К 100-летию Мустая Карима - 561786780 | ГТРК «Башкортостан»

Өфөләге заправкаға бурҙар төшкән

Өфөлә өс билдәһеҙ кеше заправкаға төшкән. Был енәйәт эше күҙәтеү видеокамераларына эләккән.

Унан күренеүенсә, ҡара битлек кейгән өс кеше заправка бинаһына килеп инә. Иң тәүҙә ҡарауылсыға пистолет тоҫҡап, иҙәнгә ятырға мәжбүр итәләр. Шул уҡ ваҡытта, ҡалған ике бур һатыусыға яҡынлаша. Иргә ҡорал менән янап, аҡса таптыра башлайҙар. Ҡаршылашҡас, уға бер-нисә тапҡыр һуғып та алалар. Һәм нимәлер тураһында һөйләшә башлайҙар.

Хоҡуҡ һаҡлау органдары хеҙмәткәрҙәре аңлатыуынса, был ваҡытта һатыусы сейфтар бикле, ә унда асҡыс юҡлығын аңлатҡандыр, ти. Бурҙарҙы заправкаға килеп туҡтаған автомобиль ҡурҡыта һәм улар бер нимә лә алмай ҡасып сығып китә. Әле уларҙы полиция эҙләй.

Орфографическая ошибка в тексте:
Чтобы сообщить об ошибке, нажмите кнопку "Отправить сообщение об ошибке". Также вы можете добавить свой комментарий.
Яндекс.Метрика