Алтын бишек - 1743933243 | ГТРК «Башкортостан»

Республикала һауа торошо йәнә ҡатмарлаша

Был турала ғәҙҙәттән тыш хәлдәр идаралығы иҫкәртә. Кисә үк республиканың күп өлөшөндә күпләп ҡар яуғайны. Ҡар яуауыу сәбәпле төннә юлда күреү мөмкинлеге ныҡ ҡатмарлашты. Махсус техника тәүлек әйләнәһенә юлдарҙы таҙарта. Башкиравтодор йәмғиәте хәбәр итеүенсә, әле юлдарҙа хәл нормәлләшкән. Диспетчер хеҙмәте мәғлүмәттәренән күренеүенсә, беген иртән Республика юлдарында 167 берәмек техника эшләгән. Автомобилдәр хәрәкәте ғәҙәттәгесә хәлдә. Федераль трассаларҙа ла тығындар юҡ, юлдарҙы хеҙмәтләндереү штатҡа ярашлы башҡарыла.Өфөлә иһә төннә урамдарға 350 берәмек техника һәм идарасы компаниялар һәм коммуналь хеҙмәттәрҙән 2 меңдән ашыу кеше йәлеп ителгән.

 

Хәбәрҙәр

Смотреть видео Башҡортостанда “Айыҡ ауыл” конкурсына ғаризалар ҡабул итеү тамамлана | ГТРК «Башкортостан»

Башҡортостанда “Айыҡ ауыл” конкурсына ғаризалар ҡабул итеү тамамлана

15 июлдән проекттың тәүге өлөшө, 1 сентябрҙән икенсе өлөшө башлана. Ойоштороусылар хәбәр итеүенсә, конкурсҡа ноябрҙә йомғаҡ яһау ҡарала. “Айыҡ ауыл” конкурсы райондарҙың ауыл биләмәләре араһында үткәрелә. Проектта айыҡ тормошто пропагандалаған чиновниктар, хәбәрселәр сәхнә йондоҙҙары ҡатнаша....

12 июля 2019
Смотреть видео Уҡырға ҡайҙа барырға? | ГТРК «Башкортостан»

Уҡырға ҡайҙа барырға?

110 йыллыҡ эшмәкәрлек тарихы, 29 мең студент, республиканың беренсе юғары уҡыу йорто. Башҡорт Дәүләт университетында Берҙәм Дәүләт Имтиханын 100 балға тапшырған абитуриенттар менән осрашыу үтте.  Быйыл республикала бындай юғары баһаға өлгәшкән уҡыусылар һаны былтырғынан күпкә артыҡ. Башҡорт...

12 июля 2019
Смотреть видео Башҡортостанда бал ҡорттары ҡырыла | ГТРК «Башкортостан»

Башҡортостанда бал ҡорттары ҡырыла

Миәкә районында бер нисә умартасының бал ҡорттары ҡырылып бөткән. Фермерҙарҙың эргә-тирәләге яланды махсус пестицидтар менән эшкәртеүе ҡорттарҙың үлеменә сәбәпсе, ти йүнселдәр. Ауыл хужалығы министрлығында әле тикшереү эштәре бара. Ҡырылып бөткән бал ҡорттарын ялан буйлап йыйып бөтөп булмаясаҡ, тип...

12 июля 2019
Смотреть видео Өфө циркы Рәсәй кимәлендә юғары баһаға лайыҡ буласаҡ | ГТРК «Башкортостан»

Өфө циркы Рәсәй кимәлендә юғары баһаға лайыҡ буласаҡ

Республика халҡының яратҡан ял итеү урынын тиҙҙән яңыртып ҡороу эштәре башлана. Республика башлығы вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы Радий Хәбировтың Рәсәй цирк компанияһы етәкселеге менән эшлекле осрашыуында  ошо хаҡта һүҙ барҙы. Башҡортостан хөкүмәте цирк бинаһы һәм ярҙамсы ҡорамалар...

12 июля 2019
Смотреть видео Фатир ямғырҙан зыян күргән: кем ғәйепле? | ГТРК «Башкортостан»

Фатир ямғырҙан зыян күргән: кем ғәйепле?

Шаҡша биҫтәһендәге күп ҡатлы йорттарҙың береһендә капиталь төҙөкөләндереү эштәре барышында бер нисә фатир ямғырҙан зыян күргән. Йортта йәшәүселәр бындай хилафлыҡ төбәк операторының эште контролдә тотмауы арҡаһында барлыҡҡа килә, тип иҫәпләй. Оҙаҡ көтөп алған капиталь ремонт ҡатмарлы булып сыға....

