К 100-летию Мустая Карима - 561786780 | ГТРК «Башкортостан»

Милли проект

Иҡтисадты юғары кимәлгә күтәрер генә түгел, ә яңы етештереү йүнәлештәрен булдырыр өсөн. Башҡортостан предприятиеларҙа етештереү күләмен арттырыу һәм мәшғүллеккә булышлыҡ итеүгә арналған милли проектты бойомға ашырыу буйынса Рәсәйҙә пилот төбәктәре исемлегендә. Ошо уңайҙан хеҙмәт етештереүсәнлеге даирәһендә федераль компетенция үҙәге Өфөлә кәңәшмә ойошторҙо. Проект сиктәрендә илдең 85 төбәгендә урынлашҡан 10 меңдән ашыу предприятие үҙ эшмәкәрлеген етештереү күләмен арттырып яҡшыртыу маҡсатында дәүләт ярҙамына иҫәп тота ала.  Етештереүсәнлекте үҫтереү һөҙөмтәһендә эш урынынан бушатылған хеҙмәткәрҙәргә көнэлгәре яңы һөнәри йүнәлеш бирер өсөн  бюджеттан 187 миллион һум аҡса бүленә. Мәшғүллек хеҙмәтен яңыртыу ҙа күҙаллана. Предприятие өсөн иң отошлоһо – етештереү күләмен арттырыу йәһәтенән федераль эксперттарҙың белешмәһен бушлай файҙаланыу һәм эшмәкәрлектең яңы йүнәлештәрен асып иҡтисади мөмкинлектәрҙе киңәйтеү.

Орфографическая ошибка в тексте:
Чтобы сообщить об ошибке, нажмите кнопку "Отправить сообщение об ошибке". Также вы можете добавить свой комментарий.
Яндекс.Метрика