К 100-летию Мустая Карима - 561786780 | ГТРК «Башкортостан»

Рәсәй һәм донъя хәбәрҙәре

Испанияла Барселона ҡалаһынан алыҫ түгел поезд рельстарынан төшөп киткән. Авария һөҙөмтәһендә бер кеше һәләк булған, 40-тан ашыуы төрлө йәрәхәттәр алған. Фажиғәнең сәбәбе — ер ишелеүҙә булыуы ихтимал, ти белгестәр.

Гватемалела Фуэго вулканы урғыла. Ғәҙәттән тыш хәлдәрҙе бөтөрөү буйынса хөкүмәт агенствоһы хәбәр итеүенсә,  4 меңгә яҡын кеше эвакуациялаған.  Улар ваҡытлыса лагерҙарҙа урынлаштырылған. Әйтергә кәрәк, 2018 йылдың башынан алып был вулкан бишенсегә уяна. Июндә иң көслөһө 200-ҙән ашыу кешенең ғүмерен өҙгәйне.

Сәғүд Ғәрәбстанында бер туҡтауһыҙ ҡойма ямғырҙар яуа. Тәбиғәт ғәрәсәте ҡорбандарының һаны тиҫтәләп иҫәпләнә. Сүллектәге дөйәләр ҙә зыян күрә. Видеонан күренеүенсә, каруан һыу баҫҡан ерҙән ҙур ауырлыҡтар менән үтеп бара.

Йыһанда юбилей. Халыҡ-ара Йыһан станцияһына 20 йыл тулды. 1998 йылдың 20 ноябрендә Байконур космодромынан был станцияның беренсе модуле менән ракета осоролған. Ике тиҫтә йыл эсендә МКС ерҙең иң ҙур яһалма юлдашы һәм иң мөһим халыҡ-ара йыһан проекттарының береһенә әйләнде.

Ә Шанхайҙа донъялағы тәүге ер аҫты отелен төҙөгәндәр. Ул ташландыҡ карьерҙа урынлашған. Майҙаны 61 мең квадрат метр, тәрәнлеге 88 метр.  18 ҡатлы бинаның аҫҡы ике ҡаты һыу эсендә ултыра. Уның тәҙрәләренән ҙур аквариумға сыға. 12 йыл буйына 150 миллион долларға төҙөлгән үҙенсәлекле отель бөгөн асыла.

Орфографическая ошибка в тексте:
Чтобы сообщить об ошибке, нажмите кнопку "Отправить сообщение об ошибке". Также вы можете добавить свой комментарий.
Яндекс.Метрика