Цифралы телевидение мөмкинлектәре

Цифралы телевидениеның мөмкинлектәрен Хөкүмәт йортонда барланылар. Республика еткәсеһе Радий Хәбиров Бөтә Рәсәй дәүләт телерадиокомпанияһының директоры урынбаҫары, төбәк департаменты етәксеһе Рифат Сәбитов һәм РТРС-тың генераль директоры Андрей Романченко менән осрашты. Улар төбәктең цифралы эраға күсеүе тураһында һөйләште. Иҫегеҙгә төшөрәбеҙ, кисә Өфөлә рәсми рәүештә телевидение цифралы форматҡа күсте. Хәҙер беҙҙең теле-, радиотапшырыуҙарҙы юғары сифатта ҡарарға һәм тыңларға була.  Шулай уҡ, Рифат Сәбитов Башҡортостандың тәүге президенты Мортаза Рәхимов менән дә осрашты. Мортаза Ғөбәйҙулла улы үҙе етәкләгән хәйриә фондының эшмәкәрлеге менән яҡындан таныштырҙы. Фекер алышыуҙа телевидение тапшырыуҙарын мөмкин тиклем халыҡсан итеү юлдары өйрәнелде.

Подпишитесь на нас в Google Новости