйәк мәҙәниәте” программаһына ҡушылырға хәл итә.

Ярты йыл да үтмәй, республиканың 52 районы араһынан һайлап алынған 15 мәҙәниәт йорто иҫәбендә яңыртылған бина асыу бәхетенә ирештек, ти Көҙән ауыл хакимиәте башлығы Айрат Алтынбаев. Ауылдың ҡатын-ҡыҙҙар советы ла яңы йортта ҡунаҡсыллыҡ күрһәтеү ниәте менән яна. Әсә көнөнә арналған район йыйынын Көҙәндә үткәрергә тәҡдим иткәндәр. Етди фекер алышыу менән бер рәттән берҙәмлек өлгөһө күрһәтер һәм шатлыҡ уртаҡлашыр өсөн. Ауыл халҡына ыңғай кисерештәр алыр иң ябай иң яҡын урын – мәҙәниәт йорто.

Кешеләр бында көндәлек мәшәҡәттәрҙән арынырға, күңелле ял итергә килә. Көҙән ауылы халҡы өсөн яңыртылған клубта хәҙер сәләмәт тормош рәүешенә ҡушылыр мөйөш тә бар. Заманса тренажерҙар ҡуйылған фитнес зал эшләй.Күнегеүҙәр һәм өҫтәл уйындарына балалар менән үҫмерҙәр генә түгел өлкәндәр һәм гүзәл зат та шат. Теләктәрҙең бер-береһенә тап килеүе ошо көндө тиҙләтте, ти “Берҙәм Рәсәй” сәйәси фирҡәһенең беренсе ойошмаһы секретары Илдус Шайәхмәтов. Программала ҡатнашыр өсөн ауыл халҡы яғынан бары ҡыҙыҡһыныу менән әүҙемлек, етәкселектән иһә тиҙ арала бар документтарҙы тапшырыу талап ителә.

Уңған һәм татыу кешеләрҙең өлгөһөн файҙаланырға теләүселәр бар икән, рәхим итегеҙ. Көҙән ауылы халҡы тәжрибә уртаҡлашырға ла, яңыртылған мәҙәниәт йортонда ҡунаҡтар ҡаршыларға ла, дәртле коллективтар менән үҙҙәре гастролгә сығырға ла әҙер.

Орфографическая ошибка в тексте:
Чтобы сообщить об ошибке, нажмите кнопку "Отправить сообщение об ошибке". Также вы можете добавить свой комментарий.
Яндекс.Метрика