Республикаға тәүге һыуыҡтар килә

Синоптиктар белдереүенсә, 11 ноябрь Башҡортостандың ҡайһы бер райондарында 25 градускаса һыуытасаҡ. Иртәгә епшек ҡар яуыуы, юлдарҙа боҙлауыҡ барлыҡҡа килеүе ихтимал. 11 ноябрь яуым-төшөм көтөлмәй. Ел төнъяҡ-көнсығыштан. Һауа теператураһы төнөн урыны менән -25 градусҡаса етәсәк, ти Башҡортостан синоптиктары. Юл хәрәкәте хәүефһеҙлеге дәүләт инспекцияһы водителдәргә юлдарҙа һаҡ булырға, тиҙлекте арттырмаҫҡа кәңәш итә.

Читайте нас в Яндекс.Новостях