Рәсәйҙә сүп-сарҙы мотлаҡ сорттарға бүлеү талабы ғәмәлгә инә

Рәсәйҙә 2019 йылдан бөтә сүп-сарҙы мотлаҡ сорттарға бүлеү һәм ҡабаттан эшкәртеү талабы ғәмәлгә инә. Был йәһәттән республикала төбәк операторы ла һайлап алынды. Тик был өлкәлә йылдар буйына дауам иткән мәсьәләләр әле лә хәл ителмәй ҡала. Көнкүреш ҡалдыҡтарын сорттарға айырыу пункттары етмәү иң төп проблемаларҙың береһе.  Хәбәрсе. Сүп-сар полигондары етмәү һуңғы йылдарҙа донъялағы иң глобаль проблемаларҙың береһе булып ҡала. Шундай уҡ мәсьәлә менән бөгөн Өфө лә күҙгә-күҙ осрашты. Яңы Черкассы ауылы янындағы полигон үҫкәндән үҫә бара. Ә уның янында урынлашҡан сүп-сарҙы сортировкалау пункты килтерелгән сеймалды эшкәртеп өлгөрә алмай. 60-сы йылдар аҙағында Яңы Черкассы ауылы янында асылған полигон бөгөн сүп-сар яһалған тауҙы хәтерләтә. Өфөләге рәсми эшләгән берҙән-бер ҡаты ҡалдыҡтар полигонына йөҙәрләгән йөк автомобиле инеп көнөнә кәм тигәндә 6 мең кубометр ҡый ауҙара. Был мәсьәләне хәл итер өсөн заман талаптарына яуап биргән яңы сүп-сар эшкәртеү пункты төҙөр кәрәк, ти белгестәр. Яңы Черкассы ҡасабаһы янындағы полигонды яңыртыу йәһәтенән Өфө ҡалаһы ҡала округы советы яңы инвестиция программаһы ҡабул итә. 2016 йылдан ҡала халҡы сүп-сарҙы үтилләштереү буйынса тарифты өҫтәмә күләмдә түләй башлай. Йыйылған аҡсаға ҡала хакимиәте “Спецавтохозяйство” предприятияһы менән Яңы Черкассы ауылы янындағы полигонды реконструкцияларға, ҡаты көнкүреш ҡалдыҡтарын сортировкалау буйынса яңы заманса пункты төҙөргә тейеш. Ҡала советы сайтында ҡуйылған документтан күренеүенсә, 3 йыл эсендә халыҡтан ярты миллиард һумдан ашыу аҡса йыйылған. Тик “Спецавтохозяйство” предприятияһы вәкилдәре ни өсөн яңы полигон һәм сортировкалау пунты төҙөлмәй тигән һорауға аныҡ яуап бирә алманы. Өфө миллионлы ҡалалар араһында ҡаты ҡалдыҡтарҙы эшкәртеү йүнәлешендә ауыр хәлдәге муниципалитеттар исемлегендә. Ә бындай ваҡиғалар экология торошон тағы ла ҡатмарлаштыра. Әгәр ҙә бер-нисә йыл эсендә был мәсьәлә хәл ителмәһә киләсәктә ҙур экологик һәләкәт булыуы ихтимал. Хәбәр итеүебеҙсә, 2019-сы йылдың 1-се ғинуарынан  сүп-сар менән эшләү тәртибенә ҙур үҙгәрештәр индерелә. Көнкүреш ҡалдыҡтарын йыйыу, уларҙы сорттарға айырыу һәм эшкәртеү менән шөғөлләнәсәк төбәк операторҙарынан тыш, коммуналь квитанцияларҙа “Ҡалдыҡтар” тигән пункт та барлыҡҡа киләсәк. Торлаҡ хужаларының үҙҙәренә лә сүп-сар туплау мәҙәниәтенә өйрәнергә тура киләсәк.

Смотрите нас в YouTube


һУҢҒЫ ХӘБӘРҘӘР

Смотреть видео Башҡортостанда алдағы өс көндә йәйгесә эҫе көндәр көтөлә | ГТРК «Башкортостан»

Башҡортостанда алдағы өс көндә йәйгесә эҫе көндәр көтөлә

Синоптиктар мәғлүмәттәре буйынса, бөгөн дә, иртәгә лә  яуым-төшөмһөҙ. Ел көнсығыштан талғын, урыны менән көсәйеүсән. Һауа температураһы төндә +8,+13, урыны менән +3-кә тиклем, көндөҙ +24,+29 градус.

12 мая 2021
Смотреть видео Мискә формаһындағы мунсалар | ГТРК «Башкортостан»

Мискә формаһындағы мунсалар

Салауат йүнселдәре төҙөлөшкә яңы ҡараш булдыра. Уникаль технология буйынса ҡоролған мискә формаһындағы мунсалар хәҙер Рәсәй генә түгел сит ил баҙарҙарын яулай. Киләсәктә бында тиҙ йыйылмалы йорттар төҙөүҙе яйға һалырға ниәтләйҙәр. ... тағы ла матур һәм тын юлдары өсөн файҙалы. Башҡортостан өсөн ят...

