К 100-летию Мустая Карима - 561786780 | ГТРК «Башкортостан»

Сираттағы эш сәфәре

Ял көндәрендә республика етәксеһе төнъяҡ-көнсығыш райондарҙа эш сәфәре менән булды. Радий Фәрит улы Мәсетле һәм Салауат райондарында социаль һәм медицина объекттарыныү торошон тикшерҙе. Республика етәксеһе Дыуан районында 2020-се йылға тиклем ике яңы мәктәп төҙөргә ҡушты. Мәсетле районындағы “Көнсығыш” һәм “көньяҡ” биҫтәләре  тәү нәүбәттә йәш ғаиләләр өсөн тәғәйенләнгән. Биләмәләге 850 бүлем күп балалы, йә иһә сәләмәтлеге сикләнгән сабыйҙар тәрбиәләгән ата-әсәләргә, йәш белгестәргә биреләсәк. Әлегә төҙөлөш барышын тейешле кимәлдә тип әйтергә иртәрәк. Яңы биҫтәгә һыу һәм газ үтмәгән. Проекттарҙы бойомға ашырыуҙағы төп тотҡарлыҡ – финанс мәсьәлә.  Республиканың адреслы программаһына хәҙер яңы обьект та өҫтәлә. Һүҙ район дауаханаһы  тураһында. Сәләмәтлек үҙәгенең икенсе өлөшөн файҙаланыуға тапшырыуҙа ла ҡыйынлыҡ бар. Башҡортостан етәксеһе төбәктә ауылдарға йәш белгестәрҙе ҡайтарыу мәсьәләһенә лә иғтибар бүлә. Радий Хәбиров әйтеүенсә, әле дауаханаға яңы белгестәрҙе эшкә урынлаштырыу буйынса саралар ҡарала. Мәсәғүт район дауаханаһын да мәсетлеләге клиниканы ла уртаҡ мәсьәләлр борсой. Ул йәш белгестәр проблемаһы.  Мәсәғүтттең баш табибы республиканың төнъяҡ-көнсығыш өлөшө өсөн үтә лә актуаль тағы бер мәсьәләне күтәрә.  Был райондарҙа инвалид балаларға тәғәйенләнгән реабилитация бүлегенең юҡлығы. Дыуандағы Салғыя ауылы халҡын иһә күпер булмауы хәүефкә һала. Мәләкәҫ аша төҙөлгән ҡоролма хәҙер инде ярым емерек хәлдә. Шуға ҡарамаҫтан, ул бер-нисә ауылды тоташтырыусы төп обьект булып һанала. Радий Хәбиров капиталь ремонт өсөн аҡса бүлергә күрһәтмә бирҙе. Дыуанда авария хәленә индерелгән биналар ҙа юҡ түгел. Тастүбә ауылындағы мәктәпте хәҙер ремонтлау ҙа кәрәкмәй. Ул емерелеү алдында. Белем алыу өсөн яңы йорт. Тастүбә мәктәбе бгөндән алып республиканың адреслы инвестиция программаһына индерелә.  Радий Хәбиров Мәсәғүттәге һөт консерва комбинатын да ҡараны. Ойошма вәкилдәре менән осрашыуҙа һүҙ ширҡәт һәм уның етештереү мөмкинлеген үҫтереү тараһында барҙы. Башҡортостан етәксеһе Салауат районындағы социаль хәл менән танышты. Республика башлығы урындағы корекцион мәктәп уҡытыусылары менән осрашты, район дауаханаһын ҡараны. Әйткәндәй, һуңғыһына капиталь ремонт кәрәк. Обьектты яңырытыу өөсн финанс сығымдарҙы Башҡортостан ҡаҙнаһы бүләсәк. Республика ярҙамы менән Мөрсәлим ауылында ла яңы мәҙәнит үҙәге төҙөлә. Ул киләһе йыл аҙағында файҙаланыуға тапшырыласаҡ. 

Орфографическая ошибка в тексте:
Чтобы сообщить об ошибке, нажмите кнопку "Отправить сообщение об ошибке". Также вы можете добавить свой комментарий.
Яндекс.Метрика