Табиптар хатаһы күреү бәхетенән мәхрүм итә

Өфөлә табиптар  дөрөҫ диагноз ҡуймау сәбәпле Андрей Кузнецовтың һулаҡай күҙе күреү һәләтен юғалта. Хәҙер 33 йәшлек спортсы тәфтиш комитетына мөрөжәғәт итергә йыйына.  Хәбәрсе. 2000-се йылдар башында хоккей буйынса Рәсәйҙең йәштәр йыйылма командаһы өсөн сығыш яһаған спортсы табиптарҙың битарафлығы менән көрәшергә мәжбүр. 33 йәшлек Андрей Кузнецов оло тормош һынауы алдында ҡалһа ла, баш эйергә уйлаймай. Ябай тымауҙан башланған сир яман шешкә әйләнә. Өҫтәүенә, уның һулаҡай күҙе күреү һәләтен юғалта. Ул 21-се ҡала дауаханаһы табиптарын ғәйепләй. 2013 йылда тымау башланыу сәбәпле ул ҡаланың 21-се дауаханаһына мөрәжәғәт итә. Табиптар уға гайморит тигән диагноз ҡуя. Тик 2017 йылда хоккейсының танау ҡыуышлығында гайморит түгел, ә 4 стадиялағы яман шеш барлығы асыҡлана. Һәм табиптар 2017 йылдың декабрендә операция эшләргә ҡарар итә. Һөҙөмтәлә пациенттың һулаҡай күҙе күреү һәләтен юғалта.Ҡаланың 21-се дауаханаһының отоларингология бүлеге табиптары иһә бында беҙҙең ғәйебебеҙ юҡ, тип белдерә. Пациентты 2017 йылдың май айында тикшергән ваҡытта уның танау ҡыуышлығында яман шеш булыуы асыҡлана. Артабан иһә улар Андрей Кузнецовты Республика клиник онкология диспансерына йүнәлтә.Республика клиник онкология диспансеры табиптары Андрей Кузнецовтың мөрәжәғәтен итеүен иңҡар итмәй. Улар билдәләүенсә, 2017 йылдың май айында спортсыла яман шеш түгел, ә хәүефһеҙ шеш булыуы асыҡлана. Тимәк, бындай осраҡта операция эшләү Андрейҙың һаулығы өсөн бер хәүеф тә тыуҙырмай. Тик ни өсөн май айында түгел, ә декабрҙа эшләгәндәр, уныһы билдәһеҙ. Сөнки ярты йыл эсендә шеш үҫеп, таралып өлгөрә. Был осраҡта операция эшләү пациенттың һаулығына туранан-тура зыян килтереү тигәнде аңлата, ти онкологтар.Хәҙер хоккейсы үҙенең рәсми вәкиле менән килеп тыуған хәлгә аныҡлыҡ индерер өсөн хоҡуҡ һаҡлау органдарына ғариза менән мөрәжәғәт иткән. Сөнки ике һаулыҡ һаҡлау учреждениеһы ла ғәйепте бер-береһенә һылтай.Республиканың һаулыҡ һаҡлау учрежденияларында кәрәкле дауаланыу курстарын ала алмағас, Андрей Кузнецов Мәскәү табиптарына мөрәжәғәт итергә мәжбүр була. Бер-нисә тапҡыр химия терапия курсын үткәндән һуң уның хәле яҡшырған һәм хәҙер инде спортсы ғәҙелеккә ирешергә йыйына.

Читайте нас в Яндекс.Дзен