Тыуған төйәк мәҙәниәте

Ишембай районы Көҙән ауылында төҙөкләндерелгәндән һуң мәҙәниәт йорто асылды. Көҙән ауылын район кимәлендә танытҡан коллективтар хәҙер сығыштарға зауыҡ менән биҙәлгән бүлмәләрҙә әҙерләнә, сәхнәгә өр-яңы костюмдарҙа сыға, йыр-бейеүҙәрҙе башҡарғанда заманса тауыш йыһаздарын файҙалана. Бында барыһы 10 коллектив әүҙем эшләй.

 Сирек быуат тирәһе элек асылған бина ошондай күләмдә  тәүге тапҡыр төҙөкләндерелде, ти мәҙәниәт йорто мөдире Айгөл Хәйретдинова. Көҙән халҡы күмәк ял ғына түгел, күмәк эшкә лә әүәҫлеген бер йыл элек “Берҙәм Рәсәйҙең” “Урындағы башланғыстарға ярҙам итеү” проектында ҡатнашып раҫлай. Миллион һум аҡса йыйып мәҙәниәт йортон үҙ-аллы төҙөкләндерергә тотоналар. Хакимиәт, ауыл советы депутаттары активистар менән берләшеп “Тыуған төйәк мәҙәниәте” программаһына ҡушылырға хәл итә.

Ярты йыл да үтмәй, республиканың 52 районы араһынан һайлап алынған 15 мәҙәниәт йорто иҫәбендә яңыртылған бина асыу бәхетенә ирештек, ти Көҙән ауыл хакимиәте башлығы Айрат Алтынбаев. Ауылдың ҡатын-ҡыҙҙар советы ла яңы йортта ҡунаҡсыллыҡ күрһәтеү ниәте менән яна. Әсә көнөнә арналған район йыйынын Көҙәндә үткәрергә тәҡдим иткәндәр. Етди фекер алышыу менән бер рәттән берҙәмлек өлгөһө күрһәтер һәм шатлыҡ уртаҡлашыр өсөн. Ауыл халҡына ыңғай кисерештәр алыр иң ябай иң яҡын урын – мәҙәниәт йорто.

Кешеләр бында көндәлек мәшәҡәттәрҙән арынырға, күңелле ял итергә килә. Көҙән ауылы халҡы өсөн яңыртылған клубта хәҙер сәләмәт тормош рәүешенә ҡушылыр мөйөш тә бар. Заманса тренажерҙар ҡуйылған фитнес зал эшләй.Күнегеүҙәр һәм өҫтәл уйындарына балалар менән үҫмерҙәр генә түгел өлкәндәр һәм гүзәл зат та шат. Теләктәрҙең бер-береһенә тап килеүе ошо көндө тиҙләтте, ти “Берҙәм Рәсәй” сәйәси фирҡәһенең беренсе ойошмаһы секретары Илдус Шайәхмәтов. Программала ҡатнашыр өсөн ауыл халҡы яғынан бары ҡыҙыҡһыныу менән әүҙемлек, етәкселектән иһә тиҙ арала бар документтарҙы тапшырыу талап ителә.

Уңған һәм татыу кешеләрҙең өлгөһөн файҙаланырға теләүселәр бар икән, рәхим итегеҙ. Көҙән ауылы халҡы тәжрибә уртаҡлашырға ла, яңыртылған мәҙәниәт йортонда ҡунаҡтар ҡаршыларға ла, дәртле коллективтар менән үҙҙәре гастролгә сығырға ла әҙер.

Хәбәрҙәр

Смотреть видео Ауырыу төрҙәре үҙгәрешһеҙ, ә уларҙы дауалау ысулдары камиллаша | ГТРК «Башкортостан»

Ауырыу төрҙәре үҙгәрешһеҙ, ә уларҙы дауалау ысулдары камиллаша

Башҡортостанда быйыл унынсы тапҡыр ойошторолған Көнсығыш-Көнбайыш халыҡ-ара конференцияһында Донъя офтальмологтары тәжрибә уртаҡлашты. Вәкил Хафизов уң күҙе насар күрә башлағанын быйыл апрелдә генә һиҙеп ҡала. Нуриман район дауаханаһынан уға Өфө күҙ ауырыуҙары ғилми-тикшеренеү үҙәгенә юллама...