12 июля 2019
Смотреть видео Башҡортостанда  юл фажиғәләрен кәметеү өсөн ниҙәр эшләргә? | ГТРК «Башкортостан»

Башҡортостанда юл фажиғәләрен кәметеү өсөн ниҙәр эшләргә?

Ошо һорау менән Республика етәксеһе Радий Хәбиров юлға, юл хәрәкәтенә һәм хәүефһеҙлегенә ҡағылышлы ведомство етәкселәрен кәңәшмәгә йыйҙы. Унда шулай уҡ авария хәлендәге юл участкалары йыш теркәлгән ҡала- район башлыҡтары ла саҡырылды. Әлегә 2018 йылдың тәүге ярты йыллығы менән сағыштырғанда быйыл...

12 июля 2019
Смотреть видео  Башҡортостанда 250 мең литр күләмендә ялған иҫерткес эсемлек һатыуҙан алынған | ГТРК «Башкортостан»

Башҡортостанда 250 мең литр күләмендә ялған иҫерткес эсемлек һатыуҙан алынған

Башҡортостанда йылдың беренсе сирегендә 250 мең литр күләмендә ялған иҫерткес эсемлектәр һатыуҙан тартып алынған. Был һан үткән йылдың дөйөм күрһәткесенә тигеҙ. Республика етәксеһенең Рәсәйҙә иҫерткес эсемлектәр әйләнешен көйләү ойошмаһы етәкселәре менән осрашыуҙа төбәктә алкоголь продукцияһын...

12 июля 2019
Смотреть видео Билдәһеҙ осоусы объектты кеҫә телефонына төшөрөп алғандар | ГТРК «Башкортостан»

Билдәһеҙ осоусы объектты кеҫә телефонына төшөрөп алғандар

Видео сифаты, әлбиттә, бик насар. Әммә унда ҡанатлы фәрештәнең ергә төшөп килгәнен шәйләргә мөмкин. Интернет селтәрендә күптәр шик белдерә. Видео авторы, иһә, билдәһеҙ заттың  Нибиру планетаһынан килеүен раҫларға тырыша.

11 июля 2019
Смотреть видео Былау байрамы | ГТРК «Башкортостан»

Былау байрамы

Ғафури районынында иң тәмле былау бешереүесене билдәләнеләр. онкурстың еңеүсеһе итеп Артур Сәмиғуллин билдәләнде. Күңел йылыһын һалып бешергән ризыҡтан байрамда ҡатнашыусы Табын ауылының социаль приюты тәрбиәләнеүселәре лә ауыҙ итте. Балалар өсөн ойоштороусылар ҡыҙыҡлы, бай йөкмәткеле программа...

11 июля 2019
Смотреть видео Өфөлә ғашиҡтарҙы йыртҡыстарса яндырып үлтергән иргә хөкөм ҡарары сығарылды | ГТРК «Башкортостан»

Өфөлә ғашиҡтарҙы йыртҡыстарса яндырып үлтергән иргә хөкөм ҡарары сығарылды

Константин Вавилов 17 йылға ҡаты режимлы төрмәгә оҙатылды. Хоҡуҡ һаҡсылары енәйәтсенең нисек алдарға маташыуын һәм хөкөмдән ҡасырға тырышыуын да асыҡлаған. Сөнки, үлер алдынан ҡыҙ барыһын да һөйләп бирә. Ике кеше ғүмерен ҡыйған был кешегә тиҙҙән хөкөм ҡарары сығарыласаҡ. Константин Вавилов үҙен бер...

11 июля 2019
Смотреть видео Рәсәй һәм донъя хәбәрҙәре | ГТРК «Башкортостан»

Рәсәй һәм донъя хәбәрҙәре

Рәсәй президенты БАМ-ды төҙөүгә 45 йыл тулыу уңайынан магистралде төҙөүселәргә мөрәжәғәт итте. Владимир Путин Байкал-Амур магистрален бөтә халыҡ проекты тип атаны. Әрмәнстанда ер шарындағы берҙән-бер радиооптик телескопты тергеҙергә уйлайҙар. Һауаны ике диапозонда ҡарау мөмкинлеген биргән был...

