Өфөнөң Адмирал Макаров урамында урынлашҡан йорттарҙы кем хеҙмәтләндерергә тейеш?

Бында йәшәүселәрҙең ҡайһы берҙәре эштәр барышы менән ҡәнәғәт түгел һәм яңы идаралыҡ компанияһына күсергә теләй. Әммә, төрлө сәбәптәр арҡаһында был килеп сыҡмай. Ғәмәлдәге “Адмирал” торлаҡ хужалары ширҡәтен яҡлаусылар ҙа бар.

 Лифт эшләмәгәс Вера Ткаченкоға көн һайын бер-нисә ҡат йәйәү төшөргә һәм күтәрелергә тура килә. Сөнки, оло ханымға ейәнен балалар баҡсаһына йөрөтөргә, үҙенә лә дарыуханаға, кибеткә сығып килергә кәрәк.  “Адмирал” торлаҡ хужалары ширҡәте 12 өйҙө хеҙмәтләндерә. Башҡа йорттарҙа ла ошондай хәл күҙәтелә. Подьезд ишектәре яҡшылап ябылмай һәм йыйыштырылмай. 

Йорт 1993-сө йылда төҙөлгән. Был лифт бөтөнләй эшләмәй, быныһы көн аша йөрөй. Уныһында ла диуарҙары аҡтарылып бөткән, ә бында ҡалай ҡатылған. Адмирал Макаров урамында йәшәүселәрҙең бер өлөшө хеҙмәтләндереү менән бөтөнләй ҡәнәғәт түгел. Шуға күрә, улар йыйын уҙғарып, икенсе ойошмаға күсеү тураһында килешкән. Йәйгеһен ҡыйыҡтан һыу аға һәм подъезға төшә.

Торлаҡҡа яҡшылап ремонт та эшләнгәне юҡ, тип зарлана урындағы халыҡ. Яңыраҡ бер йорт вәкилдәре “Адмирал” торлаҡ хужалары ширҡәтенән сығып, хеҙмәтләндереү өсөн яңы ойошманы һайлап ҡуйған. Әммә, улар кеүек күсергә һәм яңы үҙгәрештәргә ҡаршы булыусылар ҙа бар. Ахыр сиккә еткән халыҡ көн һайын “Адмирал” торлаҡ хужалары ширҡәте тупһаһын тапай. Әммә, унда һәр ваҡыт вәғәҙәләр менән туйындыралар икән.

Хәбәрселәр килеүен белеп ҡалған етәкселәр нигәлер аралашырға теләмәне. Фатир хужалары Торлаҡ һәм төҙөлөш тармағын күҙәтеү буйынса дәүләт комитетына ла мөрәжәғәт итеп ҡараған. Әммә, август айынан бирле яуап булмаған. Белгестәр әйтеүенсә, Өфөлә һәм башҡа ҡалаларҙа ошондай осраҡтар бихисап. Кешеләр торлаҡты хеҙмәтләндереүсе икенсе ойошмаға күсергә теләй, ләкин, уларға аяҡ салалар.

Бында мутлашыу ваҡиғаларына ла урын бар, тигән фекерҙәр яңғырай. Ә Адмирал Макаров урамындағы торлаҡ хужаларына хәҙер тейешле ведомствонан яуап көтөргә тура килә.

 

Читайте нас в Яндекс.Дзен


һУҢҒЫ ХӘБӘРҘӘР

Башҡортостан еләк-емеш баҡсаһы | ГТРК «Башкортостан»

Башҡортостан еләк-емеш баҡсаһы

“Столыпино” агрокомплексы биләмәһендә Рәсәйҙә иң ҙур еләк баҡсаһы барлыҡҡа килеүе ихтимал. Хужалыҡ илдең алдынғы селекция институттары һәм Рәсәй предприятиелары менән хеҙмәттәшлек тураһында лицензион килешеүҙәр төҙөүгә өлгәшкән. Был турала Республика башлығы Радий Хәбировтың Кушнаренко районына эш...

3 июля 2020
Изгелек бумерангы | ГТРК «Башкортостан»

Изгелек бумерангы

Ғаилә аҙнаһы уңайынан  Башҡортостанда “Изгелек бумерангы” акцияһы иғлан ителә. Республиканың төрлө ҡала райондарында 6 июлдән 31-нә тиклем мохтаж ғаиләләр өсөн бала кәрәк-яраҡтары, кейем-һалым, уйынсыҡ, мебель, коляска, велосипед кеүек алмаш ҡулланышлы әйберҙәр ҡабул ителә. Улар өр-яңы ла,...

3 июля 2020
Такси бушлай | ГТРК «Башкортостан»

Такси бушлай

Өфөлә социаль такси эшләй башланы.  «Deafмобиль» хеҙмәтен физик мөмкинлеге сикләнгән балалар, уларҙы оҙатып йөрөүселәр, беренсе группа инвалидтары айына биш тапҡыр бушлай файҙалана ала. Водителдәр сәғәт иртәнге етенән киске унға тиклем ял һәм тәнәфесһеҙ эшләй. Пассажирға таксиға ултырыр...

