Һыуыҡтар етте, ә торбалар йылытылмай

Ауырғаҙы районының Сыуаш-Ҡарамалы ауылы мәктәбендә балалар дәрестәрҙә өҫкө кейем кейеп ултырырға мәжбүр. Һыуыҡтар етте, ә торбалар йылытылмай. Райондың газ хеҙмәте иҫке йылытыу ҡаҙанлыҡтарын  тикшергән һәм уларҙы ҡулланырға яраҡһыҙ тип тапҡан.

Берҙәм мәктәп формаһы урынына йылы курткалар. 10-сы синыф уҡыусылары дәрестәрҙә өҫкө кейемдәрен сисмәй. Бер ҡат күлдәк менән генә йөрөп булмай, өшөтә, ти ҡыҙҙар.  Мәктәп уҡыусылары түбән температураны кисерә алһа,  шул уҡ бинала урынлашҡан балалар баҡсаһында тәрбиәләнгән сабыйҙар өсөн бындай шарттар яраҡлы түгел.  

Район газ хеҙмәте мәктәптәге  иҫке йылытыу ҡаҙанлыҡтарын  ҡулланырға яраҡһыҙ тип тапҡан.  Улар тиҙҙән яңыларына алмаштырыласаҡ.  Яңы ҡаҙанлыҡ проектына  февраль  айында уҡ заказ бирелгән булған. Ул 3 ай дауамында эшләнгән һәм тикшереүгә ебәрелгән. 

Тиҙҙән электр ҡаҙанлыҡтары  газға алмаштырыласаҡ. Газ ҡаҙанлыҡтары киләһе аҙнанан  тулы ҡеүәткә  эшләй башлар, тип көтөлә. Тимәк, уҡыусылар  йылы мәктәпкә, сабыйҙар балалар баҡсаһына йөрөйәсәк.

 

Подпишитесь на нас в Пульс