К 100-летию Мустая Карима - 561786780 | ГТРК «Башкортостан»

Бәпкәне көҙ һанайҙар

 Республикала ҡаҙ өмөләре башланды. Ишембай районының Этҡол ауылында улар бигерәк тә күңелле үтә.  Ҡаҙ өмәһе – ҡошто салып таҙартыу ғына түгел, үҙ-ара аралашыу, йәш быуынды эшкә өйрәтеү, үҙеңде күрһәтеү, тәжрибә уртаҡлашыу байрамы ла. Әбүбәкировтар ғаиләһе ҡара таңдан тороп, ҡаҙан аҫҡан. Бөгөн уларҙа “Ҡаҙ өмәһе” байрамы. Өмәгә, ҡатын-ҡыҙҙар советы, “Әхирәттәр” клубы ағзалары, ауылдың уңған, таҫыллы ҡатын-ҡыҙҙары йыйылған. Ҡаҙ өмәһе үҙ-ара аралашыу, күңел асыу, тәжрибә уртаҡлашыу байрамы ла. Уңған хужабикәләр эш барышында йолаға ярашлы, төрлө ырым-юрауҙарҙы ла иҫкә төшөрҙө. Бәләкәй ҡыҙҙар иһә өлкәндәрҙән ҡарап эшкә өйрәнә. Эш башланыу менән ағинәйҙәр йәшлектәге йырын һуҙҙы.  Ҡаҙҙарҙың ҡаурыйы тап-таҙа булыуына һөйөнөшкән өмәселәр уларҙы буласаҡ кәләшкә бағышлап, мендәргә тултыра. Эре ҡауырһындарҙы һыҙырып алынған ҡаҙ мамығы мендәрҙе тағы ла ҡабартып ебәрә.  Өмәселәр эшкәртеп таҙаланған ҡаҙҙарҙы көйәнтәләргә элеп, гармун моңона ҡушылып йырлап, Һәләүек йылғаһына юлланды. Был йоланың иң матур өлөшө.  Урам буйлап уҙыу, йолаларға тоғро ҡалыу, үҙ-ара татыу, дуҫ йәшәүгә ишара. Йолҡолған ҡаҙҙарҙың тос түшкәләрен көйәнтәгә элеп, йылғала сайҡатылды. Ҡаҙҙар һалҡын һыуҙа таҙарып ҡына ҡалмай, бар насарлығы китә һәм оҙаҡ һаҡлана тип иҫәпләй өлкәндәр. Эш бөткәс, хужалар өмәселәргә иң тос, һимеҙ ҡаҙҙы һалып бешерә. Ҡаҙ итенән байрам һыйы әҙерләнә. Ашҡа картуф, кишер, туҡмас, һуған төшөрөлә. Аш бешкән, ҡунаҡтар килергә йыйынған арала өй хужалары ҡаҙ ите бүлә. Әүәлдән ҡош итен етегә бүлгәндәр. Иң тәүге өлөш ҡыҙҙарға бирелә. Ир балаларға ботон һалалар.  Ғөмүмән, ҡаҙ өмәләре ауылдарҙа бик күңелле үтә. Бергәләшеп, бер-береңә ярҙам итеп эшләгәс, күңелле лә, эш тә ырамлы ла.  Тап ошондай матур йолаларҙа, өмәләрҙә апай-еңгәләр йәш быуынды эшкә өйрәтә, ауыр ғына эштәрҙе лә уйын-көлкө менән еңел генә башҡарып ҡуя. Ә кисен инде барыһы ла ашҡа йыйыла. Йыр-бейеү, күңел асыу менән бергә хужаларға муллыҡ, һаулыҡ теләктәре яуа. 

Орфографическая ошибка в тексте:
Чтобы сообщить об ошибке, нажмите кнопку "Отправить сообщение об ошибке". Также вы можете добавить свой комментарий.
Яндекс.Метрика