К 100-летию Мустая Карима - 561786780 | ГТРК «Башкортостан»

Батыр йөрәкле ҡыҙ

Архангель районында өсөнсө синыфта уҡыусы ҡыҙ әхирәтен һыуҙан ҡотҡарып сығарған. Балалар яҡшылап боҙҙа уйнап йөрөгәндә, ул ярылып ҡыҙҙарҙың береһе бата башлай. Әхирәте юғалып ҡалмайынса уны тартып сығара. Зарема Абдурахмонова әхирәте менән булған хәлдең эҙемтәләрен әле лә күҙ алдына килтерә алмай. Мәктәптән ҡайтып килгән ваҡытта ҡыҙҙарҙың береһе туңып бөтмәгән йылғала боҙҙо тикшереп ҡарарға була. һөҙөмтәлә ул биленән һыуға бата.  9 йәшлек ҡыҙ ололар ярҙамын көтөп тормайынса, әхирәтен шунда уҡ йортона оҙатып ҡуя. Хәҙер нығынмаған боҙҙа уйнау ҡурҡыныс икәнен ул яҡшы аңлай. Өйҙә ул тиҫтерҙәренән бер нимәһе менән дә айырылмай, һүрәт төшөрөргә, бешеренергә ярата. Ижади конкурстарҙан еңеүһеҙ ҡайтмай. Ҡумыҙҙа уйнарға ла ваҡыт таба. Ҙурайғас ҡыйыу ҡыҙ блогер булырға хыяллана. Әсәһе Әлфиә уның уңыштарына һөйөнә һәм тәрбиә серҙәре менән бүлешә. Әйткәндәй, Зарема бала саҡтан тиҫтерҙәре араһында ҡыйыулығы һәм изге күңелле булыуым менән айырылып тора ти туғандары. Урамда эт, бесәй балаһы күрһә мотлаҡ өйгә алып ҡайта. Ихаталағы йорт ҡуяндарын да үҙе генә тәрбиәләй. Әйткәндәй, ҡыҙҙың холоҡ-фиғеле үҙе һайлаған йүнәлештә лә бик кәрәкле. Зарема Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығының махсус кадет класында белем ала. Ҡотҡарыусылар әле йәш коллегаһын дәүләт наградаһына тәҡдим итергә ниәтләй.

Орфографическая ошибка в тексте:
Чтобы сообщить об ошибке, нажмите кнопку "Отправить сообщение об ошибке". Также вы можете добавить свой комментарий.
Яндекс.Метрика