11 июля 2019
Смотреть видео Балалар - балаларға | ГТРК «Башкортостан»

Балалар - балаларға

Владимир Спиваков фондының  мәрхәмәтлек проекты менән йәш музыканттар Өфөнөң 17-се дауаханаһындағы тиҫтерҙәре алдында сығыш яһаны. Аяҡ-ҡулдарын йәрәхәтләп, йәйге ялдарҙан мәхрүм ҡалған ҡыҙ һәм малайҙар өсөн улар төрлө музыка ҡоралдарында классик, халыҡ көйҙәрен башҡарҙы, йырҙар йырланы....

11 июля 2019
Смотреть видео Хаталанырға хоҡуғы бар | ГТРК «Башкортостан»

Хаталанырға хоҡуғы бар

Өфө дәүләт нефть техник университеты студенттары хәүефле һөнәр эйәләре өсөн виртуаль тренажерҙар эшләй. Хәҙер белгестәр уйын формаһында оҫталыҡ тупларға һәм яңы алымдарға өйрәнә ала. Руслан Миһранов комьютер алдында ғына ултырһа ла, уйҙары менән нефть ятҡылығында йөрөй. Уға һауа өлгөһөн алып,...

11 июля 2019
Смотреть видео Халыҡ-ара балалар уйындарына 1200 спортсы килде | ГТРК «Башкортостан»

Халыҡ-ара балалар уйындарына 1200 спортсы килде

Өфө-Арена майҙанында командалар менән танышыу тантанаһы уҙҙы. Сара концерт номерҙары менән үрелеп барҙы. Йәш спортсыларҙың кәйефе нисек? Улар ҙур ярышҡа әҙерме? Һәр бер команда ҡулында үҙ иленең флагы. Халыҡ-ара Олимпия Комитеты булышлығында 53-сө Халыҡ-ара балалар уйындары сараһында ҡатнашыусы...

11 июля 2019
Смотреть видео Өфөлә 53-сө халыҡ-ара балалар уйындары башланды | ГТРК «Башкортостан»

Өфөлә 53-сө халыҡ-ара балалар уйындары башланды

 Республика етәксеһе Радий Хәбиров Өфөгә килгән олимпия уйындары чемпиондары менән Затон биҫтәһендә яңы сафҡа индерелгән спортсылар әҙерләү үҙәген асыу тантанаһында ҡатнашты. Ҡунаҡтар араһында Рәсәйҙең спорт министры урынбаҫары Сергей Косилов, 5 тапҡыр олимпия уйындары чемпионы, Рәсәйҙең...

11 июля 2019
Смотреть видео Ике йылдан БашӨфөлә кардиология диспансерының яңы корпусына нигеҙ ташы һалынды | ГТРК «Башкортостан»

Ике йылдан БашӨфөлә кардиология диспансерының яңы корпусына нигеҙ ташы һалынды

Ике йылдан Башҡортостан кардиологтары ҡатмарлы операцияларҙы заманса шарттарҙа яһай башлаясаҡ. Республика кардиология диспансерының яңы бинаһына нигеҙ ташы һалынды. Ике йыл эсендә бында заман талаптарына яуап биргән майҙандар файҙаланыуға тапшырылыр, тип көтөлә. Табиптарҙың төп маҡсаты яңы урындар...

11 июля 2019
Смотреть видео Республикала ғаилә, мөхәббәт һәм тоғролоҡ үҙәге барлыҡҡа килде | ГТРК «Башкортостан»

Республикала ғаилә, мөхәббәт һәм тоғролоҡ үҙәге барлыҡҡа килде

Бөрө ҡалаһы йыл да июлдең һигеҙендә ғашиҡтарҙы үҙенең күркәм Сиркәү майҙанына саҡыра. Ғаилә, мөхәббәт һәм тоғролоҡ көнө менән ҡотлап сувенир, шоколад, открытка кеүек бүләк биреү ғәҙәте юҡ. Был датаның төп йолаһы – көндө ғаиләң, яратҡан кешеләрең менән бергә үткәреү. Бүләктең иң ҡәҙерлеһе – ромашка...

