Туҡтатырға ярамай йөрөргә

Ниһәйәт, Башҡортостан етәкселеге был һөйләмдә тыныш билдәһен ҡайҙа ҡуйырға һайланы. Йәмәғәт транспорты эшмәкәрлегендәге үҙгәрештәрҙе халыҡ төрлөсә ҡабул итте. Пассажирҙарҙың ҡайһылары туҡталыштарҙа оҙаҡ тороуға зарланды, икенселәре легаль булмаған ойошмаларҙың юҡ ителеүенә шатланды. Ә бына эшһеҙ ҡалған ябай водителдәргә нимә эшләргә? Ғөмүмән, автобустарға ҡасан ҡытлыҡ бөтәсәк? Айрат Нәширбәнов пассажирҙар ташыу өлкәһендә үҙен һынап ҡарарға теләп, өр-яңы газель ала. Уны талаптарға ярашлы тулыһынса йыһазландырып, бөтә кәрәкле документтарҙы йыйғас, рейсҡа сыға. Әммә ике ай ҙа үтмәй, эш туҡтап ҡала. Айрат һымаҡ Өфө ҡалаһы һәм районын хеҙмәтләндергән 280-се һәм 284-се маршрут автобустарының башҡа водителдәре лә ошо уҡ хәлгә тап була. Рейд мәлендә Юл хәрәкәте хәүефһеҙлеге дәүләт инспекцияһы хеҙмәткәрҙәре уларҙы туҡтатып, штраф һала башлай. Асыҡланыуынса, уларҙың маршрут карталары ғәмәлдән сыҡҡан.  Маршрут картаһы — автомобиль транспортына тәғәйен маршрут буйынса йөрөргә хоҡуҡ биргән мөһим документтарҙың береһе. Ул тендерҙа, йәғни конкурста ҡатнашып, еңгән пассажирҙар ташыусы ойошмаға ғына бирелә һәм бер тендерҙан икенсеһенә тиклем ғәмәлдә ҡала. Ә тап был водителдәр эшләгән ойошмаға ҡала хакимиәтенең транспорт бүлеге маршрут картаһын оҙайтырға вәғәҙәләп, ваҡытлыса ғына документтар бирә. Ә ысынында иһә, 280-се, 284-се маршруттар ҡала-тирәһен хеҙмәтләндергәнгә күрә, улар маршрут карталарын республиканың транпорт һәм юл хужалығы буйынса дәүләт комитетынан алырға тейеш булған. Ә ҡала хакимиәте ни өсөн ҡала янында йөрөүсе автобустарға маршрут картаһын  биргәнен аңлатыуҙан баш тартты. Ғөмүмән, пассажирҙар ташыу баҙарында 20 йыллап эшләгән был ойошма  120-нән ашыу водителде берләштерә. Үҙҙәренең техник хеҙмәтләндереү һәм диспетчер пункты, медицина кабинеты ла бар. Цәғни, һәр водитель рейсҡа сығырт алдынан махсус тикшереү үткән. Ғәҙәттә, маршрут водителдәре көн һайын медицина тикшеренеүе үтә. Ҡан баҫымы нормала булһа һәм спиртлы эсемлектәр эсмәгәне асыҡлағас ҡына, уға рейсҡа сығырға рөхсәт бирелгән. Тик бына хәҙер рөхсәтте ойошма етәксеһе бирмәй, маршрут картаһы ғәмәлдән сыҡҡас юридик шәхес булараҡ ойошма етәксеһенә  штраф күләме лә артҡан. Хәҙер ул легаль эшләү яҡлы. Шуға ла водителдәр маршрут буйлап йөрөүен туҡтатҡан. Килеп тыуған хәл халыҡ өсөн ҙур уңайһыҙлыҡтар тыуҙыра. Суровка, Михайловка ауылдарынан, Затон биҫтәһенән ҡала үҙәгенә һәм йәшел сауҡалыҡҡа эләгә алмағандарға, Башавтотранс 107-се маршурт аса. Тик уның йөрөү йышлығы һәм “Галле округы” туҡталышына тиклем генә барыуы кешеләрҙе ҡәнәғәтләндермәй.Пассажирҙар күп булғанға, Башавтотранс был йүнәлештә тағы ла өҫтәмә 10 ҙур автобус ебәргән. Шулай уҡ, уларҙың эш ваҡыты ла оҙайтылған. Әйтергә кәрәк, Өфө-Михайловка — бөгөнгә пассажирҙарҙы ташыу өлкәһендә ҡатмарлыҡтар булған төп дүрт йүнәлештәрҙең береһе. Әле транспорт мәсьәләһе хәл итеү юлында. Республика етәксеһе Радий Хәбиров ҡала хакимиәтендә үткән осрашыуҙа маршрут автобустары мәсьәләһенә тағы ла бер туҡталды һәм чиновниктарҙы яуаплыраҡ булырға саҡырҙы. Радий Фәрит улы әйтеүенсә, тендерҙың “үтә күренмәле”, асыҡ булмауы арҡаһында, күп кенә водителдәргә пассажирҙар ташыу менән ҡанунһыҙ шөғөлләнергә тура килгән. Властар бындай хәлдән сығыуҙың ике юлын тәҡдим итә. 2019 йылдың икенсе кварталында үткәреләсәк конкурста ҡатнашырға, йә легаль пассажирҙар ташыу ойошмаларына күсергә. 280,284-се маршрут водителдәрен дә Башавтотрансҡа эшкә саҡырғандар, тик улар тәҡдим ителгән хеҙмәт шарттары менән риза түгел. Әлбиттә, килем алыу – эшҡыуарҙарҙың төп маҡсаты. Өҫтәүенә, күптәрҙең автобустары кредитта. Ә артабан водителдәргә һайларға ғына ҡала: легаль рәүештә эшләргә, йә бөтөнләй был өлкәнән китергә, сөнки ҡанундарҙы боҙоусыларға ҡаршы көрәш тағы ла көсәйтеләсәк. Пассажирҙарға ла зарланырға күп ҡалманы. Ҡалала автобустарға ҡытлыҡ бөтәсәк, халыҡтың ихтыяжынан сығып, ошо ай дауамында йәмәғәт транспортының маршруты һәм теҙмәһе лә үҙгәртеләсәк. Пассажирҙар уңайлы, заманса, хәүефһеҙ автобустарҙа йөрөргә тейеш.  Республика етәкселегенең  төп маҡсаты шул.

