Бының турала ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығы иҫкәртә. Синоптиктар мәғлүмәттәре буйынса, республикала урыны менән секундына 20 метрға еткән көслө ел фаразлана. Юлдарҙа боҙлауыҡ, ҡар-ҡатыш ямғыр яуыуы көтөлә. Шуға ла водителдәргә тиҙлек режимын үтәү, йәйәүлеләргә лә иғтибарлыраҡ булыу хәйерле.
21 ноября 2018 — 15:43