12 мая 2021
Смотреть видео Балыҡ бирмә, ҡармаҡ бир | ГТРК «Башкортостан»

Балыҡ бирмә, ҡармаҡ бир

 Башҡортостан балыҡсылары яңы миҙгелгә әҙерләнә. Яҡшы табыш эләктерергә теләүселәр ҡоралды ҡайҙа яңырта? Әлбиттә, Өфөнөң Аксаков урамындағы “Блесна” магазинында. Бында балыҡ тотоу өсөн бөтә кәрәк-яраҡтарҙы табырға була. Ысын балыҡсы миҙгел һайламай. “Блесна” магазинында ҡышҡы балыҡсылыҡ...

12 мая 2021
Смотреть видео “Русь Великая” теплоходы Өфөлә | ГТРК «Башкортостан»

“Русь Великая” теплоходы Өфөлә

Беренсе тапҡыр Өфөлә булған “Русь Великая” теплоходы бөгөн илдең баш ҡалаһына ҡайта. Өс палубалы теплоход баш ҡаланың Дуҫлыҡ Монументында туҡтағайны. Мәскәүҙән килгән туристар Өфөнөң иҫтәлекле урындары менән таныша алды. Теманы хәбәрсебеҙ Нәркәс Йосопова дауам итә. Өс палубалы “Русь Великая”...

12 мая 2021
Смотреть видео Шайморатов ауылында хәйриә концерты | ГТРК «Башкортостан»

Шайморатов ауылында хәйриә концерты

Легендар 112-се башҡорт кавалерия дивизияһы командиры, Рәсәй Геройы Миңлеғәле Шайморатовтың тыуған ауылында Бөйөк Еңеүҙең 76 йыллығына арналған хәйриә концерты уҙҙы. Кесеһе лә, олоһо ла яттан белгән “Шайморатов генерал” йыры легендар комдив, генерал-майор Миңлеғәле Шайморатов ауылдаштарының гимнына...

12 мая 2021
Смотреть видео Һаҡ булығыҙ, талпандар | ГТРК «Башкортостан»

Һаҡ булығыҙ, талпандар

Башҡортостанда талпандан зыян күреүсе 800-ҙән ашыу кеше медицина ойошмаларына мөрәжәғәт иткән. Республика Хөкүмәтендә үткән оператив кәңәшмәлә “Роспотребнадзор”ҙың Башҡортостан буйынса идаралығы етәксеһе Анна Казак тикшерелгән бөжәктәрҙең 0,8 проценты энцефалитлы, 18 проценты боррелиоз вируслы...

12 мая 2021
Смотреть видео Башҡортостанда коронавирусҡа ҡаршы вакцина эшләтеүселәр һаны арта | ГТРК «Башкортостан»

Башҡортостанда коронавирусҡа ҡаршы вакцина эшләтеүселәр һаны арта

Һаулыҡ-һаҡлау министрлығынан хәбәр итеүҙәренсә, май байрамдарында ла вакцина эшләтеүселәр һаны күп  булған. Ял көндәрендә генә   40 меңгә яҡын кеше прививка яһатҡан.. Әлеге көнгә төбәктә  ковид 19-ға ҡаршы вакцинаның беренсе компонентын  293 меңдәң ашыу кеше  эшләткән...

12 мая 2021
Смотреть видео Башҡортостан уҡыусылары өсөн 14 май өҫтәмә ял көнө булыуы ихтимал | ГТРК «Башкортостан»

Башҡортостан уҡыусылары өсөн 14 май өҫтәмә ял көнө булыуы ихтимал

Был турала Хөкүмәттәге оператив кәңәшмә барышында әйтелде. Республика быйылғы туристик миҙгелгә лә әҙер торорға тейеш. Польшала сатраш уйынына бәйле хәҙер йыр бар. Ә бына уның тарихы Башҡортостан спортсыһына бәйле. Варшавалағы ярышта еңеп, етенсе тапҡыр донъя чемпионы исемен яулаған яҡташыбыҙ...

12 мая 2021
Смотреть видео Мәктәптәрҙә именлек саралары көсәйтелә | ГТРК «Башкортостан»

Мәктәптәрҙә именлек саралары көсәйтелә

Башҡортостан етәксеһе Радий Хәбиров республиканың барлыҡ мәктәптәрендә лә именлек сараларын көсәйтергә ҡушты һәм Ҡазандағы террор ғәмәлендә йәрәхәтләнеүселәргә Башҡортостан шифаханаларында реабилитация үтергә тәҡдим итте. Радий Хәбиров һәләк булғандарҙың яҡындарының һәм туғандарының ауыр ҡайғыһын...

12 мая 2021
Смотреть видео ”Смарт-тау” йәштәр төбәк форумы | ГТРК «Башкортостан»

”Смарт-тау” йәштәр төбәк форумы

Өфөнөң Рима Баталова исемендәге Башҡортостан республикаһы спорт әҙерлеге үҙәгендә “Смарт-тау” йәштәр төбәк форумы уҙҙы. Ул өс көн дауамында барҙы. Социаль йүнәлешле проекттар әҙерләп, уларҙы федераль эксперттарға күрһәтеп, яҙма эштә ниндәй ҙә булһа үҙгәрештәр индереү, оҫталыҡ дәрестәрен тыңлап,...

29 апреля 2021
Яндекс.Метрика