К 100-летию Мустая Карима - 561786780 | ГТРК «Башкортостан»

Рәсәй телевидениеһы яңы дәүергә күсә

Башҡортостан тулыһынса цифраға күсә. Заман һулышы һәм заман заңы булған “һанлы телевидение” хәҙер республика халҡы өсөн көндәлек күренешкә әйләнәсәк. Беренсе мультиплексҡа ингән каналдар һәм уның иң юғары сифаты. Башҡортостандың телевидение һәм радиоселтәрҙәр каналдары Европаныҡына тиңләшә. Һанлы телевидениеға күсеү тураһында бер-нисә йыл элек белдерелде. Ярты йыл эсендә аналог телевидениеһын хәҙер тап һанлы форматтағы сигналдар алыштырасаҡ. Беренсе мультиплексҡа ингән каналдар араһында Рәсәй 1, Рәсәй культура, Рәсәй 24 телевидение каналы, Вести Фм, Маяҡ, Рәсәй радиоһы ла бар. Ғөмүмән, Башҡортостан дәүләт телевидениеһы һәм радиотапшырыуҙар компанияһы үҙ тамашасыларын һанлы телевидение менән бер-нисә йыл рәттән таныштырып килә. РТРС менән бергә уҙғарылған бихисап акциялар, республика райондарына сәйәхәттәр – быларҙың барыһы ла үҙ һөҙөмтәһен бирмәй ҡалманы. Тап юғары сифат һәм тап һанлы телевидение. Башҡортостандың телетамашасылары һәм радиотыңлаусылары яңы үҙгәрештәр менән яҡшы таныш. Стәрлетамаҡ, Дыуан, Тәтешле, Баймаҡ, Миәкә. Цифрлы десант акцияһы ошо район-ҡалаларҙа ла булды.   Башҡортостанда цифралы сигнал ебәреү өсөн беренсе башня 2016 –сы йылда төҙөлгәйне. Ике йыл эсендә уларҙың дөйөм һаны 216-ға етеп, хәҙер республика халҡының 95,5 проценты цифралы телевидение ҡарай.  Ноябрҙең 19-ы ысын мәғәнәһендә Рәсәй- Башҡортостан каналы өсөн тарихи дата. Тап дүшәмбелә Республиканың барлыҡ район-ҡалалаларында цифралы телевидение күрһәтә башланы. Телеүҙәк  бинаһынан старт бирелгән был ваҡиға Башҡортостан етәкселегенең айырым иғтибарында ине. Парламент рәйесе Константин Толкачев фекеренсә, цифра бөгөн киләсәкте билдәләүсе фактор. Рәсәй телерадиотапшырыуҙар холдингы етәкселеге лә республикалағы һанлы үҙгәрештәргә иң юғары баһа бирә. Һан һәм сифат, цифра менән замана. Бөгөн был төшөнсәләрҙе айырыу мөмкин түгел.  Ил төбәктәренең һанлы телевидениеға күсеүе Рәсәй Хөкүмәтенең айырым күҙәтеүендә. Министрҙар Кабинеты күрһәтмәһенә ярашлы, бөгөн барлыҡ субьекттар етәкселеге ошо үҙгәрештәрҙе ентекле ҡарарға һәм башҡарырға бурыслы. Аналог телевидениеһы хәҙер тарихта  ғына ҡаласаҡ.

Орфографическая ошибка в тексте:
Чтобы сообщить об ошибке, нажмите кнопку "Отправить сообщение об ошибке". Также вы можете добавить свой комментарий.
Яндекс.Метрика