10 июня 2019
Смотреть видео Күп балалы ғаиләләргә ерҙе һайлап алыу мөмкинлеге бармы? | ГТРК «Башкортостан»

Күп балалы ғаиләләргә ерҙе һайлап алыу мөмкинлеге бармы?

Өфөлә йәшәүсе күп балалы ғаиләгә ете йыл сиратта торғандан һуң, ҡаланан 40 саҡырым алыҫлыҡта, бер ниндәй уңайлыҡтары булмаған ер бүлеме биргәндәр. Күп балалы ғаиләләргә ерҙе һайлап алыу мөмкинлеге бармы? Серебряниковтар ғаиләһендә өс бәлиғ булмаған бала тәрбиәләнә, уларҙың береһенең – мөмкинлеге...

10 июня 2019
Смотреть видео Башҡортостан һәм Ямал-Ненец автономия округы аралары яҡыная | ГТРК «Башкортостан»

Башҡортостан һәм Ямал-Ненец автономия округы аралары яҡыная

Дәүләт Йыйылышы-Ҡоролтай һәм округ парламенты араһында хеҙмәттәшлек тураһында килешеү төҙөлдө. Ул бер-нисә йүнәлеште үҙ эсенә ала. Бигерәк тә федераль кимәлдә ҡанундарҙы камиллаштырыу һәм закондар ҡабул итеүгә ҙур этәргес бирәсәк, тип иҫәпләй депутаттар. Ямал-Ненец автономия округы депутаттары...

10 июня 2019
Смотреть видео “У лукоморья дуб зеленый” шиғыры 28 телдә | ГТРК «Башкортостан»

“У лукоморья дуб зеленый” шиғыры 28 телдә

Бөйөк яҙыусы Александр Пушкиндың тыуыуына 220 йыл тулыу уңайынан Рәсәй 1 телеканалы алып барыусылары “У лукоморья дуб зеленый” шиғырын 28 телдә уҡыны. Александр Пушкин шиғырын уҡыусылар араһында беҙҙең телекомпаниянан Флүрә Мурзина ла бар.Бөтә Рәсәй дәүләт телевидение һәм радиотапшырыуҙар...

7 июня 2019
Смотреть видео Таш һындар паркы | ГТРК «Башкортостан»

Таш һындар паркы

Кушнаренко районы  бай тарихи үткәне менән дан тота. Тәүге тарихи сығанаҡтар урта быуаттар осоро менән бәйле. Унда табылған ҡурғандарҙы өйрәнеп, археологтар хатта биләмәлә мадьярҙарҙың йәшәп китеүен дә иҫбатлай.  Ә  Бөйөк Ватан һуғышы йылдарында разведчиктар әҙерләүсе  йәшерен...

7 июня 2019
Смотреть видео 8 июндә илдә социаль хеҙмәткәр көнө билдәләнә | ГТРК «Башкортостан»

8 июндә илдә социаль хеҙмәткәр көнө билдәләнә

Йәмғиәттә яҡлауға мохтаждарҙың көнкүреш һәм матди шарттарын яҡшыртыуҙы үҙ иңенә алған тармаҡҡа быйыл 100 йыл. 8 июндә иһә илдә социаль хеҙмәткәр көнө билдәләнә. Ошо уңайҙан Өфөлә хеҙмәт алдынғыларын данлау тантанаһы үтте.  Зөлфиә Манурова Серафимовка балалар йортонда ике тиҫтә йыл эшләй. Ошо...

7 июня 2019
Смотреть видео Яман шешкә ҡаршы көрәш иғлан ителә | ГТРК «Башкортостан»

Яман шешкә ҡаршы көрәш иғлан ителә

Быйыл Башҡортостанда «Һаулыҡ һаҡлау» милли проекты сиктәрендә онкология сирҙәре менән көрәшкә 1 миллиард 800 милллион һумдан ашыу аҡса йүнәлтелә. 2019 йылда онкология сирҙәре менән көрәш буйынса төбәк программаһы әҙерләнергә, уның сиктәрендә дүрт амбулатор онкология ярҙамы үҙәге эшләй башларға...

