Ышаныусан пенсионерҙар

Төмән өлкәһендә теркәлгән фирма хеҙмәткәрҙәре Өфөлә пенсионерҙарҙың фатирҙары буйлап йөрөп, йылытыу батареяларына ун мең һумлыҡ махсус ҡоролма ҡуйған. Ә,  ысынында иһә, магазинда уларҙың хаҡы ни бары ике йөҙ һум. Пенсионерҙар үҙ аҡсаларын ҡайтарыу өсөн компания хеҙмәткәрҙәре менән осрашты. Әммә ике яҡ та уртаҡ тел табал алманы. Ике ир һәм ҡатын 80 йәшлек пенсионер Алевтина Родыгинаның фатирына йылытыу батареяһын алыштырыу маҡсаты менән килгән. Үҙҙәрен улар авария хеҙмәте хеҙмәткәрҙәре тип таныта. Фатирҙа бүлмәләр йылы булһын өсөн, батареяларҙы тулыһынса яңыртырға тура киләсәк, тип аңлатҡан сит кешеләр. Йылылыҡ ебәргән батареяларҙы, ысынлап та, һүндерерҙәр тип ҡурҡҡан Алевтина Родыгина махсус ҡоролмалар өсөн ун меңгә яҡын аҡсаһын шунда уҡ ҡулдарына тоттора. Әйткәндәй, хеҙмәткәрҙәр был йортта йәшәүсе йәнә бер нисә пенсионерҙарға ингән.  Батареяларҙы алыштырырға бурыслыһығыҙ, тип ҡурҡытҡан хеҙмәткәрҙәр ололарға, йәнәһе лә, 43 процент ташлама ла яһаған. Сит кешеләргә нисек тиҙ ышанып барыуын һәм урында уҡ унышар мең һум аҡсаны биреүҙәрен бер кем дә аңлата алманы. Тиҙ ышанып барған пенсионерҙар менән хеҙмәткәрҙәр килешеү төҙөп уларҙан ҡултамға алған. Ойошма хеҙмәткәрҙәре ҡуйған махсус ҡоролма 17 мең һум тора. Әммә Өфөләге магазиндарға уларҙың хаҡы ни бары 120 һумдан башлана. Шул уҡ көндә пенсионерҙар  килешеүҙе өҙөп, аҡсаны кирегә ҡайтарыу теләге менән хеҙмәткәрҙәрҙең эш урынына ла бара. Әммә  тыныс һөйләшеү урынына тик ғауға ғына килеп сыҡты. Фирмала юрист булып эшләүсе Руслан Замалетдинов беҙ бары тик үҙ эшебеҙҙе башҡарабыҙ, тип аңлатты. Ә тәҡдим ителгән ҡоролмаларҙы иһә теләгән кеше генә һатып ала.  Фирма Төмән өлкәһендә теркәлгән.  Әйткәндәй, быйыл ошо уҡ компаниянан зыян күреүсе ҡатындың судлашыуы ла билдәле. Тик килешеүгә үҙе ҡултамға ҡуйыусы ҡатын судты бер нисек тә еңә алмаған. Фатир буйлап ниндәй ҙә булһа ҡоролма тәҡдим итеп йөрөгән сит кешеләрҙең килешеүҙәренә ҡултамға ҡуймаҫҡа кәңәш итә белгестәр. Күп ҡатлы йортта ремонт үткәреләсәген иҫбатлау өсөн дә кәрәкле телефон номерын ғына белергә кәрәк. Аҡсаларын кире ҡайтарырға теләүсе ғаиләләр полиция хеҙмәткәрҙәренә һәм прокуратураға ғариза яҙған. Уларға хәҙер үҙ аҡсаларын кирегә ҡайтара алыуҙарына ышанырға ғына ҡала.

Читайте нас в Яндекс.Новостях


һУҢҒЫ ХӘБӘРҘӘР

Башҡортостан еләк-емеш баҡсаһы | ГТРК «Башкортостан»

Башҡортостан еләк-емеш баҡсаһы

“Столыпино” агрокомплексы биләмәһендә Рәсәйҙә иң ҙур еләк баҡсаһы барлыҡҡа килеүе ихтимал. Хужалыҡ илдең алдынғы селекция институттары һәм Рәсәй предприятиелары менән хеҙмәттәшлек тураһында лицензион килешеүҙәр төҙөүгә өлгәшкән. Был турала Республика башлығы Радий Хәбировтың Кушнаренко районына эш...

3 июля 2020
Изгелек бумерангы | ГТРК «Башкортостан»

Изгелек бумерангы

Ғаилә аҙнаһы уңайынан  Башҡортостанда “Изгелек бумерангы” акцияһы иғлан ителә. Республиканың төрлө ҡала райондарында 6 июлдән 31-нә тиклем мохтаж ғаиләләр өсөн бала кәрәк-яраҡтары, кейем-һалым, уйынсыҡ, мебель, коляска, велосипед кеүек алмаш ҡулланышлы әйберҙәр ҡабул ителә. Улар өр-яңы ла,...

