Туймазы ҡалаһында коммуналь авария

Бөгөн иртән Комаров урамында эҫе һыу торбаһы тишелде. Йәрәхәтләнеүселәр тураһында хәбәр ителмәй. Ғәҙәттән тыш хәл сәбәпле  йөҙләгән кеше эҫе һыуһыҙ тороп ҡалған.  5 ҡатлы туғыҙ йорт һәм бер мәктәпкә һыу биреү туҡтатылған.  Торба тишелеү сәбәптәре әлегә асыҡланмаған.

Подпишитесь на наш Telegram-канал