Рәсәй һәм донъя хәбәрҙәре

Швейцарияла – яғыулыҡ етмәй. Йәй һәм көҙ миҙгелдәренең эҫе булыуы арҡаһында Рейн йылғаһында һыу кәмегән. Ә тап ошо һыу артерияһы буйлап илгә дизель яғыулығының 70 проценты  һәм бензиндың  дүрттән бер өлөшө килтерелә ине. Башҡа төр юлдар был дефицитты өлөшләтә генә ҡаплай ала. Әммә властар илдә көрсөк булмаясаҡ һәм хаҡтар ҙа күтәрелмәйәсәк, ти. Сөнки йылғаны һайығайтҡан эҫе һауа торошо яғыулыҡҡа ихтыяжды ла кәметә.

Ҡышҡа яңы ҡанундар менән. Бер ай элек Венгрияла асарбаҡтарға мәҙәни әһәмиәткә эйә урындар эргәһендә йоҡлауҙы тыйған закон ғәмәлгә инде. Шунан бирле приюттарҙа йәшәүселәрҙең һаны ла артҡан. Әммә был яңы ҡанун өсөн түгел, ә көндәрҙең һыуытыуына бәйле , ти рәсми оппоненттар. Дөйөм алғанда, Венгрияла 20 меңдән ашыу кешенең йәшәү урыны юҡ.

Һарыҡтар артынан Белоруссияға. Күҙәтеү камералары бүреләр өйөрөнөң Литва-Белоруссия сиген үткәнен төшөрөп алған. Ә быға тиклем тап ошо урында һигеҙ һарыҡтың бер илдән икенсеһенә күскәне видеоға эләккәйне.

Подпишитесь на нас в Пульс