3 июля 2020
Такси бушлай | ГТРК «Башкортостан»

Такси бушлай

Өфөлә социаль такси эшләй башланы.  «Deafмобиль» хеҙмәтен физик мөмкинлеге сикләнгән балалар, уларҙы оҙатып йөрөүселәр, беренсе группа инвалидтары айына биш тапҡыр бушлай файҙалана ала. Водителдәр сәғәт иртәнге етенән киске унға тиклем ял һәм тәнәфесһеҙ эшләй. Пассажирға таксиға ултырыр...

3 июля 2020
Смотреть видео Боден күле өҫтөндәге авиафажиғәгә 18 йыл | ГТРК «Башкортостан»

Боден күле өҫтөндәге авиафажиғәгә 18 йыл

2002 йылдың 2-се июленә ҡарай төндә Башҡортостандан Испанияға ялға осҡан балалар самолеты Германия биләмәһендә һәләкәткә осрай. Авиадиспетчер хатаһы арҡаһында Башҡортостан һауа юлдарының ТУ-154М самолеты һәм «Боинг 757» йөк самолеты бәрелешә. Фажиғәлә 71 кеше, шул иҫәптән 52 баланың ғүмере өҙөлә....

3 июля 2020
Смотреть видео Башҡортостанда Рәсәйҙәге тәүге аграр аҙыҡ-түлек кластеры төҙөлә | ГТРК «Башкортостан»

Башҡортостанда Рәсәйҙәге тәүге аграр аҙыҡ-түлек кластеры төҙөлә

Был ҡарар республика хөкүмәтендә Радий Хәбиров онлайн-кәңәшмә тәртибендә үткәргән “Ауыл сәғәтендә”  ҡабул ителде. Беҙ аграр төбәктә йәшәйбеҙ, халыҡҡа Башҡортостанда етештерелгән тауар һатып алыу мөмкинлеге кәрәк, тине республика башлығы. Радий Хәбиров ауыл хужалығы министрлығы менән сауҙа һәм...

3 июля 2020
Смотреть видео Хаҡтар арта | ГТРК «Башкортостан»

Хаҡтар арта

1-се июлдән үҙгәрештәр ғәмәлгә инде. Бигерәк тә ул пенсионерҙар, студенттар, водителдәр, үҙмәшғүллек менән булышҡандар һәм инвалидтарға ҡағыла. Ә иң ҙур ярҙамдарҙың береһен 16 йәшкә тиклемге балаһы булған ғаиләләр көтә. Улар 10 мең һум күләмендә бер тапҡыр бирелә торған түләү ала. Бер бүлмәле...

3 июля 2020
Смотреть видео Үҙгәрештәр хупланды | ГТРК «Башкортостан»

Үҙгәрештәр хупланды

Илдә Конституцияға үҙгәрештәр индереү буйынса тауыш биреүгә яҡынса йомғаҡ яһалды. Рәсәй халҡы Президент Владимир Путин тәҡдим иткән төҙәтмәләргә ыңғай яуап бирҙе. Башҡортостанда ла электораттың 89 процентҡа яҡыны үҙгәрештәрҙе хуплаған. Ил киләсәге ил граждандары ҡулында. Рәсәй Конституцияһына...

3 июля 2020
Мәктәпкә әҙерләнергә ярҙам | ГТРК «Башкортостан»

Мәктәпкә әҙерләнергә ярҙам

Башҡортостанда “Мәктәпкә әҙерләнергә ярҙам ит” хәйриә акцияһы иғлан ителде. Республиканың ғаилә, хеҙмәт һәм халыҡты социаль яҡлау министрлығы был сараны быйыл 10-сы тапҡыр ойоштора. Ғәҙәттә акция 1 июлдән 31 августҡа тиклем дауам итә. Уның маҡсаты – киҫкен хәлдә ҡалған ғаиләләргә балаларын яңы уҡыу...

2 июля 2020
Помидор татлы булһын өсөн  | ГТРК «Башкортостан»

Помидор татлы булһын өсөн

Ҡайһы саҡта помодорҙың уңышы мул, ә емеше тәмһеҙ була. Был күренеш тик сортҡа бәйләнмәгән. Был үҫемлек калий һәм фосфорға мохтаж.  Тәжрибәле баҡсасылар томатҡа татлы тәм бирер өсөн махсус  ашлама ҡуллана. Уның нигеҙендә ... банан ҡабығы. Банан кеше генә түгел, баҡса үҫентеләре өсөн дә бай...

2 июля 2020
«Башҡорт теле йылы» проекты 3 млн һумлыҡ грант алды | ГТРК «Башкортостан»

«Башҡорт теле йылы» проекты 3 млн һумлыҡ грант алды

«Башҡорт теле йылы» проектын тормошҡа ашырыуҙа Башҡортостандың гражданлыҡ йәмғиәтенә булышлыҡ итеү фонды ярҙам итә. Иҫегеҙгә төшөрәбеҙ, проект Башҡортостан Башлығының республикабыҙ халыҡтары телдәрен һаҡлауға һәм үҫтереүгә тәғәйенләнгән грантына лайыҡ булды. Бөгөн Башҡортостандың гражданлыҡ...

2 июля 2020
Яндекс.Метрика