К 100-летию Мустая Карима - 561786780 | ГТРК «Башкортостан»

Рәсәй һәм донъя хәбәрҙәре

  • Үҙәк Америка илдәренән бер-нисә мең мигрант Мехиконан Ҡушма Штаттарҙың көньяҡ сигенә юл алған.  Гондурас, Гватемала, Сальвадор, Никарагуанан ҡасаҡтарҙы хәрбиҙәр һәм сик һаҡсылары ҡаршы алырға әҙерләнә.  Быға тиклем  Дональд Трамп  көньяҡ сикте һаҡлаусы хәрбиҙәр һаны 15 меңгә тиклем етеүе ихтимал, тип белдергәйне.
  •  Ҡытайҙың Чжухай ҡалаһында халыҡ-ара авиакосмос салоны бишенсе быуын истербителдәрҙе күрһәтеү менән тамаланды. Ҡара бөркөт тип аталған был самолеттар төрлө маневрҙар эшләгән һәм ер өҫтөнән ни бары 50 метр бейеклектә генә осоп үткән.
  • Калифорнияла урман янғындарында 31 кеше һәләк булған. Американың был штаты биләмәһендә 6 урында урман яна. 228 кешенеү яҙмышы билдәһеҙ  булып ҡала. Билдәле артистар, сәйәсмәндәрҙең  затлы йорттары янып көлгә әйләнгән, тип хәбәр ителә.
  • Мәскәүҙә  күләмле реставрациянан һуң  рус яҙыусыһы Иван Тургеневтың йорт-музейы асылды.  Яңыртылған экспозиция 12 залға бүленгән һәм 1 мең  500 экспонатты берләштерә. Ошонда уҡ Тургеневҡа һәйкәл һәм Мумуға скульптура  ла асылды. Яҙыусының  йорто һәм йорт алдындағы биләмәһе менән бергә улар архитерктура-музей комплексының бер өлөшөнә әйләнде. 
Орфографическая ошибка в тексте:
Чтобы сообщить об ошибке, нажмите кнопку "Отправить сообщение об ошибке". Также вы можете добавить свой комментарий.
Яндекс.Метрика