К 100-летию Мустая Карима - 561786780 | ГТРК «Башкортостан»

Аналог телевидениеһы тарихҡа күсә

Киләһе мәғлүмәт республикала йәшәүсе һәр кемгә ҡағыла. Тиҙҙән һәр йортта һәм фатирҙа телевизорҙар күрһәтмәй башлаясаҡ.

Бындай хәлде булдырмаҫ өсөн иғтибар менән тыңлағыҙ.  Быға тиклем эшләгән аналог телевидениеһы тарихҡа күсә һәм цифралы телевидение дәүере башлана. Хәҙер бушлай,сифатлы  20 каналды һәр кем ҡарай аласаҡ. Әле Һеҙҙең телевизор ниндәй сигнал ҡабул итеүен белер өсөн экранға иғтибар итегеҙ-әгәр уң яҡтағы өҫкө мөйөштә А хәрефе тора икән,тимәк был цифралы телевидение ТҮГЕЛ.

Һеҙ быны үҙгәртә алаһығыҙ-бының бер ҡатмарлылығы ла юҡ. Техника һатылған һәр кибеттә һатыусынан цифралы телевидение өсөн приставка һорағыҙ.  Был бәләкәй ҡумтаның хаҡы бер мең һум тирәһе,бынан тыш дицеметр антенаһына 300 һум тирәһе сарыф итергә кәрәк.

Инструкцияға ярашлы уны телевизорға тоташтырығыҙ ҙа рәхәтләнеп сифатлы 20 каналды ҡарағыҙ. Һорауҙарығыҙ бар икән 8 800 220 20 02 номеры буыйынса ҡыҙыу линияға тәүлек әйләнәһенә шылтыратырға мөмкин.

Орфографическая ошибка в тексте:
Чтобы сообщить об ошибке, нажмите кнопку "Отправить сообщение об ошибке". Также вы можете добавить свой комментарий.
Яндекс.Метрика