К 100-летию Мустая Карима - 561786780 | ГТРК «Башкортостан»

Министр яуап тота

Республикала мохтаждарҙы дарыу менән тәьмин итеү яйға һалына. Һаулыҡ һаҡлау министрлығы граждандарҙың һәр мөрәжәғәтенә шәхсән яуап бирергә әҙер. Министр вазифаһын башҡарыусы Рафаэль Яппаров бөгөн “Башҡортостанда граждандар сәләмәтлеген һаҡлау тураһындағы закондың” үтәлеше буйынса Дәүләт Йыйылышы-Ҡоролтай комитеты ағзаларына мәғлүмәт бирҙе.Һаулыҡ һаҡлау, социаль сәйәсәт һәм ветерандар эше буйынса комитеттың ултырышының көн тәртибендә тәү сиратта республиканың 2019 йылға социаль-иҡтисади үҫеш йүнәлештәрен күҙаллау мәсьәләһе ҡаралды. Башҡортостан бюджеты проектында социаль сығымдар өлөшөн арттырыу көтөлә. Республикала граждандарҙың сәләмәтлеген һаҡлау, атап әйткәндә, йәшәү өсөн мөһим дарыуҙар алыу мәсьәләһенең киҫкен тороуын прокуратура исеменә килгән тиҫтәләгән мөрәжәғәт дәлилләй. Республика етәксеһенең Урал аръяғы райондарына эш сәфәре төбәк дауаханаларында белгестәр етмәү мәсьәләһен дә асып һалды. Республика парламентының һаулыҡ һаҡлауға ҡағылған законлы документтар менән эшләгән комитеты ағзалары белгестәр өсөн хеҙмәт кенә түгел, йәшәү шарттарын да яҡшыртыу сараларын күреү мөһим тигән фекерҙә.

Орфографическая ошибка в тексте:
Чтобы сообщить об ошибке, нажмите кнопку "Отправить сообщение об ошибке". Также вы можете добавить свой комментарий.
Яндекс.Метрика