Ҡорбан салыу һәм күҙ тейеүҙән ҡотолоу өсөн миллионлаған аҡса

Үҙен хәҙрәт тип танытып йөрөүсе кешене байтаҡ аҡса түләүселәр  мутлашыуҙа ғәйепләй. Ысын хәҙрәтте ялғанынан нисек айырырға? Республикала үҙҙәрен хәҙрәт тип танытып, кешеләрҙе алдаусылар бар. Дингә ышаныусыларҙың бер ҡатлылығын файҙаланып, улар күрһәткән ярҙамдары өсөн меңдәрсә генә түгел, хатта миллиондарса һум аҡса ала.

Тап ошондай ҡармаҡҡа эләгә лә инде был ғаилә. Беҙҙең телекомпанияға мөрәжәғәт иткән ханым үҙен хәҙрәт тип белдерткән кеше менән магазинда таныша. Уның менән тиҙ уртаҡ тел табыусы ағайға ҡатын бар проблемаларын һөйләй. Ханымдың кешегә тиҙ ышанып барыуын һиҙеп, сит кеше уға ярҙам итергә вәғәҙәләй. Асыҡланыуынса, үҙен хәҙрәт тип танытҡан оло кеше ярҙам ғына итмәй, хатта алда нимә булырын да күҙаллаған. Өҫтәүенә, ул ҡатынға төпсөк улы ла тиҙҙән аяҡтары ауыртып, инвалид ҡаласаҡ, тип фаразлай. Ышанған ҡатындан ул, мин уны дауалаясаҡмын тип йәнә өс йөҙ мең һум аҡса күсереүен һораған.

Зыян күреүсе ҡатын һөйләүенсә, ир нисектер кешенең психологияһына тәьҫир иткән. Үҙен хәҙрәт тип белдереүсе клиенттары менән телефон аша ғына яҙышҡан. Ғаилә ағзаларының, йәнәһе лә, юлы асылһын өсөн ул ҡорбан салдырырға тәҡдим иткән. Ҡорбан салыу, күҙ тейеүҙән ҡотолоу һәм ҡара энергияны юҡ итеү өсөн дә ул меңдәрсә һум аҡса һораған. Әйткәндәй, был ҡармаҡҡа бер нисә кешенең эләгеүе асыҡланды. Ике йөҙ мең һум аҡса биргән был ғаилә лә хәҙер алдашыусының үҙен дә күрә алмай, аҡсаһын да кире ҡайтара алмай интегә.

 Хәҙрәтмен тип ышандырып йөрөгән ир менән осрашып булмаһа ла, зыян күреүселәрҙең туғандары уны видеоға төшөрә алған. Унын әйтеүенсә, үҙе  Иглин районында утыҙ мең һумға ҡуртымға алынған йортта йәшәй, уның дүрт балаһы бар һәм ул яҡынса егерме-утыҙ мең эш хаҡына төҙөлөштә эшләй.  Видеонан күренеүенсә, зыян күреүсе ҡатын иргә көн һайын тиерлек бер нисә мең һум аҡса ебәргән. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, баш ҡала мәсеттәре хәҙрәттәре һүҙҙәренсә, бындай хәл беренсегә ҡабатланмай.

Үҙҙәрен дин юлында тип ышандырып, хатта ниндәй мәсеттә эшләүен һөйләп, аҡса эшләү юлын үҙ итеүселәр күп. Тик дингә ҡағылған бер нисә ҡағиҙәне мосолмандарға мотлаҡ белеү мөһим. Туғандарына ғына түгел, банкттарға ла ике миллион һумға яҡын бурысҡа батҡан ҡатындың улы хәҙер полиция хеҙмәткәрҙәренә һәм прокуратураға мөрәжәғәт иткән.

 

Читайте нас в Яндекс.Новостях

һУҢҒЫ ХӘБӘРҘӘР

Смотреть видео Тәфтишселәр бүләкләнде | ГТРК «Башкортостан»

Тәфтишселәр бүләкләнде

Өфөлә үҙ эшендә ҙур уңыштарға өлгәшкән тәфтишселәрҙе бүләкләү тантанаһы үтте. Тәфтиш комитетының үҙ-аллы эшләүенә 9 йыл. Сағыштырмаса ҡыҫҡа  ваҡыт эсендә ул үҙен тулы ҡеүәттә эшләүсе айырым структур берәмек итеп күрһәтте. Әлеге ваҡытта идаралыҡта 295 тәфтишсе эшләй, уларҙың 68-е ҡатын-ҡыҙ....

16 января 2020
Смотреть видео Дуҫлыҡ сылбыры  | ГТРК «Башкортостан»

Дуҫлыҡ сылбыры

«Башҡортостан» дәүләт концерт залы алдында «Яңы йыл дуҫлыҡ сылбыры» акцияһы үтте. 300 метрҙан ашыу сылбырға теләгән һәр кем бер нисә аҙна эсендә үҙ теләктәрен яҙып ҡалдырҙы. Ғәҙәти булмаған акцияны 2019 йылдың 20 декабрендә Башҡортостан башлығының хәләл ефете Каринэ Хәбирова һәм хөкүмәт вице-...

