К 100-летию Мустая Карима - 561786780 | ГТРК «Башкортостан»

Ҡыйыҡ та юҡ, аҡса ла юҡ

Благовещен ҡалаһында 2008 –се йылдан алып күп ҡатлы йорт төҙөлөп бөтә алмай. Урындағы хакимиәт ун йыл был мәсьәләне хәл итә алмай. Мирсаяповтар ғаиләһе Благовещен ҡалаһында күп ҡатлы йорттан 2009-сы йылда фатир һатып алған. Яңы ҡыйыҡ өсөн улар ике бүлмәле фатирын һатҡан. Ун йыл үткән. Йәш ғаилә фатирһыҙ һәм аҡсаһыҙ тороп ҡалған.Ирина ике бала әсәһе. Биш йәшлек улы Арыҫлан инвалид. Йәш ғаилә хәҙер ике бала менән эҫе һыуһыҙ, һыуыҡ дүрт стенала көн күрергә мәжбүр. Был йортта йәшәүсе Мәрҙәмшиндар ғаиләһе лә ошондай уҡ хәлдә ҡалған. Ун йыл элек улар ҙа фатир өсөн аҡса түләй, әммә төҙөлөш эше ни өсөндөр туҡтала. Барыр урындары булмаған ғаиләгә үҙ көстәре менән фатир эсендә стена бүлергә, ремонт эштәрен башҡарырға тура килә. Ремонт өсөн генә бер миллион һумға яҡын аҡса сарыф ителә. Ни өсөн күп ҡатлы йорт ун йыл эсендә хужаларына тапшырылмай йә иһә аҡсаһы кирегә ҡайтарылмай? Был һорауға урындағы халыҡ һаман яуап ала алмай интегә. Асыҡланыуынса, төҙөлөп барған йорттоң идарасыһы ла әллә күпме тапҡыр алыштырылған. Бынан тыш, улар халыҡтан төҙөлөш өсөн йәнә аҡса йыйған. Әйткәндәй, бер фатирҙың бер-нисә хужаһы ла булыуы билдәле. Благовещен ҡалаһы хакимиәте өсөн был төҙөлөп бөтмәгән йорт көнүҙәк мәсьәләгә әйләнгән. Халыҡ фатирҙың квадрат метры күпме тороуын дөрөҫ аңлатмаған, тип белдерҙеләр беҙгә хакимиәттә. Тик ни өсөн урындағы хакимиәт төҙөлөп бөтә алмаған күп ҡатлы йортҡа ун йыл дауамында ҡул һелтәп ҡараған? Ни өсөн ололар һәм инвалид балалар фатирһыҙ һәм аҡсаһыҙ ҡалған? Ҡыҙғанысҡа, блгаовещен ҡала хакимиәтендә был һорауҙарға яуап юҡ.  

Орфографическая ошибка в тексте:
Чтобы сообщить об ошибке, нажмите кнопку "Отправить сообщение об ошибке". Также вы можете добавить свой комментарий.
Яндекс.Метрика