Читайте нас в Яндекс.Дзен


һУҢҒЫ ХӘБӘРҘӘР

Смотреть видео Башҡортостанда алдағы өс көндә йәйгесә эҫе көндәр көтөлә | ГТРК «Башкортостан»

Башҡортостанда алдағы өс көндә йәйгесә эҫе көндәр көтөлә

Синоптиктар мәғлүмәттәре буйынса, бөгөн дә, иртәгә лә  яуым-төшөмһөҙ. Ел көнсығыштан талғын, урыны менән көсәйеүсән. Һауа температураһы төндә +8,+13, урыны менән +3-кә тиклем, көндөҙ +24,+29 градус.

12 мая 2021
Смотреть видео Мискә формаһындағы мунсалар | ГТРК «Башкортостан»

Мискә формаһындағы мунсалар

Салауат йүнселдәре төҙөлөшкә яңы ҡараш булдыра. Уникаль технология буйынса ҡоролған мискә формаһындағы мунсалар хәҙер Рәсәй генә түгел сит ил баҙарҙарын яулай. Киләсәктә бында тиҙ йыйылмалы йорттар төҙөүҙе яйға һалырға ниәтләйҙәр. ... тағы ла матур һәм тын юлдары өсөн файҙалы. Башҡортостан өсөн ят...

12 мая 2021
Смотреть видео Балыҡ бирмә, ҡармаҡ бир | ГТРК «Башкортостан»

Балыҡ бирмә, ҡармаҡ бир

 Башҡортостан балыҡсылары яңы миҙгелгә әҙерләнә. Яҡшы табыш эләктерергә теләүселәр ҡоралды ҡайҙа яңырта? Әлбиттә, Өфөнөң Аксаков урамындағы “Блесна” магазинында. Бында балыҡ тотоу өсөн бөтә кәрәк-яраҡтарҙы табырға була. Ысын балыҡсы миҙгел һайламай. “Блесна” магазинында ҡышҡы балыҡсылыҡ...

