Торлаҡ файҙаланыу участкаһы Өфөләге күп ҡатлы йортта пандус ҡуйыуҙы фатир хужалары иңенә һалырға тәҡдим итә

Торлаҡ файҙаланыу участкаһы Өфөләге күп ҡатлы йортта пандус ҡуйыуҙы фатир хужалары иңенә һалырға тәҡдим итә. Физик мөмкинлеге сикле бала тәрбиәләгән ғаилә иһә дөрөҫлөк эҙләй. Һигеҙ йәшлек Камила өлкәндәр ярҙамынан башҡа урамға сыға алмай. Ә дүрт мөйөшкә бикләнеп ултырыу бала ғына түгел, оло кешене лә ялҡыта. Сирле балаға мөһим саф һауа, ыңғай кисерештәр бирер бәүелсәк йышыраҡ хыял ғына булып ҡала. Махсус колясканы унынсы ҡаттан төшөрөргә мөмкин, кәртәләр подъездан сыҡҡан урында көтә. Бейек баҫҡыстан 30 килограмлыҡ коляскаға ултырған 30 килограмлыҡ баланы әсәй ҙә, өләсәй ҙә үҙе генә күтәрә алмай. Күтәрмәлә пандус юҡ. Камиланың ата-әсәһе торлаҡ хеҙмәтләндереү ойошмаһына йортто пандус менән йыһазландырыуҙы үтенеп хат яҙған. Яуап аптырашҡа һалды, тиҙәр. Торлаҡ кодексына 2013 йылда индерелгән үҙгәрештәргә ярашлы, йортҡа пандус ҡуйыр өсөн фатир хужаларының өстән ике өлөшө ризалығы талап ителмәй. Игорь махсус ҡоролманы үҙе эшләп ҡуйырға ла тәҡдим иткән.Күп ҡатлы йорттарҙа пандусты үҙ белдегең менән ҡуйыу тыйыла. Ҡоролма техник регламенттарға тап килергә, материалдарға рөхсәт ҡағыҙҙары булырға тейеш. Кешеләрҙең хәүефһеҙлеге өсөн йортто хеҙмәтләндереүсе ойошма яуаплы.Башҡаланың Орджоникидзе районына ҡараған 52-се торлаҡ файҙаланыу участкаһында Хәйеровтарҙың үтенесе билдәле. Пандус төҙөр смета раҫланған. Эште тик финанслау мәсьәләһе тотҡарлай.Торлаҡ һәм төҙөлөштө күҙәтеү буйынса дәүләт комитетынан белдереүҙәренсә, күп фатирлы йортта пандустарҙы, ысынлап та, торлаҡ хужаларының барыһы йәиһә ошо йыһазды даими файҙаланасаҡ ғаилә иҫәбенә ҡуйырға мөмкин. Мөмкинлеге сикле бала тәрбиәләгән Хәйеровтар закон раҫлаған хоҡуҡтарын таныуҙы теләй.

Подпишитесь на нас в ВКонтакте