7 июня 2019
Смотреть видео Хәүефле транспорт | ГТРК «Башкортостан»

Хәүефле транспорт

Республика буйынса “Иғтибар балалар” операцияһы бара. Юл хәрәкәте хәүефһеҙлеге дәүләт инспекцияһы хеҙмәткәрҙәре белем биреү учреждениеларында балаларға велосипед, самокат кеүек транспорт төрҙәре менән юлды үтеү ҡағиҙәләрен иҫтәренә төшөрҙө, билдәләрҙе ҡабатлай. Регина Билалова көн һайын сабыйҙары...

7 июня 2019
Смотреть видео 2 мең 500-ҙән ашыу кеше авариялы торлаҡ фондынан күсереләсәк | ГТРК «Башкортостан»

2 мең 500-ҙән ашыу кеше авариялы торлаҡ фондынан күсереләсәк

Башҡортостанда «Торлаҡ һәм ҡала мөхите» милли проекты сиктәрендә 2 мең 500-ҙән ашыу кеше авариялы торлаҡ фондынан күсереләсәк. Төҙөлөш һәм архитектура буйынса дәүләт комитетынан хәбәр итеүҙәренсә, 2024 йылға тиклем граждандарҙы авариялы торлаҡ фондынан күсереү адреслы программаһына ярашлы, мохтаж...

7 июня 2019
Смотреть видео Башҡортостан “Берҙәм тауыш биреү көнөнә” әҙерләнә | ГТРК «Башкортостан»

Башҡортостан “Берҙәм тауыш биреү көнөнә” әҙерләнә

 Сентябрҙең икенсе йәкшәмбеһендә республика халҡы Башҡортостан башлығын, шулай уҡ урындағы ҡала һәм район советтарына яңы вәкилдәр һайлап, Дәүләт Йыйылыш-Ҡоролтайға өҫтәмә ике депутатты билдәләйәсәк.   Кампания Башҡортостан өсөн 400 миллион һумға төшәсәк. Бюллетендәрҙе иҫәпләү...

7 июня 2019
Смотреть видео Тәүге килешеүҙәр | ГТРК «Башкортостан»

Тәүге килешеүҙәр

Башҡортостан етәксеһе Радий Хәбиров етәкселегендәге рәсми делегация Санкт-Петербургта үткән 23-сө халыҡ-ара иҡтисади форумда ҡатнаша. 6 июндән һигеҙенә тиклем дауам иткән форум барышында төбәк-ара, финанс кредит ойошмалары, предприятие һәм фондтар менән хеҙмәттәшлек тураһында килешеүҙәр төҙөү...

7 июня 2019
Смотреть видео Евразия күпере | ГТРК «Башкортостан»

Евразия күпере

 Михаил Нестеров исемендәге Башҡорт дәүләт художество музейында “Евразия күпере” күргәҙмәһе асылды. “Рәсәй рәссамдары күҙлегенән Ҡытай” проектында ҡатнашыусылар Ҡытайға барып, ундағы төрлө обьекттарҙы, халыҡтың ғөрөф-ғәҙәттәрен, аш-һыуын ҡәләм аша еткерҙе. 2016 йылда Ҡытай менән төҙөлгән...

6 июня 2019
Смотреть видео Тешеңде таҙа тот | ГТРК «Башкортостан»

Тешеңде таҙа тот

Балалар стоматологияһы клиникаһының береһендә кескәйҙәрҙе ауыҙ ҡыуышлығы гигиенаһына арналған сара үтте. Бындай әмәл – теш ауырыуҙарын кәметергә булышлыҡ итә, ти белгестәр. Алты йәшлек Камилла теш табибынан бер ҙә ҡурҡмай. Сөнки һөт тештәренең әлеге торошо һуңынан сығасаҡ ДАИМИ тештәргә йоғонто...