12 мая 2021
Смотреть видео “Русь Великая” теплоходы Өфөлә | ГТРК «Башкортостан»

“Русь Великая” теплоходы Өфөлә

Беренсе тапҡыр Өфөлә булған “Русь Великая” теплоходы бөгөн илдең баш ҡалаһына ҡайта. Өс палубалы теплоход баш ҡаланың Дуҫлыҡ Монументында туҡтағайны. Мәскәүҙән килгән туристар Өфөнөң иҫтәлекле урындары менән таныша алды. Теманы хәбәрсебеҙ Нәркәс Йосопова дауам итә. Өс палубалы “Русь Великая”...

12 мая 2021
Смотреть видео Шайморатов ауылында хәйриә концерты | ГТРК «Башкортостан»

Шайморатов ауылында хәйриә концерты

Легендар 112-се башҡорт кавалерия дивизияһы командиры, Рәсәй Геройы Миңлеғәле Шайморатовтың тыуған ауылында Бөйөк Еңеүҙең 76 йыллығына арналған хәйриә концерты уҙҙы. Кесеһе лә, олоһо ла яттан белгән “Шайморатов генерал” йыры легендар комдив, генерал-майор Миңлеғәле Шайморатов ауылдаштарының гимнына...

12 мая 2021
Смотреть видео Һаҡ булығыҙ, талпандар | ГТРК «Башкортостан»

Һаҡ булығыҙ, талпандар

Башҡортостанда талпандан зыян күреүсе 800-ҙән ашыу кеше медицина ойошмаларына мөрәжәғәт иткән. Республика Хөкүмәтендә үткән оператив кәңәшмәлә “Роспотребнадзор”ҙың Башҡортостан буйынса идаралығы етәксеһе Анна Казак тикшерелгән бөжәктәрҙең 0,8 проценты энцефалитлы, 18 проценты боррелиоз вируслы...

12 мая 2021
Смотреть видео Башҡортостанда коронавирусҡа ҡаршы вакцина эшләтеүселәр һаны арта | ГТРК «Башкортостан»

Башҡортостанда коронавирусҡа ҡаршы вакцина эшләтеүселәр һаны арта

Һаулыҡ-һаҡлау министрлығынан хәбәр итеүҙәренсә, май байрамдарында ла вакцина эшләтеүселәр һаны күп  булған. Ял көндәрендә генә   40 меңгә яҡын кеше прививка яһатҡан.. Әлеге көнгә төбәктә  ковид 19-ға ҡаршы вакцинаның беренсе компонентын  293 меңдәң ашыу кеше  эшләткән...

12 мая 2021
Смотреть видео Башҡортостан уҡыусылары өсөн 14 май өҫтәмә ял көнө булыуы ихтимал | ГТРК «Башкортостан»

Башҡортостан уҡыусылары өсөн 14 май өҫтәмә ял көнө булыуы ихтимал

Был турала Хөкүмәттәге оператив кәңәшмә барышында әйтелде. Республика быйылғы туристик миҙгелгә лә әҙер торорға тейеш. Польшала сатраш уйынына бәйле хәҙер йыр бар. Ә бына уның тарихы Башҡортостан спортсыһына бәйле. Варшавалағы ярышта еңеп, етенсе тапҡыр донъя чемпионы исемен яулаған яҡташыбыҙ...

12 мая 2021
Смотреть видео Мәктәптәрҙә именлек саралары көсәйтелә | ГТРК «Башкортостан»

Мәктәптәрҙә именлек саралары көсәйтелә

Башҡортостан етәксеһе Радий Хәбиров республиканың барлыҡ мәктәптәрендә лә именлек сараларын көсәйтергә ҡушты һәм Ҡазандағы террор ғәмәлендә йәрәхәтләнеүселәргә Башҡортостан шифаханаларында реабилитация үтергә тәҡдим итте. Радий Хәбиров һәләк булғандарҙың яҡындарының һәм туғандарының ауыр ҡайғыһын...

12 мая 2021
Смотреть видео ”Смарт-тау” йәштәр төбәк форумы | ГТРК «Башкортостан»

”Смарт-тау” йәштәр төбәк форумы

Өфөнөң Рима Баталова исемендәге Башҡортостан республикаһы спорт әҙерлеге үҙәгендә “Смарт-тау” йәштәр төбәк форумы уҙҙы. Ул өс көн дауамында барҙы. Социаль йүнәлешле проекттар әҙерләп, уларҙы федераль эксперттарға күрһәтеп, яҙма эштә ниндәй ҙә булһа үҙгәрештәр индереү, оҫталыҡ дәрестәрен тыңлап,...

29 апреля 2021
Яндекс.Метрика