10 июля 2019
Смотреть видео Әр-рәхим мәсете төҙөлөшө тергеҙелә | ГТРК «Башкортостан»

Әр-рәхим мәсете төҙөлөшө тергеҙелә

Башҡортостан етәкселеге яңы инвестор менән Өфөлә Әр-рәхим мәсете төҙөлөшөн дауам итеү тураһында һөйләшеп килеште. Был турала республика етәксеһе Радий Хәбиров белдерҙе. Иман йорто төҙөлөшөнә 100 миллион һумлыҡ инвестиция йәлеп ителә. Башҡа ҙур кампаниялар менән төҙөлөшкә ҡушылыу тураһында...

10 июля 2019
Смотреть видео “Башҡорт ихаталары” проектына 1 миллиард 700 миллион һум аҡса бүленә | ГТРК «Башкортостан»

“Башҡорт ихаталары” проектына 1 миллиард 700 миллион һум аҡса бүленә

“Башҡорт ихаталары” проектын тормошҡа ашырыуға төбәк ҡаҙнаһынан быйыл 1 миллиард 700 миллион һум аҡса бүленә. Граждандар ихаталарҙың ниндәй ҡағиҙә буйынса һайлап алыныуын белмәй. Шуға ла торлаҡ-коммуналь хужалыҡ министрлығы айырым белешмә әҙерләйәсәк. Республика етәксеһе Радий Хәбиров әйтеүенсә,...

10 июля 2019
Смотреть видео Парламент эшмәкәрлегенә йомғаҡ яһалды | ГТРК «Башкортостан»

Парламент эшмәкәрлегенә йомғаҡ яһалды

Башҡортостан депутаттары яҙғы сессия ваҡытында 90-дан ашыу закон ҡабул иткән. Бынан тыш, 3 ултырыш, 13 түңәрәк өҫтәл ойошторолған һәм төрлө министрлыҡ-ведомстволар етәкселәренең 30-ҙан ашыу доклады тыңланған. Ошо турала Дәүләт Йыйылышы-Ҡоролтайҙың эшмәкәрлегенә арналған матбуғат конференцияһында...

10 июля 2019
Смотреть видео Иғтибар үҙәгендә Стәрлетамаҡ ҡалаһы үҫеше | ГТРК «Башкортостан»

Иғтибар үҙәгендә Стәрлетамаҡ ҡалаһы үҫеше

Стәрлетамаҡта алданған өлөшсөләрҙең бер төркөмө 1 октябрҙә яңы фатирҙарының асҡысын аласаҡ. Республика еткәсеһе Радий Хәбиров 4 йыл буйына һуҙылған ошо мәсьәләне хәл итеү юлын күрһәтте. Стәрлетамаҡҡа эш сәфәре барышында төбәк етәксеһе ҡаланың социаль-иҡтисади хәле менән дә танышты. Октябрҙең...

10 июля 2019
Смотреть видео  Йәш татар рассамдары Башҡортостанда | ГТРК «Башкортостан»

Йәш татар рассамдары Башҡортостанда

Ике ай элек Өфөлә Татарстан мәҙәниәте көндәре сиктәрендә ике туғандаш республиканың мәҙәниәт министрлыҡтары уҡыу йорттары араһында хеҙмәттәшлек ептәре булдырырыға килешкәйне. Ошо көндәрҙә Өфө дәүләт сәнғәт институты тәүге ҡунаҡтарҙы ҡаршыланы. Яр Саллы дәүләт педагогия университетының дизайн һәм...

9 июля 2019
Смотреть видео Башҡортостанда иң яҡшы студент һәм мәктәп театрын билдәләнеләр | ГТРК «Башкортостан»

Башҡортостанда иң яҡшы студент һәм мәктәп театрын билдәләнеләр

Баш федераль инспектор «Волга буйы театрҙары» конкурсының төбәк этабы призерҙары менән осрашты.  Межгорье ҡалаһынан “Пауза”төркөмө мәктәп театрҙары араһында беренсе булһа, иң яҡшы студент театры исеменә Башҡорт Дәүләт педагогия университетының “Ҡорос” театры лайыҡ тип табылды. Михаил...

9 июля 2019
Смотреть видео Һамарҙа “Йыйын-2019” башҡорт милли байрамы үтте | ГТРК «Башкортостан»

Һамарҙа “Йыйын-2019” башҡорт милли байрамы үтте

Сара 15-се тапҡыр уҙғарыла. Был юлы ул Башҡортостан республикаһы ойошторолоуының 100 йыллығына арналды. Струков паркында урындағы халыҡ өсөн тирмәләр, төрлө күргәҙмәләр эшләне. Килгән һәр кем башҡорт халҡының тарихы, уның көнкүреше менән таныша, аш-һыуын тәмләп ҡарай алды.  Шулай уҡ ҡунаҡтар...

