Табиптар һәм дарыуҙар мәсьәләһе йәнә иғтибар үҙәгендә

Радий Хәбиров оператив кәңәшмәлә Туймазы районында эсәр һыу мәсьәләһен хәл итеү бурысын ҡуйҙы. Шәмбе көнө эш сәфәре барышында Ғафур һәм Иҫке Туймазы ауылдарында йәшәүселәр проблема менән республика етәксеһенә мөрәжәғәт иткәйне. Радий Фәрит улы йомаға тиклем яуаплы етәкселәргә мәсьәләне хәл итеү буйынса аныҡ тәҡдимдәр әҙерләргә ҡушты. Табиптар һәм дарыуҙар мәсьәләһе йәнә иғтибар үҙәгендә. Радий Хәбиров эш сәфәрен Октябрьский ҡалаһының 1-се һанлы дауаханаһынан башланы. Республика етәксеһе хеҙмәткәрҙәр һәм пациенттар аралашып, дауалау учреждениеһының торошон үҙ күҙҙәре менән күрҙе. Станционарҙа капиталь ремонт талап ителә, ә үткән быуат урталарында төҙөлгән хирургия корпусын бөтөнләй реконструкцияларға ваҡыт. Ҡаланың 2-се һанлы гимназияһы ла реконструкциялауҙы талап итә. Радий Хәбиров объектты республиканың адреслы инвестиция программаһына индереү мөмкинлеген өйрәнергә ҡушты. Октябрский өсөн көнүҙәк объекттарҙың береһе – Ыҡ йылғаһы аша күпер. Башҡортостан менән Татарстанды тоташтырыусы объект авария хәлендә. Уны төҙөкләндереү ике төбәк өсөн дә мөһим. Кешеләрҙе борсоған мәсьәләләр менән Республика етәксеһе халыҡ менән күҙгә күҙ ҡарап танышты. Ул да булһа транспорт мәсьәләһе, Күп функциялы үҙәктәр эше, эш хаҡының ваҡытында түләнмәүе һәм алданған өлөшсөләр.  Эш сәфәре сиктәрендә Радий Фәрит улы Туймазы районында ла булды. Бында көн үҙәгендә – эсәр һыу мәсьәләһе. Уның сифатына Ғафур һәм Иҫке Туймазы ауылдарында йәшәүселәр зарлана. Бүтән райондарға хас проблемалар бында ла асыҡ сағыла. Дауаханаларҙа табиптар етешмәүе, әйткәндәй ул төбәк кимәлендә әле хәл ителә башланы. Иҫке Собханғолда республика башлығы вазифаһын башҡарыусы Радий Хәбиров балалар баҡсаһы һәм мәктәпте ҡараны. Ике объект та ремонт талап итә. Уларҙы яҡын арала тәртипкә килтереү бурысы ҡуйылды. Туймазылағы социаль объекттар ҙа иғтибарҙан ситтә ҡалманы. Радий Хәбиров 20-се һанлы балалар баҡсаһын һәм ҡалалағы иң оло белем усағын – 1-се һанлы мәктәпте ремонтлауға аҡса бүлергә вәғәҙәләне. Иҫкеләрен төҙөкләндереү менән бер рәттән Туймазыла яңы социаль объекттарҙы ла сафҡа индереү күҙаллана. Яҙға Сулпан-2 микрорайонында балалар баҡсаһы әҙер буласаҡ, ә көҙгә ҡалала балалар поликлиникаһы асылыр тип көтөлә.

Смотрите нас в YouTube


һУҢҒЫ ХӘБӘРҘӘР

Смотреть видео ”Смарт-тау” йәштәр төбәк форумы | ГТРК «Башкортостан»

”Смарт-тау” йәштәр төбәк форумы

Өфөнөң Рима Баталова исемендәге Башҡортостан республикаһы спорт әҙерлеге үҙәгендә “Смарт-тау” йәштәр төбәк форумы уҙҙы. Ул өс көн дауамында барҙы. Социаль йүнәлешле проекттар әҙерләп, уларҙы федераль эксперттарға күрһәтеп, яҙма эштә ниндәй ҙә булһа үҙгәрештәр индереү, оҫталыҡ дәрестәрен тыңлап,...

29 апреля 2021
Смотреть видео Биатлон һәм саңғы ярыштары | ГТРК «Башкортостан»

Биатлон һәм саңғы ярыштары

Республиканың биатлон һәм саңғы ярыштары федерацияһы тренерҙары советы үтте.  “Динамо” спорт комплексында үткән ултырышта саңғы ярышы буйынса йыйылма командаһының яуаплы тренерҙары йыл йомғаҡтарын барланы һәм киләһе йылға пландары менән бүлеште. Төбәктә саңғы спорты менән шөғөлләнеүселәр һаны...