3 июля 2020
Смотреть видео Боден күле өҫтөндәге авиафажиғәгә 18 йыл | ГТРК «Башкортостан»

Боден күле өҫтөндәге авиафажиғәгә 18 йыл

2002 йылдың 2-се июленә ҡарай төндә Башҡортостандан Испанияға ялға осҡан балалар самолеты Германия биләмәһендә һәләкәткә осрай. Авиадиспетчер хатаһы арҡаһында Башҡортостан һауа юлдарының ТУ-154М самолеты һәм «Боинг 757» йөк самолеты бәрелешә. Фажиғәлә 71 кеше, шул иҫәптән 52 баланың ғүмере өҙөлә....

3 июля 2020
Смотреть видео Башҡортостанда Рәсәйҙәге тәүге аграр аҙыҡ-түлек кластеры төҙөлә | ГТРК «Башкортостан»

Башҡортостанда Рәсәйҙәге тәүге аграр аҙыҡ-түлек кластеры төҙөлә

Был ҡарар республика хөкүмәтендә Радий Хәбиров онлайн-кәңәшмә тәртибендә үткәргән “Ауыл сәғәтендә”  ҡабул ителде. Беҙ аграр төбәктә йәшәйбеҙ, халыҡҡа Башҡортостанда етештерелгән тауар һатып алыу мөмкинлеге кәрәк, тине республика башлығы. Радий Хәбиров ауыл хужалығы министрлығы менән сауҙа һәм...

3 июля 2020
Смотреть видео Хаҡтар арта | ГТРК «Башкортостан»

Хаҡтар арта

1-се июлдән үҙгәрештәр ғәмәлгә инде. Бигерәк тә ул пенсионерҙар, студенттар, водителдәр, үҙмәшғүллек менән булышҡандар һәм инвалидтарға ҡағыла. Ә иң ҙур ярҙамдарҙың береһен 16 йәшкә тиклемге балаһы булған ғаиләләр көтә. Улар 10 мең һум күләмендә бер тапҡыр бирелә торған түләү ала. Бер бүлмәле...

3 июля 2020
Смотреть видео Үҙгәрештәр хупланды | ГТРК «Башкортостан»

Үҙгәрештәр хупланды

Илдә Конституцияға үҙгәрештәр индереү буйынса тауыш биреүгә яҡынса йомғаҡ яһалды. Рәсәй халҡы Президент Владимир Путин тәҡдим иткән төҙәтмәләргә ыңғай яуап бирҙе. Башҡортостанда ла электораттың 89 процентҡа яҡыны үҙгәрештәрҙе хуплаған. Ил киләсәге ил граждандары ҡулында. Рәсәй Конституцияһына...

3 июля 2020
Мәктәпкә әҙерләнергә ярҙам | ГТРК «Башкортостан»

Мәктәпкә әҙерләнергә ярҙам

Башҡортостанда “Мәктәпкә әҙерләнергә ярҙам ит” хәйриә акцияһы иғлан ителде. Республиканың ғаилә, хеҙмәт һәм халыҡты социаль яҡлау министрлығы был сараны быйыл 10-сы тапҡыр ойоштора. Ғәҙәттә акция 1 июлдән 31 августҡа тиклем дауам итә. Уның маҡсаты – киҫкен хәлдә ҡалған ғаиләләргә балаларын яңы уҡыу...

2 июля 2020
Помидор татлы булһын өсөн  | ГТРК «Башкортостан»

Помидор татлы булһын өсөн

Ҡайһы саҡта помодорҙың уңышы мул, ә емеше тәмһеҙ була. Был күренеш тик сортҡа бәйләнмәгән. Был үҫемлек калий һәм фосфорға мохтаж.  Тәжрибәле баҡсасылар томатҡа татлы тәм бирер өсөн махсус  ашлама ҡуллана. Уның нигеҙендә ... банан ҡабығы. Банан кеше генә түгел, баҡса үҫентеләре өсөн дә бай...

2 июля 2020
«Башҡорт теле йылы» проекты 3 млн һумлыҡ грант алды | ГТРК «Башкортостан»

«Башҡорт теле йылы» проекты 3 млн һумлыҡ грант алды

«Башҡорт теле йылы» проектын тормошҡа ашырыуҙа Башҡортостандың гражданлыҡ йәмғиәтенә булышлыҡ итеү фонды ярҙам итә. Иҫегеҙгә төшөрәбеҙ, проект Башҡортостан Башлығының республикабыҙ халыҡтары телдәрен һаҡлауға һәм үҫтереүгә тәғәйенләнгән грантына лайыҡ булды. Бөгөн Башҡортостандың гражданлыҡ...

2 июля 2020
Яндекс.Метрика