16 января 2020
Смотреть видео Ауыл биләмәләрен комплекслы үҫтереү | ГТРК «Башкортостан»

Ауыл биләмәләрен комплекслы үҫтереү

Быйыл «Ауыл биләмәләрен комплекслы үҫтереү» федераль дәүләт программаһын ғәмәлгә ашырыу башлана. Программала – һигеҙ йүнәлеш, шуларҙың етәүһе өсөн республика Ауыл хужалығы министрлығы яуаплы. Рәсәй Ауыл хужалығы министрлығы менән килешеү сиктәрендә алдағы өс йылда ауылдарҙың инфраструктураһын...

16 января 2020
Смотреть видео Быйыл халыҡ иҫәбен алыуҙа 20 меңгә яҡын ирекмән ҡатнашасаҡ | ГТРК «Башкортостан»

Быйыл халыҡ иҫәбен алыуҙа 20 меңгә яҡын ирекмән ҡатнашасаҡ

Йәштәр эштәре буйынса федераль агентлыҡ һәм Федераль дәүләт статистика хеҙмәте ошо туралағы килешеүгә ҡул ҡуйҙы. Ирекмәндәр халыҡҡа мәғлүмәт-аңлатыу эшендә, шулай уҡ яҙып алыусылар сифатында мәғлүмәттәр йыйыуҙа ҡатнаша.Ирекмәндәрҙе ирекмәнлекте үҫтереү буйынса төбәк үҙәктәре менән берлектә Федераль...

16 января 2020
Смотреть видео Башҡортостанда тыуымды арттырыу ысулдары барлана | ГТРК «Башкортостан»

Башҡортостанда тыуымды арттырыу ысулдары барлана

Милли проекттарҙа билдәләнгән төп һәм иң ҡатмарлы бурыстарҙың береһе демографияға бәйле. Бала табыу йәше үҫә, 2012 йылғаса 30 йәшкә тиклемгеләр әсә бәхетен татыһа, әле бала табыуҙы 30-ҙан һуңға ҡалдыралар. Байтағы бер балала туҡталып ҡала. Бигерәк тә ҡала ерендәгеләр демографияны упҡынға һөйрәй....

16 января 2020
Смотреть видео Мөрәжәғәтнамәгә ҡарата фекерҙәр | ГТРК «Башкортостан»

Мөрәжәғәтнамәгә ҡарата фекерҙәр

Ил Президенты Владимир Путиндың Федераль Йыйылышҡа мөрәжәғәтнамәһе Башҡортостан йәмәғәтселегендә ҡыҙыу фекер алышыуҙар тыуҙырҙы. Бөтә Рәсәй халыҡ фронтының Башҡортостан төбәк штабы рәйестәше Надежда Крылова илдең төп законы – Рәсәй Конституцияһына үҙгәрештәр индереү тәҡдименә үҙ ҡарашын белдерҙе....

16 января 2020
Смотреть видео Илдә етди үҙгәрештәр көтөлә | ГТРК «Башкортостан»

Илдә етди үҙгәрештәр көтөлә

Илдең йәшәйешендә генә түгел, уның ҡоролошонда ла үҙгәреш көтөлә. Владимир Путин Федераль йыйылышҡа йыллыҡ мөрәжәғәтнамәһендә хөкүмәтте формалаштырыуҙа парламенттың хоҡуҡтарын киңәйтергә тәҡдим итте. Конституция ла байтаҡ үҙгәреш кисерә. Социаль сәйәсәттә демографияны алға этәрер реаль аҙымдар...

16 января 2020
Смотреть видео Өфөлә журналистарҙы тәбрикләү тантанаһы үтте | ГТРК «Башкортостан»

Өфөлә журналистарҙы тәбрикләү тантанаһы үтте

Был сара Рәсәй матбуғаты көнө уңайынан ойошторолдо. Маҡтау ҡағыҙҙарына уҙған йыл дауамында юғары һөнәри  уңыштарға өлгәшкән  иң яҡшы киң мәғлүмәт саралары вәкилдәре  лайыҡ булды. Рәсәйҙең  тәүге  баҫмаһы  “Ведомости”  донъя күргәндән алып, әлеге көнгә тиклем гәзит...

15 января 2020
Смотреть видео Иглин ауылында яңы мәктәп һәм балалар баҡсаһы асылды | ГТРК «Башкортостан»

Иглин ауылында яңы мәктәп һәм балалар баҡсаһы асылды

Яңы Иглин биҫтәһе төҙөлөү менән ауылда белем усағы етмәү көнүҙәк мәсъәлә ине. Мәктәп һәм балалар баҡсаһы “Башҡортостандың 100 йыллығына 100 объект” программаһы һәм “Демография” милли проекты сиктәрендә төҙөлгән. Ҡар бурандың уйнап тороуы  бер кемгә лә ҡамасауламаны, Иглин ауылында оло байрам....

15 января 2020
Смотреть видео Легендар ГАЗ-63 | ГТРК «Башкортостан»

Легендар ГАЗ-63

Бөйөк Еңеүҙең 75 йыллығына Тәтешле оҫталары легендар ГАЗ-63 машинаһын тергеҙгән. Бындай  автомобилдәрҙең барлыҡҡа килеү тарихы 1930 йылдарға барып тоташа. Горький автомобилдәр эшләү заводы хеҙмәткәрҙәре бөтә юлдарҙан да үтә алыу ҡеүәтенә эйә йөк машинаһын уйлап таба. Бөйөк Ватан һуғышы...

15 января 2020
Яндекс.Метрика