6 июня 2019
Смотреть видео Быйыл Башҡортостанда 400 меңдән ашыу бала лагерҙарҙа ял итәсәк | ГТРК «Башкортостан»

Быйыл Башҡортостанда 400 меңдән ашыу бала лагерҙарҙа ял итәсәк

Баланы ял итергә ебәрер алдынан учреждение хаҡында мәғлүмәтте ентекләп өйрәнергә кәңәш итә белгестәр. Түләүле лагерҙар араһында мәҫәлән, Мәғариф министрлығы реестрына инмәгәндәре лә бар. Исемлекте ведомствоның рәсми сайтында ҡарарға мөмкин. 90 мең бала өсөн юллама бөтөнләй бушлай буласаҡ. Бындай...

6 июня 2019
Смотреть видео Һөнәри оҫталыҡ буйынса милли чемпионат | ГТРК «Башкортостан»

Һөнәри оҫталыҡ буйынса милли чемпионат

Башҡортостан инвалидтар һәм мөмкинлектәре сикләнгәндәр араһында һөнәри оҫталыҡ буйынса милли чемпионаттың бишенсе төбәк этабы дауам итә. Чемпионатта 29 компетенция буйынса 300 инвалид көс һынаша. Салауат мәғариф һәм профессиональ технологиялар колледжы студенттары был ярышта йылда әүҙем ҡатнаша. “...

6 июня 2019
Смотреть видео Йәй аҡса эшләү осоро | ГТРК «Башкортостан»

Йәй аҡса эшләү осоро

Йәй берәүҙәр өсөн көтөп алынған ял мәле булһа, икенселәргә − аҡ­са эшләү осоро. Бигерәк тә, мәктәптән бушаған уҡыусылар каникул мәлдәрендә эшләп ҡалырға тырыша. Хеҙмәт баҙары балалар өсөн нимә тәҡдим итә? Ҙур иғтибар һәм етди йөҙ менән балалар ғүмерҙәрендә тәүге тапҡыр хеҙмәт килешеүе...

6 июня 2019
Смотреть видео Рәсәй һәм донъя хәбәрҙәре | ГТРК «Башкортостан»

Рәсәй һәм донъя хәбәрҙәре

Тәфтиш комитеты Тольяттила  балалар уйнап йөрөгән батутты көслө ел осороу сәбәпле енәйәт эше ҡуҙғатты. Ике бала йәрәхәтләнгән. Яҡынса мәғлүмәттәр буйынса, аттракцион хужалары хәүефһеҙлек ҡағиҙәләрен боҙған. Мексикала Сантьягоның изге апостолы монастыре һыу аҫтынан күренгән. Ул 16-сы быуатта...

6 июня 2019
Смотреть видео Баш ҡала үҙәге яңы төҫ ала | ГТРК «Башкортостан»

Баш ҡала үҙәге яңы төҫ ала

“Өфөкабель” ойошмаһының элекке административ һәм сәнәғәт бинаһын төҙөкләндереү дауам итә. Батша заманында бында губернаның ер идаралығы урынлаша һәм хәҙер төҙөүселәр элекке йөҙөн кире ҡайтара. Скульпторҙар гипстан биҙәү деталдәрен эшләгән. Эшселәр бинаға манара ҡуйҙы, ҡыйығын алмаштырҙы һәм әле...

6 июня 2019
Смотреть видео Дауаханаға килдем, әммә машинаны ҡуйырға урын юҡ | ГТРК «Башкортостан»

Дауаханаға килдем, әммә машинаны ҡуйырға урын юҡ

 Был һорау хәҙер күп автоһәүәҫкәрҙәрҙе борсой. Апрель айынан газон-тротуар, социаль объекттар майҙансыҡтарында тимер аттарҙы ҡалдырып китеү ҡәтғи тыйыла. Ҡәғиҙәне боҙоусылар өсөн штраф ҡаралған. Законды инҡар итеүселәр күпме штраф түләйәсәк? Парковкалар мәсьәләһе ҡасан хәл ителер? Өфөнөң Киров...