29 апреля 2021
Смотреть видео Еңеү көнөнә Мәскәүгә | ГТРК «Башкортостан»

Еңеү көнөнә Мәскәүгә

Бөйөк Ватан һуғышы ветераны Әбдрәшитов Рәис Рәхим улы 9 май - Еңеү көнөн Мәскәүҙә ҡаршыларға йыйына. Оло йәштә булыуына ҡарамаҫтан, ул Киров районы ветерандары советы ағзаһы, йәш быуынға патриотик тәрбиә бирә. Ғаиләһе менән бергә төшкән берҙән-бер фотоһүрәтте Бөйөк Ватан һуғышы ветераны Рәис...

29 апреля 2021
Смотреть видео Яҙ – баҡсасылар өсөн ҡыҙыу мәл | ГТРК «Башкортостан»

Яҙ – баҡсасылар өсөн ҡыҙыу мәл

 Был ваҡытта төрлө йәрминкә, баҙарҙарҙан үҫентеләр һатып алып тишек шоманға ултырыусылар арта. Нисек алданмаҫҡа? Емеш ағастары, декоратив ҡыуаҡтар, төрлө сәскә-гөлдәр һатып алып улар урына бөтөнләй икенсе әйберҙең үҫеп сығыуына күптәрҙең шаһит булғаны барҙыр. Мутлашыусылар тоҙағына ҡайһы берҙә...

29 апреля 2021
Смотреть видео Экологик хәлде төҙәтеү мәсьәләһенә | ГТРК «Башкортостан»

Экологик хәлде төҙәтеү мәсьәләһенә

Башҡортостан сода компанияһы эшмәкәрлегенең экологик эҙемтәләре яуап сараларын талап итә. Тәбиғәтте фаҙаланыуҙы күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәт етәксеһе ошо хаҡта республикаға эш сәфәре барышында белдерҙе. Светлана Радионова компанияның атмосфераға зарарлы йоғонтоһона контроль станцияһын...

29 апреля 2021
Смотреть видео Башҡорт батырҙары йәнә республикаға еңеү менән ҡайтты | ГТРК «Башкортостан»

Башҡорт батырҙары йәнә республикаға еңеү менән ҡайтты

Хәлил Аҡюлов менән  Юнир Бикбаев Ноябрьск ҡалаһында  Бөтә Рәсәй ММА ярыштарында еңеү яуланы. Башта Ейәнсура егете Хәлил Аҡюлов менән Ноябрьск көрәшсеһе Александр Меланич көс һынашты. Көрәште башынан уҡ Хәлил үҙ ҡулына алып дәғүәсеһен ваҡытынан алда техник  нокаут менән еңде. ...

28 апреля 2021
Смотреть видео Өфө Нур татар дәүләт театры ҡунаҡта | ГТРК «Башкортостан»

Өфө Нур татар дәүләт театры ҡунаҡта

Башҡортостан 24 каналында тематик көндәр дауам итә. Кисә Өфө Нур татар дәүләт театры беҙҙә ҡунаҡта булды. Өфө “Нур” татар дәүләт театры быйыл 30-сы ижад миҙгелен ҡаршылай. 1912 йылда Сәхипямал Ғиззәтуллина- Волжская тарафынан Нур татар труппаһы  булараҡ ойошторолған коллектив граждандар һуғышы...

28 апреля 2021
Смотреть видео Республикала тирә-яҡты таҙартыу буйнса өмәләр үтә | ГТРК «Башкортостан»

Республикала тирә-яҡты таҙартыу буйнса өмәләр үтә

Республика башлығы хакимиәтендә эшләүселәр Салауат Юлаев баҡсаһын, ә Хөкүмәт ағзалары Республика йорто биләмәһен тәртипкә килтерҙе. Кипкән ағас япраҡтары йыйылды, тротуарҙар һеперелде. 

28 апреля 2021
Смотреть видео Тәгәрмәс өҫтөндәге йорт | ГТРК «Башкортостан»

Тәгәрмәс өҫтөндәге йорт

Голландия гражданины бер-нисә ай буйы машинаһында йәшәргә мәжбүр. Сит илдән Башҡортостанға эшкә килгән иргә хеҙмәт хаҡын түләмәгәндәр. “Атом” төҙөлөш ойошмаһынан алданған эшселәр байтаҡ. Али Барави өсөн автомобиль транспорт сараһы ғына түгел, ә йәшәү урыны ла. Бер-нисә ай дауамында Голландия...

28 апреля 2021
Смотреть видео Республикала вакцинация кампанияһы әүҙем бара | ГТРК «Башкортостан»

Республикала вакцинация кампанияһы әүҙем бара

 Әлеге көнгә төбәктә  ковид 19-ға ҡаршы вакцинаның беренсе компонентын 140 меңдән ашыу кеше  эшләткән. 150 меңгә яҡыны иммунизацияны тулыһынса тамамлаған. Республика халҡын бер-бер артлы байрам һәм иҫтәлекле саралар көтә. 3 май  - Мәрхүмдәрҙе иҫкә алыу һәм хөрмәтләү көнө. Был...

28 апреля 2021
Яндекс.Метрика