9 июля 2019
Смотреть видео Ағиҙел йылғаһы ярының тағы ла бер өлөшө сафҡа индерелде | ГТРК «Башкортостан»

Ағиҙел йылғаһы ярының тағы ла бер өлөшө сафҡа индерелде

Ярҙы йәшелләндереү маҡсатында сит илдән килтерелгән ағастар ултыртылды. Яҡтыртҡыстар, ағастар, туҡталыштар. Ағиҙел йылғаһы яры танымаҫлыҡ булып үҙгәрә. Бындағы инфраструктура, тәү сиратта, ял итеүселәр өсөн уңайлы булырға тейеш. “Юность” бассейы яғынан Салауат Юлаев һәйкәленә табан тротуар...

9 июля 2019
Смотреть видео Өфөлә “Авто-шылтыратыу” системаһы эшләй башланы | ГТРК «Башкортостан»

Өфөлә “Авто-шылтыратыу” системаһы эшләй башланы

Баш ҡала урамдарындағы туҡталыш, бағанаға рөхсәтһеҙ йәбештергән реклама хужаларына робот иртәнге сәғәт туғыҙҙан киске алтыға тиклем бер туҡтауһыҙ шылтыратасаҡ. Телефон номерҙарының барыһы ла базаға теркәлеп бара. Инспекторҙар көн дә Өфө райондары буйлап рейдҡа сыға. “Авто-шылтыратыу” системаһындағы...

9 июля 2019
Смотреть видео Иң яҡты урам | ГТРК «Башкортостан»

Иң яҡты урам

Башҡортостанда быйыл урамдарға энергия һаҡлаусы 23 мең лампа ҡуйыласаҡ. Өфөлә Степан Злобин урамында йорттар төҙөлгән осорҙан алып яҡтыртыу бағаналары урынлаштырлмаған. Беҙҙең телеканалда сыҡҡан сюжеттан һуң ҡала хакимиәте мәсъәләне хәл итте. Ниһәйәт,  Степан Злобин урамында ла фонарҙар...

9 июля 2019
Смотреть видео Балаларҙың аттестатһыҙ ҡалыуында кем ғәйепле? | ГТРК «Башкортостан»

Балаларҙың аттестатһыҙ ҡалыуында кем ғәйепле?

Балтаc районында ғәҙәттән тыш хәл. Бында Берҙәм дәүләт имтиханы һөҙөмтәләрен фальсификациялау сәбәпле 16 бала аттестатһыҙ тороп ҡалды. Республика етәксеһе ғәйеплеләрҙе табып тейешле саралар күрергә ҡушты. Был хаҡта  Радий Фәрит улы хөкүмәттә үткән оператив кәңәшмәлә хәбәр итте. “Башҡорт...

9 июля 2019
Смотреть видео Сәхнә йондоҙо булғың килһә... | ГТРК «Башкортостан»

Сәхнә йондоҙо булғың килһә...

9-сы классты тамамлап, ҡулдарына  аттестат алған үҫмерҙәр өсөн ҡыҙыу мәл башланды. Кемдер 10-сы классҡа, кемдәрелер урта-һөнәри белем биреү  учреждениеларына ғаризалар  тапшыра һәм уҡырға инеүе тураһында иғлан көтә. Ә  Өфө сәнғәт училищеһы студенты булырға теләүселәр имтиханға...

5 июля 2019
Смотреть видео Ҡарбуз, ҡауын йәнә һатыуҙа күренә башланы | ГТРК «Башкортостан»

Ҡарбуз, ҡауын йәнә һатыуҙа күренә башланы

Ҡарбуз, ҡауын йәнә баҙар, магазин кәштәләрендә, юл буйҙарындағы сауҙа нөктәләрендә күренә башланы. Кемдер баҡса культураларын йыл әйләнәһенә ашарға мөмкин тей, ә бәғзе берәүҙәр август тыуғанын көтә. Татлы емеште әленән үк тәмләп ҡарарғамы, әллә йәй уртаһын көтөргәме? Эй, яратабыҙ ҙа инде ҡарбузды!...

5 июля 2019
Орфографическая ошибка в тексте:
Чтобы сообщить об ошибке, нажмите кнопку "Отправить сообщение об ошибке". Также вы можете добавить свой комментарий.
Яндекс.Метрика