К 100-летию Мустая Карима - 561786780 | ГТРК «Башкортостан»

Рәсәй һәм донъя хәбәрҙәре

Америка президенты Дональд Трамп юстиция министры, генераль прокурорҙы вазифаһынан бушатҡан. Һуңғы айҙарҙа Трамп экс-генераль прокурорҙың эшмәкәрлеген бер-нисә тапҡыр тәнҡитләгәйне. Конгресҡа һайлауға арналған матбуғат конференцияһында ул хакимиәттә үҙгәрештәр буласаҡ, тип тә белдергәйне.

Силәбе өлкәһендә юл-патруль хеҙмәткәрҙәре Мәскәүҙән Ҡырғыҙстанға китеп барған микроавтобусты туҡтатҡан. Автомобилдең йөк ташыу өсөн тәғәйенләнгән өлөшө 20 пассажир өсөн ҡулайлаштырылған булған. Полиция хеҙмәткәрҙәре уны һүтергә ҡушҡан. Водитель һәм алты пассажир юлын дауам иткән, 13 кеше өсөн такси ялларға тура килгән.

Рәсәй эске эштәр министрлығы Иркутскийҙың “Абсолют” сауҙа үҙәгендәге авария мәлен төшөрөп алған күҙәтеү камераларынан  видеоны интернет селтәренә һалды.  Был кадрҙарҙан күренеүенсә, ауыр йөк машинаһы супермаркет диуарын емереп аҙыҡ-түлек кибетенә килеп инә. Ике кеше йрәхәтләнгән. Яҡынса мәғлүмәттәр буйынса, машинаның тормоз системаһы сафтан сыҡҡан.

Камерунда ҡораллы кешеләр аманатҡа алған 78 бала һәм водитель азат ителгән. Террорсылар мәктәп директорын һәм бер уҡытыусыны иреккә сығарыуҙан баш тартҡан.  Камерун Африкалағы тотороҡло дәүләттәҙең береһе. Әммә һуңғы йылда бында сепаратистар төркөмсәләре әүҙемләшкән.

Орфографическая ошибка в тексте:
Чтобы сообщить об ошибке, нажмите кнопку "Отправить сообщение об ошибке". Также вы можете добавить свой комментарий.
Яндекс.Метрика