6 июня 2019
Смотреть видео Республикала янғынға ҡаршы хеҙмәттең тағы ла бер бүлексәһе барлыҡҡа киләсәк | ГТРК «Башкортостан»

Республикала янғынға ҡаршы хеҙмәттең тағы ла бер бүлексәһе барлыҡҡа киләсәк

 Ул Нефтекама ҡалаһы янында Әмзә ауылында урынлаша. Был биләмә аша тимер юлдары үтә.  Юл хәрәкәте ябылыуы арҡаһында Нефтекаманың  янғын һүндереселәренә ҡайһы ваҡыт 40-ар минут көтөп торорға тура килә.  Айырым пост асыу янғын һүндереү хеҙмәтенең барып етеү ваҡытын һиҙелерлек...

6 июня 2019
Смотреть видео Республикала янғындар, юлдарҙағы авариялар буйынса хәл ҡатмарлы булып ҡала | ГТРК «Башкортостан»

Республикала янғындар, юлдарҙағы авариялар буйынса хәл ҡатмарлы булып ҡала

Бер аҙнала ғына юл-транспорт ваҡиғаларында 8 кешенең ғүмере өҙөлгән. Ҡорбандар араһында балаларҙың булыуы айырыуса үкенесле. 197 янғында һәләк булыусылар һаны тиҫтәгә яҡын. Республика етәксеһе Радий Хәбиров әйтеүенсә,  был йәһәттән  тейешле саралар күрергә кәрәк. Аварияларҙы иҫкәртеү өсөн...

6 июня 2019
Смотреть видео Баҡалыла сәнғәт мәктәбенең хәҙер үҙ  концерт залы бар | ГТРК «Башкортостан»

Баҡалыла сәнғәт мәктәбенең хәҙер үҙ концерт залы бар

Халыҡ-ара балаларҙы яҡлау көнөндә мәктәп коллективы һәм уҡыусылары ҡунаҡ йыйып ошо һөйөнөсө менән уртаҡлашты. Саҡырылған ҡунаҡтар араһында Каринэ Хәбирова ла булды. Ул райондың социаль приютында  йәшәгән  сабыйҙар менән дә танышты һәм һабантуйҙа  ҡатнашты. Баҡалы балалар сәнғәт...

5 июня 2019
Смотреть видео Халыҡ-ара хеҙмәттәшлекте нығытыуға мөһим аҙым | ГТРК «Башкортостан»

Халыҡ-ара хеҙмәттәшлекте нығытыуға мөһим аҙым

 Башҡортостандан Венаға тура авиабәйләнеш булдырылды. Хәҙер Европаны күреп ҡайтырға теләүселәр өсөн һауа юлдары асыҡ, аэропорттар алмаштырып йөрөүҙең дә кәрәге юҡ. Елена Шакирова ла йәш бала менән аэропорттар буйлап йөрөүҙе ауыр күреп ялын кисектерергә теләй, әммә яңы рейс тураһында ишеткәс тә...

5 июня 2019
Смотреть видео “1710-сы километр платформаһы” туҡтатылышы был көндәрҙә | ГТРК «Башкортостан»

“1710-сы километр платформаһы” туҡтатылышы был көндәрҙә

Оло-теләк тимер юл фажиғәһенең хәтер майҙанына әүерелә. Бында 30 йыл элек булған ваҡиғаның шаһиттары, һәләк булғандарҙың туғандары йыйыла. Ят автомобиль хужаларының “Һәйкәлгә юл ҡайҙа” тигән һорауы Красный восход ауылы халҡын аптырашта ҡалдырмай. Өсөнсө июндең ниндәй көн икәнен һәм ҡайһы һәйкәл...

