К 100-летию Мустая Карима - 561786780 | ГТРК «Башкортостан»

Республиканың башҡалаһында төндә урамдарҙы яҡтыртыу графигы үҙгәртелә

Бөгөн ҡала хакимиәте башлығы Өлфәт Мостафин төнөн уттар тик дүрт сәғәткә генә һүндереләсәк, тип белдерҙе. Тикшереү һөҙөмтәләренән күренеүенсә, Башҡортостанда  төнөн урамдарҙың уртаса яҡтылығы 67 процент самаһы.  Башҡаланың Калинин районындағы Байкал урамында йәшәүселәр ҙә ҡараңғылыҡҡа зарлана. Улар фонарҙар ҡуйыуҙы һорап  төрлө инстанцияларға мөрәжәғәт иткән. Ғөмүмән, яүы етәкселек килеү менән Өфөлә ҙур үҙгәрештәр көтөлә.  Йорт ихаталарындағы соҡорло юлдарҙы бөтөрөү, машиналар ҡуйыу урындарын булдырыу, урамдарҙа таҙалыҡты тәьмин итеү буйынса эҙмә-эҙлекле эш алып барыласаҡ,  хәүефһеҙлек тәьмин итеү йәһәтенән  күҙәтеү камераларын ҡуйыу ҙа ҡарала.

Орфографическая ошибка в тексте:
Чтобы сообщить об ошибке, нажмите кнопку "Отправить сообщение об ошибке". Также вы можете добавить свой комментарий.
Яндекс.Метрика