5 июня 2019
Смотреть видео Оло Теләк фәжиғәһенә арналған “Хәтер китабы” баҫыласаҡ | ГТРК «Башкортостан»

Оло Теләк фәжиғәһенә арналған “Хәтер китабы” баҫыласаҡ

Ошо турала Башҡортостан башлығы вазифаһын башҡарыусы Радий Хәбиров белдерҙе.Республика етәксеһе һәләк булғандарҙың яҡындары менән осрашты. Улар йыл һайын 4-се июнь Оло Теләк янында йыйыла. Фәжиғәлә балаларын, хатта, тотош ғаиләләрен юғалтҡан кешеләр бар. Улар илебеҙҙең төрлө төбәктәренән килгәйне....

5 июня 2019
Смотреть видео Ураҙа байрамына арналған төп саралар, ғәҙәттәгесә, Ләлә-Тюльпан мәсетендә үтте | ГТРК «Башкортостан»

Ураҙа байрамына арналған төп саралар, ғәҙәттәгесә, Ләлә-Тюльпан мәсетендә үтте

Унда меңләгән мосолмандар менән бергә байрам вәғәзен республика етәксеһе Радий Хәбиров та тыңланы. Һуңынан байрам Ватан этнопаркында дауам итте. Мосолман донъяһындағы иң мөбәрәк ике байрамдың береһе Ураҙа ғәйете -  иман һәм дин, ихтирам һәм игелек, изгелек менән күркәм сифаттар билдәһе. Ай...

5 июня 2019
Смотреть видео Донъя мосолмандары Ураҙа ғәйетен билдәләй | ГТРК «Башкортостан»

Донъя мосолмандары Ураҙа ғәйетен билдәләй

 Бөгөн уның икенсе көнө. Ураҙаның маҡсаты — иманды нығытыу, рухи үҫешкә өлгәшеү, йәшәүҙең асылы, өҫтөнлөктәре хаҡында уйланыу. Рамаҙан айы тамамланыу хөрмәтенә республиканың барлыҡ мәсеттәрендә ғәйет намаҙы уҡылды. Ураҙа байрамы өс көн  да  уам итә. Һәр кем ҡулынан килгәнсә, татлы...

5 июня 2019
Смотреть видео Радий Хәбиров эш сәфәре менән Бөрйән районында булды | ГТРК «Башкортостан»

Радий Хәбиров эш сәфәре менән Бөрйән районында булды

Бөрйән – республикабыҙҙың иң матур ерҙәренең береһе. Республика етәксеһе Радий Хәбиров эш сәфәре менән Бөрйән районында булды. Сәфәр барышында төбәк Башлығы социаль һәм инфраструктура объектарын ҡараны, районда туризмды үҫтереү һәм инвесторҙар йәлеп итеү мөмкинлектәре менән танышты, шулай уҡ район...

3 июня 2019
Смотреть видео Башҡортостанда һабантуй байрамдары башланды | ГТРК «Башкортостан»

Башҡортостанда һабантуй байрамдары башланды

Өфөлә байрам, ғәҙәттәгесә, Рәсәй көнө менән бер көнгә тура килә. Һуңғы һабантуй Торатау итәгендә Ишембай районынында 29 июндә уҙғарыла. Унда ҡатнашып, Баймаҡ районының Иҫке Сибай ауылы егеттәре халыҡты таң ҡалдырырға уйлай. Тәү ҡарауға был егеттәр физкультура дәресендә һымаҡ күренһә лә,...

31 мая 2019
Смотреть видео Туғанлыҡ халыҡ-ара фестивале тамамланды | ГТРК «Башкортостан»

Туғанлыҡ халыҡ-ара фестивале тамамланды

Өфөлә төрки телле театрҙарҙың Туғанлыҡ халыҡ-ара фестивале тамамланды. Фестиваль быйыл да ысын сәнғәт өсөн тел бер ваҡытта ла кәртә булалмауын иҫбатланы.  Сара бүләк иткән тәьҫораттары  менән фестивалдең даими президенты- танылған режиссер Рифҡәт Исрафилов, жюри рәйесе Рәсәй Армияһы...

31 мая 2019
Орфографическая ошибка в тексте:
Чтобы сообщить об ошибке, нажмите кнопку "Отправить сообщение об ошибке". Также вы можете добавить свой комментарий.
Яндекс.Метрика